Бөгөн «Благовар хәбәрҙәре» гәзите үҙ уҡыусыларына мәғлүмәтте еткереүҙе оҫта кимәлдә ойоштора. 85 йыл арауығында баҫма хеҙмәткәрҙәре, ижтимағи-сәйәси тормошто юғары кимәлдә яҡтыртып, күп быуын ваҡытлы матбуғат уҡыусыларының ышанысын яулаған. Баҫманың һәр һанында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һәм аҡыллы, ҡайһы саҡ көтөлмәгән фекерҙәр сағылыш таба.
Был – юғары журналист оҫталығын һәм мөхәррирләү һәләтен, яңы технологияларҙы тиҙ үҙләштерә белеүҙе талап иткән яуаплы хеҙмәт. «Благовар хәбәрҙәре» гәзите, Рәсәй, республика, район ваҡиғаларын ентекле яҡтыртып, һөнәри эшмәкәрлегенең юғары кимәлен тотоп ҡына ҡалмай, власҡа һәм йәмғиәткә республикала нәшер ителгән баҫмаларҙы һаҡлап, уларҙың тираждарын арттырыу буйынса көстәрҙе туплауҙы ла тәҡдим итә.
«Благовар хәбәрҙәре» – төплө фекерле һәм ғәҙел тәнҡитсе лә. Был бик ҡыҙыҡлы гәзит илебеҙ журналистикаһының иң яҡшы традицияларын һаҡлай, шул уҡ ваҡытта үҙгәрештәрҙән дә ҡурҡмай: интернет, социаль селтәрҙәр аша уҡыусылары менән әүҙем аралаша. Һәр төрлө журналист ысулдары менән халыҡҡа ваҡиғаларҙың асылына төшөнөргә ярҙам итә. Кешеләр ҙә бындай мөнәсәбәттең ҡәҙерен белә.
Юғалмаҫ әхлаҡи ҡиммәттәр, тарихи, рухи һәм мәҙәни мираҫтарҙы яҡтыртҡан мәғлүмәт өсөн редакцияға рәхмәт. Тормошта булған ыңғай үҙгәрештәр гәзиттә сағылыш таба. Уның биттәрендә туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән мәҡәләләр циклы даими баҫыла. Благовар районында башҡорттар, рустар, татарҙар, украиндар, немецтар, мордвалар – төрлө дин халыҡтары (мосолмандар, православие динендәгеләр, католиктар, лютерандар һ.б.) берҙәм ғаилә булып йәшәй һәм эшләй. Шуға ла гәзит биттәрендә бөтә диндәрҙең дә әхлаҡи-этик ҡиммәттәре сағылыш табыуы – тотороҡлолоҡ нигеҙе.
Ғөмүмән, баҫма республиканың күп милләтле һәм күп конфессиялы халҡының әхлаҡи нигеҙҙәрен һаҡлауға ҙур иғтибар бирә һәм, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто нәшер иткән ваҡытлы матбуғат баҫмаларын һаҡлап, уларҙың тиражын арттырыу йүнәлешендә республика стратегияһын әҙерләүгә өндәй.
Район гәзитенең ижади коллективы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ, тип иҫәпләйем.