Йөрәктән сыҡҡан һүҙ генә йөрәккә барып етә. Һәр йырсы, ғөмүмән, һәр сәнғәт кешеһе өсөн был һүҙҙәр бик мөһимдер һәм оло мәғәнәгә эйәлер. Юғиһә тамашасы ул башҡарған йырҙарҙы йә иһә ижадын нисек ҡабул итер? Өфө егете Морат ҒАЙСИН да, ҡасандыр ихлас, матур тауышы менән башҡарған йырҙары, ҡурайҙа, баянда өҙҙөрөп уйнауы менән илаһи сәнғәт донъяһына килеп инеп, уға яңы һулыш, нур өҫтәгәйне. Быйыл иһә уның күрше Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда йәшәп ижад итеүенә лә ун йыл тулды. Яҡташыбыҙ менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ – ошо серле, ылыҡтырғыс, мөғжизәле сәнғәт донъяһы һәм башҡалар хаҡында.
– Морат, һәммәбеҙ белеүенсә, йыр, ғөмүмән, сәнғәт – ул хеҙмәткә дәрт уятҡан, илһамландырған көс тә, хатта үҙенә күрә бер серле мөғжизә лә. Һин ошо сихри йырҙар донъяһына нисек барып юлыҡтың?
– Бәләкәйҙән, үҙемде белгәндән алып, йыр яраттым. Яҡындарым һөйләүенсә, дүрт-биш йәшемдә телевизорҙан ҡараған фильмдарҙа яңғыраған музыканы отоп алып, көйләгәнмен. Ошо хәлде ишетеп, күреп йөрөгән бер туған апайым Гөлшат Ғайсина (Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы – А.Н.) мине музыка мәктәбенә бирергә кәңәш иткән. Өҫтәүенә радионан Өфөләге махсус музыка мәктәбенә һәләтле балаларҙы саҡырыуҙары тураһында иғланды ишеткәс, мине шунда алып барҙылар. Әле лә атайым менән әсәйемдең имтихан биргәнемде тулҡынланып көтөп ултырыуын яҡшы хәтерләйем. Шулай итеп, биш-алты йәшемдә мине мәктәптең баян буйынса әҙерлек класына алдылар.
Беҙҙең йылғыларға IV класта уҡып, башҡа йылғылар кеүек өсөнсөнән бишенсегә “һикермәйенсә”, мәктәптә йәмғеһе 11 йыл уҡырға тура килде. Белем усағын тамамлағас, Өфөләге Пушкин урамында юл аша ғына сығып, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының милли уйын ҡоралдары факультетында уҡый башланым, әммә йырсы булыу теләге тынғы бирмәгәс, эстрада вокалы бүлегенә күсергә уйланым. Был ваҡытта мине йырсылар, баянсы булараҡ, концерттарға саҡыра башлағайны, бәлки, ошо ла этәргес биргәндер. Һуңыраҡ Гүзәл Уразова һәм Илдар Хәкимов менән беренсе тапҡыр Ҡазанда концертта сығыш яһарға насип булды. Буласаҡ хәләл ефетемде лә тап ошо ҡалала осраттым. Хәҙер инде ун йыл Ҡазанда йәшәйем, йырлайым һәм йырҙар ижад итәм.
– Морат, шулай итеп, һине ике республикала – Башҡортостанда һәм Татарстанда йәшәгән – йыр-моң һөйөүселәр музыкант, эстрада йырҙарын башҡарыусы тип белә...
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, мин ике республика араһында йәшәйем һәм икеһенә лә хеҙмәт итәм. Йырҙарым Башҡортостандың “Юлдаш” һәм Татарстан радиоларында яңғырай. Бынан тыш, “Юлдаш” радиоһы һәм “Ҡурай” музыкаль телеканалы етәкселәре саҡырғанда бик теләп Өфөлә үткән концерттарҙа ҡатнашам. Яҙған йырҙарымды Башҡортостан йырсылары ла, Татарстан йырсылары ла башҡара. Өфөлә уларҙы Венер Камалов, Гөлшат Ғайсина, Фәриҙә Ғаззалова, Алина Дәүләтханова, Рөстәм Шаһыбалов, Искәндәр Ғәзизов, Сәйет Билалов, Әнүәр Нурғәлиев һәм башҡалар тамашасы хөкөмөнә сығара, ә Ҡазанда Гүзәл Уразова, Илдар Хәкимов, Ландыш Ниғмәтйәнова, Ришат Төхвәтуллин, Иркә һәм башҡа бик күп йырсылар үҙ репертуарына индергән. Оҙаҡламай Зәйнәп Фәрхетдинова, Рифат Зарипов һәм башҡа байтаҡ сәнғәт оҫталарының мин яҙған ижад өлгөләрен башҡарыуын ишетербеҙ, Алла бирһә.
– Баянда ла, ҡурайҙа ла уйнайһың бит әле...
– Эйе, сөнки Өфөләге махсус музыка мәктәбендә баян класында уҡыным. Беҙ уҡығанда ҡурайҙа уйнарға өйрәткән кеше булманы. Икенсе музыка ҡоралы фортепиано ине. Клип өсөн кәрәккәс, ҡурайҙы үҙаллы өйрәндем.
– Ҡасандыр баянсылар конкурстарында ла еңеп сыҡҡайның...
– Мәктәптә уҡығанда төрлө ҡалаларға конкурстарға ебәрәләр ине. Пермь, Пенза ҡалаларында сығыш яһаным һәм призлы урындар яуланым, әммә мин һәр саҡ йырсы булырға хыяллана инем, шуға ла институтта милли уйын ҡоралдары факультетында уҡыуымды ташлап, икенсе курста эстрада вокалы бүлегенә күстем.
– Үҙенсәлекле йырҙар ижад итәһең. Һин башҡарған “Йәшәү рәхәт донъяла”, “Һинең өсөн”, “Ағыла моң” кеүектәрен тамашасылар бик ярата. “Ағыла моң” өсөн 2018 йылда Ҡазанда Болғар радиоһының премияһына ла лайыҡ булғайның, шул уҡ йылда Өфөлә “Юлдаш-хит” премияһы менән дә бүләкләнеләр...
– Эйе, репертуарымда – күберәк үҙем ижад иткән йырҙар. Ҡазанға барғас, иң тәүҙә башҡарған йырым Әсһәр ағай Кәшфуллин һүҙҙәренә яҙған “Күлдәренә ҡайта аҡҡоштар” булды. Унан һуң “Һандуғас” йыры тыуҙы. Һуңғараҡ “Ваҡыт – үҙе дауа”, “Яҡындарым”, “Һөйөүҙән ваз кисмә”, “Йәшәү рәхәт донъяла”, “Ағыла моң”, “Бөтә донъя сәскәләре”, “Һинең өсөн”, “Әрем тәме”, “Һыу буйында талдар үҫә” һәм башҡа бик күптәр яҙылды.
Һуңғы ваҡытта яҙылған йырым “Һайра, турғай” тураһында бер нисә һүҙ әйткем килә. Уның көйө лә, “Ағыла моң” йыры кеүек, тәүҙә һүҙһеҙ генә күңелдә тыуҙы. Бик оҙаҡ текст эҙләгәндән һуң, шағирә Шәмсиә апай Йыһангироваға мөрәжәғәт иттем. Ул да оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәс, шиғыр яҙып ебәрҙе. Шулай йыр тыуҙы һәм быйыл йәй Өфөгә ҡайтып, был йырға клип төшөрҙөк. Клипта үҙем уҡыған махсус музыка мәктәбен дә, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын да, баш ҡалабыҙҙан Ҡазанға автобусҡа ултырып китеүемде лә, ғөмүмән, үҙемдең ижад юлым нисек башланыуын сағылдырҙыҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатовтың да клипта төшөүен теләгән инем. Ул ризалыҡ биргәс, бик ҡыуандым. Клип ошо көндәрҙә әҙер булды. Оҙаҡламай, бәлки, октябрҙә ТНВ каналының “Ҡайнар хит” тапшырыуында күрербеҙ, тип өмөтләнәм.
Йырҙар ижад итеүгә килгәндә, улар төрлөсә тыуа. Элек төшөмдә тыуа ине, хәҙер күберәк йоҡлағы килә, шуға төш күрмәйем (йылмая – А.Н.). Һуңғы ваҡытта йоҡлар алдынан илhам килеп, мине борсой башлай, шуға тағы тороп, йоҡо аралаш тиҙерәк диктофонға яҙҙыра башлайым. Әлбиттә, йыр ижад итер өсөн илhам кәрәк, бер урында туҡтап ҡалырға ярамай, шуның өсөн йә тәбиғәт ҡосағына, йә әле үҙем быға тиклем күрмәгән яңы урындарға сығып китәм.
– Морат, нигеҙҙә, кемдәр башҡара йырҙарыңды?
– Үҙем ижад иткән беренсе йырым Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙған “Хыял” исемле ине. Уны дуҫым Искәндәр Ғәзизовҡа бүләк иткәйнем. Мостай Кәрим һүҙҙәренә тағы ла йырҙарымды Рөстәм Шаһыбалов һәм Венер Камалов йырлай.
– Ә апайың Гөлшат Ғайсина ниндәй йырҙарыңды башҡара?
– Әйткәндәй, Венер Камалов менән апайым Гөлшат Ғайсина, дуэт булараҡ, бер нисә йырымды сәхнәгә сығарҙы. Мәҫәлән, Роберт Миңнуллин һүҙҙәренә яҙылған “Һин янымда сағында”, Ринат Сөләймәнов һүҙҙәренә ижад ителгән “Бер яҙмыштың ҡанаты беҙ” йырҙары. Апайыма килгәндә, уның репертуарында мин яҙған йырҙар бик күп. Әле һуңғы арала ла өс-дүрт йыр яҙып бирҙем, сөнки ул үҙенең соло-концертына әҙерләнә. Әйткәндәй, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында апайымдың концерты 7 ноябргә тәғәйенләнгән. Карантин булып, тағы ла күсмәһә, был тамашаға саҡырып ҡалабыҙ!
– Ҡатының Альбина ла матур йырлай...
– Альбина йырсы түгел, ул – табибә, педиатр. Гастролдәргә бергә йөрөгәндә ул да тамашасылар алдына сығып йырлаштыра, эшемде аңлай һәм хөрмәт итә.
– Пандемия осоро тормошоғоҙға йоғонто яһанымы?
– Барлыҡ кешегә лә был осор бик ауыр булғандыр, моғайын. Тора-бара тормош яйланды. Фатирымдың балконында ултырып йырҙар ижад иттем. Саф һауала концерттар үткәрҙек. Ул тамашалар Ҡазан урамдарында карантин ваҡытында май башында үткәрелде. Ҡаланың район хакимиәттәре рөхсәт итте, унда санитария талаптары һаҡланды, тамашаны күбеһенсә фатир балкондарынан ҡаранылар.
– Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр менән янаһың?
– Әлбиттә, пандемиянан һуң донъялар ипкә килеп, тыуған яғым Башҡортостанда сәхнәлә 10 йыл сығыш яһауыма арналған ҙур концерттар ҡуйырға насип итһен. Шулай була ҡалһа, һеҙҙе лә саҡырырмын!
– Рәхмәт! Бар уй-ғәмәлдәрең тормошҡа ашһын, Морат! Уңыштар юлдаш булһын!