Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Сентябрь 2020, 06:43

Ҡатын-ҡыҙ ижадсының оло хеҙмәте

Ул башҡорт шиғриәтендә милли батыр образын тыуҙырҙы

Башҡорт әҙәбиәтендәге мин белгән иң моңло, иң тәрән, иң хисле, иң һағышлы һәм иң һәләтле шағирә ул. Романға торошло шиғырҙар ижад итә белгән, уҡыусыһының ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, уйға һала, ҡанатландыра, көс бирә алған әҙибә. Һүҙем – Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева хаҡында. Шиғриәттә генә түгел, публицистика, драматургия һәм прозала ла уңышлы эшләгән һәм үҙ исемен булдырған шәхес. Ил ауыҙын иләк менән ҡаплап булмағандай, Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙына халыҡ шағиры тигән абруйлы исем бирелгәндә лә халыҡ был исемгә уның күптән лайыҡ һәм асылда титулһыҙ ҙа ошо яуаплылыҡты күтәреп йәшәүен һәм ижад итеүен әйтте лә инде.
Тамара Ғәниеваның башҡорт әҙәбиәтендәге иң ҙур өлөшө – ул шиғриәттә милли батыр (милли рыцарь) образын барлыҡҡа кил­терҙе. Ҡатын-ҡыҙ ижадсы булараҡ, башҡорт ирен күтәргән, уны дан­лаған һәм пьедесталға мендергән иң беренсе шағирә булды. Ир-егеткә “һин миңә илһам биреүсе, һин мине йырлатыусы, һин генә донъяның тотҡаһы, һин генә мине бә­хетле итә алаһың” тигәнде һең­дереп, унда ирлек, ҡаһарманлыҡ, яуаплылыҡ тойғола­рын уятып, арҡаһын турайтып, башын юғары күтәрерлек дәрәжәгә өлгәште. Башҡорт шиғриәтендәге ҡатын-ҡыҙ ижадсының милләт мәнфәғәтендә башҡарған маҡсатлы оло хеҙмәте булды был.
Шағирәнең һағышлы шиғриәте бер үк ваҡытта рухландыра торған оран формаһында ла. Уны уҡып илағы килмәй, күңел төшмәй. Кү­ңелгә килеп тула торған моң менән бер рәттән ҡанаттар ҙа үҫә. Бында ҡатын-ҡыҙ лирикаһы ғына түгел, ғәййәр ирҙәр рухы ла. Ни өсөн шулаймы? Сөнки автор шиғриәткә тарихты һәм тарихи­лыҡты оҫта ҡушып үрә белә. Уның әҫәрҙәрендә аҫабалыҡ, боронғолоҡ, ҡан хәтере урғылып сығып, бөгөнгө асылы­быҙҙы асырға булышлыҡ итә. Инерция менән яҙыу, рифма һәм ритмға ҡоролған ғына һүҙ уйнатыуға урын юҡ унда. Бында һәр юлда фәлсәфә, һәр юлда уйлап уйылып китер тәрәнлек ята. Былар иһә шағирәнең белемле, уҡымышлы, киң эрудициялы, донъяны айҡап-байҡап анализлай һәм шуларҙан фекер тыу­ҙыра белә торған шәхес булғанын күрһәтә.
Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙының “Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том: шиғырҙар” (2018 йыл), “Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том: поэмалар, ши­ғырҙар” (2019 йыл) йыйынтыҡтары Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Ысынында ошондай кимәлдәге шағи­рәбеҙҙең һаман был премияға ла­йыҡ булмауы Башҡортостан яҙыу­сылары һәм тотош респуб­ликабыҙ өсөн күңелһеҙ күренеш. Был хатаны кисекмәҫтән төҙәтеп ҡуйырға форсат, тип уйлайым мин әлеге хәлде.
Киләсәктә беҙҙән һуң киләһе быуындар йәки донъя әҙәбиәте күҙлегенән ҡараған кешеләр шул дәүерҙә башҡорт әҙәбиәтен кемдәр тәшкил итте, унда ниндәй исемдәр һәм әҫәрҙәр булды икән, тип ба­һалағанда, йөҙ ҡыҙарырлыҡ булма­һын ине. Ә Тамара Ғәниеваның ижады – ул үҙе бер планеталарҙан, йәшәйештән, юғары аңдан һәм тәбиғи тойомлауҙарҙан торған ғәләмәт сикһеҙ йыһан. Хатта “Урал батыр” эпосы һымаҡ тип әйтергә лә батырсылыҡ итәм. Шундағылай, шағирә яҙмаларында ла уҡыған һайын бер хәҡиҡәт асаһың, уҡыған һайын төпкәрәк, тәрәнгәрәк төшә­һең, уҡыған һайын үргәрәк, юғары­ғараҡ күтәреләһең дә асылда үҙ йәнеңә кәрәкте табаһың. Ә, бәлки, ысын һәләт шулай булырға тейештер ҙә, беҙ, уртаҡуллыҡ һәм әҙәби ҡый-һай араһында күп буталған уҡыусы, яһалмалар араһында аҫылташ күргәндә хайран ғына ҡалабыҙҙыр. Һәр хәлдә мин үҙ фекеремде әйтәм: Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваны Салауат Юлаев премияһына ла­йыҡ­тарҙан-лайыҡлыһы тип иҫәп­ләйем.
Читайте нас