Галина Ишмөхәмәтованың Мостай Кәрим менән “Әлдә үҙемә генә хас холҡом бар” тигән интервьюһын кинәнеп уҡып ултырам да, очерк геройҙарының ғына түгел, иң элек, автор, билдәле профессиональ журналист, баш ҡаланың ике популяр баҫмаһы – “Уфимские ведомости” гәзитенең һәм “Уфа” журналының баш мөхәррире булараҡ, Галина Ғәзим ҡыҙының да үҙ характеры, холҡо булыуына инанам. Уның менән яҡындан таныш булмаған ҡайһы бер хеҙмәттәштәр өсөн киң мәғлүмәт сараларының байтаҡ күләмле сараларында ниңә тап ул етәкселек иткән баҫмаларҙың инициаторҙар, ойоштороусылар һәм илһамландырыусылар иҫәбендә алда барыуы сер булып ҡала.
Һүҙҙе шунан башлайыҡ: Галина үҙе лә – бер урында туҡтап ҡалмаған, башҡаларҙы дәртләндереп, алға әйҙәгән мауығыусан, ижади фекер йөрөткән кешеләр плеядаһынан. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһында “Алтын ҡурай” халыҡ-ара конкурсы уҙғарыласағы тураһында күптәр бер нисә йылға алдараҡ, “Бөтә Рәсәй-2018” заманса журналистика форумында хәбәрҙар булғайны. Унда башҡортостандар ошо проект менән таныштырҙы. Конкурсты ойоштороусылар (улар иҫәбендә “Уфа” журналы ла бар ине) Рәсәй һәм халыҡ-ара киң мәғлүмәт сараларында, илдең күп быуатлыҡ традицияларға һәм толерантлыҡҡа эйә булған йылдам үҫеүсе төбәге булараҡ, Башҡортостанды танытыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Мәғлүм булыуынса, тап ошо тема Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадында төп урынды биләй. Был конкурс республиканың 100 йыллығына һәм башҡорт әҙәбиәте классигының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.
Халыҡ-ара конкурс иғлан ителеү менән Рәсәйҙең бөтә тарафтарынан һәм сит илдәрҙән: Чехия, Канада, Ҡытай, Төркиә, Азербайжан, Мәскәү, Татарстан, Дағстан, Яҡутстан, Алтай, Хакасия, Мордовия, Красноярск крайы, Свердловск, Брянск өлкәләренән йөҙҙән ашыу эш килде. Уның төп өлөшө Г. Ишмөхәмәтова етәкселегендәге “Уфа” журналы командаһы иңенә төштө. Ошо баҫманың кабинеттары эштәрҙе туплау, конкурста ҡатнашыусылар менән һөйләшеүҙәр алып барыу нөктәһенә әүерелде. Ебәрелгән эштәр менән шкафтар ғына түгел, баш мөхәррир бүлмәһендәге тәҙрә төптәре лә тулды. Галина коллегалары менән барыһына ла – эштәрҙе теркәргә лә, уҡып сығырға ла, баһаларға ла, һоҡланырға ла, шатланырға ла өлгөрҙө. Йыш ҡына уның уҡытыусыларҙыҡы кеүек махсус журналға иң яҡшы эштәрҙе билдәләп яҙма ҡалдырыуын да күрә торғайным. Ә инде конкурста ҡатнашыусылар менән оҙайлы әңгәмәләргә күпме көс, ваҡыт, сабырлыҡ сарыфланыуын ойоштороусылар үҙҙәре генә белә.
Журналистар әҙерләгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим хаҡындағы мәҡәләләр циклы “Уфа” журналы редакцияһы коллективы тарафынан Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителде. Әйтергә кәрәк, был – баш ҡаланың абруйлы журналы туплаған хазиналарҙың бәләкәй генә өлөшө. Журналистар Әлфиә Ибраһимованың, Зәйнәп Бәҙриеваның, Иван Бегманың, Алина Ғарипованың, Лилиә Зиминаның, Екатерина Климовичтың исем-шәрифе менән сыҡҡан һәр мәҡәлә, очерк йәки һүрәтләмә, Рита Ишниязованың фоторепортаждары – һәр яҡлап оло табыш ул.
Башҡаларға баһа биреү өсөн кеше үҙе үрнәк булырға тейеш. Был йәһәттән баҫманың баш мөхәррире коллегаларына – ысын өлгө. Шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыр алдынан уның тыуған ере Келәштә булып ҡайтҡан Галина Ишмөхәмәтова “Патриарх көҙө”н Мостай рухы менән һуғарылып, уның ауылдаштарынан бөтмәҫ тәьҫораттар алып яҙған. Журналист шағирҙың ижадына уны ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем илһамландырған Дим киңлектәре, ауылдаштарының быуатлыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре юҫығынан ҡараш ташлаған.
Келәште бик күп тапҡыр кемдәр генә һүрәтләмәһен, ләкин Ишмөхәмәтованың ҡәләмен берәү менән дә бутау мөмкин түгел. Мостай Кәрим менән яҡшы таныш булғанғалыр, моғайын, ул ошо төбәкте шағир рухы әле лә ташлап китмәгәндәй итеп, бөтә нескәлегендә бирә алған. Бына ул йылмайып: “Иртәгә яңы көн тыуасағын белеп, ҡояш байышын ҡарарға яратам. Киләсәк тураһында һораһалар, иртәгә мотлаҡ ҡалҡасаҡ ҡояшты иҫемә төшөрәм...” – ти. Галинаның хәтерендә патриархыбыҙ тап ошондай донъяға йылмайып баҡҡан шәхес булып һаҡланып ҡалған.
“Һөйләш әле минең менән, Мостай!” тигән йәнә бер интервьюһының баш һүҙендә журналист эске кисерештәре менән уртаҡлаша: “Ҡайһы саҡта Мостай планетаһы әлегә тиклем өйрәнелмәгән һәм серҙәре асылмаған тигән фекер тыуа. Бына кәштәнән уның шиғырҙар томын алып уҡый башлайһың һәм көтмәгәндә хис-тойғолар даръяһына сумаһың, әйтерһең дә, был юлдарҙы тәүге тапҡыр күреүең.
Бөгөн Мостай Кәримдән нимә хаҡында һорашырға теләр инем?” Ошондай уйҙар менән Г. Ишмөхәмәтова яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Кәримоваға юллана. Был интервью – ҡәләм оҫтаһының тағы ла бер үҙенсәлекле табышы. Унда талантлы яҙыусы феномены тулыһынса асыла. Әйткәндәй, “Мостай яҙҙары” очеркында ла, шағирҙың ейәне, М. Кәрим исемендәге фондтың ойоштороусыһы Тимербулат Кәримов менән “Һин янһаң, мин дә һүнмәҫмен!” тигән интервьюла ла оло әҙиптең тормошо һәм ижады тураһында ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс мәғлүмәт бирелә.
Оҫта ҡулы менән ижад ителгән тап ошондай журналист яҙмалары сит илдәрҙәге коллегаларыбыҙҙы ла “Алтын ҡурай” халыҡ-ара конкурсына йәлеп итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булғандыр, тип уйлайым. Ә инде айырым редакцияға килгәндә, юғары үҫешкән, маҡсатҡа ынтылышлы, көслө “Уфа” журналы коллективы башҡа тиҫтәләгән журналисты темаға яҡынайтып, Башҡортостанды танытыу, ватандаштарыбыҙ, бүтән илдәрҙә йәшәгән граждандар араһында уның абруйын нығытыу һәм арттырыу йәһәтенән үҙ һүҙен әйтә алған. Татыу, берҙәм баҫма коллективының бындай фиҙакәр хеҙмәте, ойоштороу эше Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге абруйлы премияға, һис шикһеҙ, лайыҡ.