Зөһрә Ҡотлогилдина... Күңелендә яҡты уйҙар, идеялар ҡайнаған, ҡулдарына баҡсаһында өлгөргән емеш-еләге тулы кәрзинен тотҡан, эшкә сымыры, йыйнаҡ кәүҙәле, теремек был ҡатынға ҡарап гел һоҡланам: ул һәр ваҡыт хәрәкәттә, ғөмүмән, уның тынып торған ваҡыты бармы икән, тип йыш уйлайым. Булмышы йыр-моңға мөлдөрәмә тулы талантлы шағирә, ҡәләме үткер, тынғыһыҙ журналистың төрлө темаларҙы ҡыйыу яҡтыртҡан мәҡәләләре әленән-әле ваҡытлы матбуғатта донъя күрә килә. Уның өлгөрлөгөнә таң ҡала-ҡала күпме китаптарының мөхәррире булыу ҙа минең өлөшкә төштө.
Уларҙа – йән әрнеүе, йоҡоһоҙ төндәр...
Рәсми рәүештә том тип иҫәпләнмәһә лә, хаҡлы рәүештә өс томлыҡ тип атарға мөмкин булған, тыл ветерандарының иҫтәлектәрен, хәтирәләрен берәмләп йыйып яҙылған 2010 йылда донъя күргән “Һуғыш балалары – тарих яралары”, 2015 йылда баҫылған “Һуғыш яралаған бала саҡ”, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сығарылған “Һуғыш балалары һөйләй” тигән йыйынтыҡтар үҙҙәре генә ни тора! Уларҙа күпме йән әрнеүе, йоҡоһоҙ төндәр, түгелгән күҙ йәштәре... Башынан үткәндәрен илай-илай һөйләгән ҡарттарға ҡушылып һулҡылдаған журналистың күҙ йәше аша яҙылған һәр юл, һәр һөйләмде беҙ, мөхәррирҙәр ҙә, илап уҡыныҡ.
Һуғыш афәттәре арҡаһында әҙәм балаһының иңенә ятҡан һанһыҙ ауырлыҡтар, ҡот осҡос аслыҡ-яланғаслыҡ, юҡлыҡты еңеп, көндө төнгә ялғап, “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!” тип эшләгән һынмаҫ рухлы, көслө ихтыярлы ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар, балаларҙың иҫтәлек-хәтирәләрен яҙып алып, халыҡҡа еткергән Зөһрә Ҡотлогилдинаға ҙур рәхмәт! Ғүмер буйы башҡарылған тауҙай хеҙмәттәре араһындағы өс алтын бағана, тиер инем мин уларҙы. Ул хатта ошо өс китапты ғына баҫтырып сығарһа ла, ҙур баһаға лайыҡлы булыр ине. Тос, тәрән фекерле шиғриәте лә юғары кимәлдә уның.
Йыйынтыҡтарҙың тәрбиәүи әһәмиәтен бер нимә менән дә иҫәпләп тә, үлсәп тә булмай. Һуғыш ветерандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалғанда, тыл ветерандары ла көндән-көн һирәгәйә. Улар менән бергә күпме тарих китә. Ошо йыйынтыҡтарҙың һәр береһен баҫмаға әҙерләгәндә лә Зөһрә Ҡотлогилдинаның һәр кемдең күргән-кисергәндәрен үҙ йөрәге аша үткәреп, оҙон саҡрымдар уҙып, төрлө ауыл-ҡалаларҙа булып, ғаилә ағзаларын да (тормош иптәше Нияз Бикйән улы менән улы Азаматты) үҙенең эшенә йәлеп итеүе ғәжәпләндерҙе, таң ҡалдырҙы. Башҡарған эшенең ниндәй мөһим, кәрәкле икәнен тәрән аңлаған, был иҫтәлек-хәтирәләрҙең йылдар үткән һайын ҡиммәте арта барасағын күҙаллаған зирәклек, эске тойомлау уға этәргес булғандыр.
Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы айҡанлы “Һуғыш балалары – тарих яралары” тигән тәүге йыйынтыҡ донъя күргәс, төрлө ерҙә китаптың исем туйҙары үтте. Ул ваҡытта хәтирә-иҫтәлектәре китапта баҫылғандарҙың байтағы иҫән ине, осрашыуға саҡырылған һуғыш һәм тыл ветерандары менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙәр бик фәһемле булды. Йәштәр, мәктәп уҡыусылары һәм урта быуын вәкилдәре ҡыҙыҡһынып һорауҙар бирҙе, иҫтәлеккә фотоларға төштө. Китап авторы Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы һәр ветеранға, сараны ойоштороусыларға үҙе һатып алған китаптарҙы автограф менән бүләк итте.
Һәр ветерандың күңеленә асҡыс тапҡан
Ошо уҡ йыйынтыҡҡа иҫтәлектәре ингән, үҙҙәре ҡарттар йортонда йәшәгән оло йәштәге бер нисә бабай-әбей янына ла осрашыуға барҙыҡ. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ғүмер көҙөндә ошонда йәшәргә мәжбүр булған кешеләрҙең оптимизмы, бай эске донъяһы һоҡландырҙы. Тормошҡа асыҡ, яҡты ҡараш менән баҡҡан хужалар “йырлы-моңло күстәнәс” тә әҙерләгәйне.
Баянда дәртле көйҙәр уйнап, йырлап, бейеп алырға ла өлгөрҙөләр. Кешемен тигән кешене тормош һынауҙары һындыра алмай: бала саҡтары михнәтле һуғыш йылдарына тура килеп, самаһыҙ ауырлыҡтарҙы еңгән, башлыса үлән ашап тамаҡ ялғап, аслы-туҡлы көн күргән, Еңеү көнөн яҡынайтыр өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләгән быуын вәкилдәре беҙҙең алда матур сифаттары менән дә асылды.
Үҙ туғандарылай яҡын күреп, ҙур ихласлыҡ менән йәшәгән бүлмәләрен һәм фотоальбомдағы ҡәҙерле кешеләрен, йөрәк йылыһын ҡушып, күҙ нурҙарын түгеп, үҙ ҡулдары менән эшләгән, бәйләгән әйберҙәрен күрһәтеп кинәнделәр. Шул саҡта күңелемдә моңһоу бер уй ҙа тыуҙы: ветерандарҙың ғаилә йылыһын һағынғанын тойҙом мин.
Зөһрә Ҡотлогилдина ниндәй ҙур, изге эш башҡарған: ҡарттар йортондағы айырым бер утрауҙа йәшәгәндәй ветерандарҙың тормошон тағы ла биҙәберәк ебәрерҙәй, яҡты бер нур өҫтәрҙәй изгелек ҡылған – уларҙың үҙҙәренең исемдәре ташҡа баҫылған иҫтәлекле китапты күкрәктәренә ҡыҫып, күҙҙәренә йәш алып, сабый балалай ҡыуаныуҙарын күреү үҙебеҙҙең дә йөрәкте һулҡылдатты, күңелде йомшартты...
Тынғыһыҙ эҙәрмән, танылған журналист үҙ геройҙарын халыҡ араһында тапҡан. Ипле генә иҫәнләшеп, һорауҙар биреп, үҙенә кәрәкле юҫыҡҡа һүҙ ыңғайлатҡан Зөһрә Ҡотлогилдинаға шикле ҡараштар ҙа атылған, эт ишетмәҫ һүҙҙәр ҙә әйтелгән. Беткә үсегеп, тунды утҡа яға торған заттарҙан түгел ул. Ныҡышмалы рәүештә үҙ һүҙен һүҙ итеп, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡапҡа төптәрендә бәйле торған уҫал эттәрҙең абалауынан ҡурҡмай, насар уйҙар уйлап, үҙендә алама һүҙҙәр әйтергә маһир телдәрҙең яһиллығын еңерлек көс табып алға ынтылған ул. Геройҙарын эҙләй, һораша, таба, кәрәк икән, алыҫ райондарҙың төпкөл ауылдарына ла сәфәр сығып китә.
Маҡсатҡа ынтылыш, фиҙакәрлек, баҙнатлылыҡ, тәүәккәллек, ихласлыҡ, тынғыһыҙлыҡ, күркәм сабырлыҡ – Зөһрә Ҡотлогилдинаға хас тағы әллә күпме сифаттарҙы һанап сығырға мөмкин. Журналист кешегә шунһыҙ мөмкин дә түгел, бөтәһе лә, бына минең турала яҙ әле, тип арттан йүгереп йөрөмәй. Уларҙы журналист ябай халыҡ араһынан да, интеллигенция вәкилдәре араһынан да осҡор күҙҙәре, ысын журналистарға хас һиҙгерлек, тойомлау менән таба. Тапҡас та әле өлкән кешенең кәйефен үҙ яйыңа көйләп алыу өсөн байтаҡ тырышлыҡ һалырға кәрәк. Тота килеп кенә асылып китмәй улар, һуғыш йылдарында күргән-кисергәндәрен һөйләп, йөрәк яраларын ҡуҙғатырға теләмәгәндәр ҙә күп. Ҡайһылары иҫке яраларҙы ҡуҙғатып, тоҙ һалырға теләү кеүек тә ҡабул итә. “Кемгә кәрәк инде минең кисергән михнәттәрем” тиеүселәр ҙә осрап тора. Һәр ветерандың күңеленә асҡыс яратыу өсөн, ысынлап та, психолог булырға, ҡасан, ниндәй һорау биреп, һүҙгә-һүҙ ялғау рәтен белеү мөһим. Телдәре асылып китһә, көндәлек ығы-зығы, шатлыҡ-борсолоуҙарын да йәшермәй улар. Риза булып, тыңлап, үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп барыу ҙа кәрәк, юғиһә өлкән кеше балалай үпкәсел булыусан.
Бүләк-китаптар ҡыуандырҙы
Өс йыйынтыҡты мөхәррирләгәндә шуға иғтибар иттем: төрлө диалект үҙенсәлектәрен әҙәби телгә күсермәй, Зөһрә Ҡотлогилдина һөйләүселәрҙең телен һаҡларға тырышҡан. Ишеткәндәре ҡойто булһа ла, һәр уйҙы-фекерҙе үҫтереп, һәр һүҙҙе еренә еткереп, ташҡа баҫылыр дәрәжәгәсә ҡат-ҡат эшләгән.
Тыуған ауылым Үтәймуллала ла тыл ветерандары менән осрашып, улар менән әңгәмә ҡорған авторҙы күрергә насип булды. Ҡайҙа, кем менән осрашыуға барһа ла, Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы күстәнәс-бүләктәрен тейәп йөрөй. Ауылымдың иҫән-имен йәшәп ятҡан тыл ветерандарының бишәүһе менән осрашты ул. Һуңынан, китап донъя күргәс, һәр береһенә, үҙе һатып алып, китаптарҙы бүләк итеп тә ебәрҙе. Ошондай уҡ бүләк-китаптар менән ул бик күп ветерандарҙы, китапханасыларҙы ҡыуандырҙы.
Форсаттан файҙаланып, бер тәҡдимемде еткермәксемен: йылдар уҙа барған һайын ҡиммәте артыр был өс йыйынтыҡтан иң тетрәндергес, ғибрәтле һәм фәһемле иҫтәлек-хәтирәләрҙе һайлап алып, рус теленә тәржемә итеп, дүртенсе йыйынтыҡты ла сығарғанда, бик кәрәкле, мөһим эш башҡарылыр ине, тип уйлайым.
Зөһрә Ҡотлогилдинаның Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен хуплайым, уны был премияға һис шикһеҙ лайыҡлы кандидат тип иҫәпләйем. Комиссия ағзалары дөрөҫ ҡарар ҡабул итер, тип өмөтләнәм.