Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Сентябрь 2020, 10:55

Бәлки, һин “Алтын тауыш”лылыр?

Сара йомғаҡтары буйынса видеофильм сығарыу күҙаллана.

Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһендәге мәғариф учреждениеларында белем алыусылар араһында “Алтын тауыш” республика вокалсылар конкурс-фестивале үтәсәк. Унда балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә, колледждар, һөнәри белем биреү һәм юғары белем биреү ойошмалары ҡарамағындағы педагогик практика музыка мәктәптәрендә уҡығандар, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҡатнаша ала.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижад кешеләре” федераль һәм төбәк проекттары нигеҙендә тормошҡа ашырылған конкурс-фестиваль быйыл ноябрҙә “Академик йырлау”, “Халыҡ йыры”, “Эстрада йыры” кеүек номинациялар буйынса видеояҙмалар нигеҙендә арауыҡта уҙғарыла. Унда яңғыҙ башҡарыусыларҙы һәм дуэттарҙы саҡыралар. Сара йомғаҡтары буйынса видеофильм сығарыу күҙаллана.
Конкурс-фестивалдә ҡатнашыу өсөн 20 октябргә тиклем Мәҙәниәт министрлығының Республика уҡытыу-методика үҙәгенә (rumc110@mail.ru электрон почтаһына) тәғәйен формалағы ғариза ебәререү шарт.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас