Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Сентября 2020, 20:15

Ерекленән һут алып...

Бөгөн Шаран районында олуғ башҡорт яҙыусыһы Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан күркәм саралар уҙҙы.

Бөгөн Шаран районында олуғ башҡорт яҙыусыһы Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан күркәм саралар уҙҙы.
Шаран ауылының иң күркәм һәм яңы урамдарының береһенә Ибраһим Абдуллин исеме бирелгән. Тәүҙә ҡунаҡтар уның буйлап уҙҙы, артабан әҙиптең тыуған ауылы Ереклелә Ибраһим шишмәһенә килде. Ошонда уҡ клуб биләмәһендә Ибраһим Абдуллин аллеяһына нигеҙ һалыуҙа ҡатнаштылар – ҡарағай үҫентеләре ултырттылар.
Ауыл мәктәбе Ибраһим Абдуллин исемен йөрөтә, унда ҡунаҡтар яҙыусының музейы менән танышты.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Зәки Әлибаев үҙ сығышында Ерекленең донъяға ике оло шәхес – Ибраһим Абдуллин менән Зарема Әхмәтйәнованы үҫтергән ауыл булыуын билдәләне. Белеүебеҙсә, икеһе лә әҙәбиәтебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә ижадсының улы, фән докторы Марат Абдуллин, сатирик яҙыусы Марсель Сәлимов, шағир Нурлан Ғәниев һәм башҡалар ҡатнашты.
Автор фотоһы.
Читайте нас