Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Сентябрь 2020, 16:00

“Бәхетен йәнә һынап ҡарарға һәр кемдең хаҡы бар...” – ти Светлана

Шәмбе кисегеҙҙе билдәле алып барыусы һәм блогер Светлана Насырова-Сөләймәнованың өр-яңы йыры биҙәһен! Йырҙың яҙылыу тарихы менән сайтта таныша алаһығыҙ.

Билдәле алып барыусы һәм блогер Светлана Насырова-Сөләймәнова социаль селтәрҙәге дуҫтарына, тамашасыларына өр-яңы йырын тәҡдим итте. “Өлөшөмә төшкән алтыным һин” тип атала ул. Светлана үҙ сәхифәһендә был йырҙың яҙылыу тарихын да бәйән итте.
“Үҙеңдең ғаиләң шәп булғас, гел матур ғаиләләрҙе генә хуплайһың! Яңғыҙҙар, айырылғандар кеше түгелме әллә?!” Бына шундай хаттарҙан һуң яҙылған йыр был. Өлгөлө ғаиләләрҙе пропагандаларға беҙ бурыслыбыҙ. Ул бит күркәм тормоштар миҫалында башҡаларға үрнәк күрһәтеү, рухи ҡиммәттәрҙе нығытыу, ғаилә институтын һаҡлау өсөн алып барыла. Һәр ижадсының изге бурысы ул. Әммә матур ғаиләләрҙе күтәреү - яңғыҙҙарҙы, йәки айырылғандарҙы кәмһетеү түгел бит!
...Ә минең ғаиләм ул - минең тормошом. Матур күренә икән, биғәйбә! Үҙ тормошомдо үҙем генә белһәм дә еткән. Ижадсының ғаилә ҡиммәттәре хаҡында яҙыуы үҙендә барыһы ла ал да гөл булыуҙан түгел. Ул, тәү сиратта, халыҡ хеҙмәтсеһе.
Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән күркәм парҙарҙы, өлгөлө йәш ғаиләләрҙе хуплап конкурстар үткәргәндән һуң, ошо уйҙар борсоно.
Кемделер баһаларға, хөкөм итергә мин Аллаһы Тәғәлә түгел. Барыһын да яҡшы аңлайым. Ауыртҡан ерҙәрҙе, күңелдең китек урындарын яҡшы төшөнәм. Әммә беҙ уны пропагандалай алмайбыҙ. Кемдер ғаилә тормошонан уңмаған икән, ул иҫәп түгел тигәнде лә аңлатмай. Бәхетен йәнә һынап ҡарарға уның да хаҡы бар. Икенсегә, өсөнсөгә, бишенсегә һынаған ғаиләһе, бәлки, ысынлап та бәхетлерәктер!? Мин ундайҙарға ҡыуанам! Тик бер килгән ғүмерҙе ниңә зая үткәрергә?! Һәммәбеҙ ҙә кемдәрҙеңдер бәхет теләп үҫтергән ғәзиз балаһы!
Айырылыр өсөн ғаилә ҡормайбыҙ, балаларыбыҙҙың да татыу, тиң йәшәүен теләйбеҙ. Ләкин яҙмыштарға шулай яҙылған икән, ҙур тетрәнеүҙәр менән айырылыу кисергәндәр ҙә бар. Уны бер кем дә еңел үтмәйҙер?! Шул хистәрҙе йырға һалырға тырыштым. Кемдәр үҙ бәхетен юғалтыуҙарҙан һуң тапҡан, рәхим итеп тыңлағыҙ!” – тип яҙҙы Светлана.
Әйткәндәй, яңы йыр күптәрҙең күңеленә хуш килеп өлгөрҙө. Быны ихлас күңелдән яҙылған комментарийҙар ҙа раҫлай.
Фото: С. Насырованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас