Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Сентябрь 2020, 06:56

Рәхим итегеҙ, яңы көстәр!

Башҡортостан киләсәге – улар ҡулында.

Мәктәптәрҙә, урта һәм юғары уҡыу йорттарында яңы уҡыу йылы башланды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты ла йылдағыса студенттарға ишеген асты.


Быйыл тәү башлап уҡыу йорто тупһаһына аяҡ баҫҡан беренсе курс студенттарының башҡорт филологияһы факультеты хаҡында һөйләр һүҙҙәре, тәьҫораттары ла йыйылған. Һеҙҙе улар менән танышырға саҡырабыҙ.


Ошо факультет студенты булырға мәктәптән үк хыялландым

Мифтахетдин Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия уни­верситеты хаҡында мәктәптә уҡығанда уҡ йыш ишетә инем. Белем алырға һәм бар яҡлап та үҫешергә ҙур мөмкинлектәр биргән матур уҡыу йортон бында уҡыған һәр студент яҡшы яҡтан ғына телгә ала.
Ә минең иғтибарҙы бигерәк тә башҡорт филологияһы факультеты студенттары йәлеп итте. Уларҙың республикала ғына түгел, хатта Рәсәй, сит ил кимәлендәге бәйге­ләрҙә ҡатнашып, ҙур еңеүҙәргә өлгәшеүе мине ҡанатландырып, мәктәпте тамамлағас, артабан ҡайҙа уҡырға барасағымды хәл итеү өсөн ярҙам булды. Был хыялымды маҡсат итеп ҡуйҙым һәм бойомға ашырҙым. Хәҙер мин был күркәм уҡыу йорто студенттары иҫәбендәмен. Тәьҫораттарың нисек, тип һорарһығыҙ. Шәп, әлбиттә!
Белем көнө “Буревестник” май­ҙа­нында тантаналы линейканан башланды. Артабан уҡыу йорто, уҡытыусылар, курсташтар менән танышыуҙар, ҡыҙыҡлы арала­шыуҙар, күңелле уйындар, күстәнәс һәм бүләктәр байрамыбыҙҙы тағы ла йәмләп ебәрҙе. Көнөбөҙ Салауат Юлаев майҙанында гитара моңо оҙатыуында күңелле йырҙар менән тамамланды.
Алда хәҙер күңелле, онотол­маҫлыҡ студент тормошо көтә. Әллә күпме фәһемле осрашыуҙар, яңы танышыуҙар булыр, тағы ла бейегерәк ҡаҙаныштарға үрләрбеҙ, тип ышанам. Тырышып уҡып, илебеҙгә, республикабыҙға кәрәкле шәхестәр булып сығайыҡ.
Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА.



Ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгәнен яҡшы аңлайым


Студент тормошо бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы башланды. Мин үҙе­беҙҙең төркөм старостаһымын. Үҙ өҫтөмдә ҙур яуаплылыҡ ятҡанын яҡшы аңлайым.
Киләсәккә маҡсат­тар ҙур, курс­таштар менән татыу, берҙәм булып, күп бәйгеләрҙә ҡатнашып, ҙур еңеүҙәргә өлгә­шербеҙ, тип ышанам. Мин үҙ эшемә бар көсөмдө һалырға әҙермен.


Сыңғыҙ ҒӘЛИМОВ.


Берҙәмлек юғалмаһын ине
1 сентябрҙә миңә бигерәк тә төркөмдәргә бүленеп, станциялар буйлап уйындар уйнау оҡшаны.
Бергәләшеп эшләгәс, барлыҡ һынауҙарҙы ла тиҙ генә үтәнек. Университеттың атрибутикаһы төшөрөлгән татлы күстәнәстәр, бүләктәр, эмблемалы битлектәр менән дә ҡыуандырҙылар.
Киләсәктә лә ошо берҙәмлек юғалмаһын ине, ҡулға-ҡул тотоноп атлағанда бар ауырлыҡтар ҙа еңел үтелә бит.
Дилә ҒӘББӘСОВА.
Ятаҡта бар мөмкинлектәр бар


БДПУ-ның ете ятағы бар. Беҙҙең факультет Аксаков урамындағы 6-сы ятаҡта урынлашҡан.
Дүрт кешелек бүлмәгә өс егетте урынлаш­тырҙылар. Иркен, евро­тәҙрәләр ҡуйылған, түбәләре бейек был бүлмә бер күреүҙән тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра. Бүлмәлә ремонт эшләнгән, бар уңайлыҡтар булдырылған. Һәр ҡатта аш бүлмәһе бар, шулай уҡ ял итеү (паролһеҙ Wi-fi менән), уҡыу, тренажер залдары эшләй.
Кис төркөмдәштәребеҙ менән бергә ял бүлмәһендә йыйылып, төрлө хәл-ваҡиғалар хаҡында һөйләшәбеҙ, ошондай йыйылыштар беҙҙең араны нығыта.
Ғөмүмән алғанда, студенттарға ятаҡта йәшәр өсөн бар мөмкин­лектәр ҙә булдырылған.


Ғайсар ҠАНСУРИН.


Тормоштоң яңы битен асабыҙ
Белем көнө сараларға бай булды: тантаналы линейканан һәм танышыу дәресенән һуң студент советы етәкселәре Салауат Юлаев һәйкәле янында йырлашып ултырырға тәҡдим итте. Барыбыҙ ҙа ҡыуанышып ризалаштыҡ.
Гитарала студенттар ғына түгел, уҡытыусыбыҙ Роза Дияз ҡыҙы ла уйнаны. “Башҡорт улына”, “Фәрештәләр” һәм башҡа йәштәр араһында киң таралған һәм популяр булған рухлы, дәртле йырҙарҙы күмәкләшеп башҡарҙыҡ. Шундай йылы һәм татыу мөхиттә аралаштыҡ, яҡындан таныштыҡ. Тәүге көнөбөҙҙө күңелле үткәрҙек.
Башҡорт филологияһы һәм сит телдәр факультеты студенттары булып тормоштоң яңы биттәрен күңелле, рухлы нотала аса башланыҡ.
Йәнгүзәл ҒИРФАНОВА.


Салауат Юлаев майҙанын беренсегә күрҙем


Өфөлә әллә күпме булһам да, Салауат Юлаев майҙанына беренсегә килдем.
Гитарала уйнап, үҙебеҙ генә түгел, халыҡты ла ҡыуандырҙыҡ. Төркөмдәштәрем менән иҫтәлеккә әллә күпме фотоға төшөп, шат күңел менән таралыштыҡ. Ойоштороусыларға рәхмәт.
Айһылыу ВӘЛИЕВА.
Кәрәкле шәхестәр булырбыҙ

Эх, үтеп китте йәйем,

Үтте мәктәп йылдарым.

“Бисмиллаһи-рахмани рахим” тип,

БДПУ-ға аяҡ баҫтым.
Бөгөн – беренсе сентябрь,

Ҡояш яҡтырта күҙгә.

Оло ағай факультеттың

Флагын тапшыра беҙгә.
“Еңел үтһен студент йылдарығыҙ!” –

Салауат Тәлғәт улы яһай сығыш.

Йөрәктәргә көс-дәрт һала:

“Бирешмәгеҙ, булығыҙ тырыш!”
Беҙҙең алда ҙур маҡсаттар,

Еңел түгел үтер юлыбыҙ.

Киләсәктә тыуған ерем өсөн

Кәрәкле шәхестәр булырбыҙ.


Зөлфиә ӘМИНЕВА.


Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ Башҡортос­тандағы иң алдынғы белем усаҡтарының береһе һанала. Башҡорт филологияһы факультеты оҫта педагогтар ғына түгел, тел белгестәре, журналистар ҙа әҙерләй. Әлеге көндә гәзит-журналдар, телевидение, радио кеүек киң мәғлүмәт сараларында эш башлаған йәш журналистарҙың күбеһе был уҡыу йортон тамамлаған. Ижади эштәре, тәьҫораттары менән гәзит биттәрендә ихлас уртаҡлашырға баҙнат иткән беренсе курс студенттарын да шундай сағыу киләсәк көтөр, тип өмөт итәйек.
Читайте нас