Танылған йырсы Рөстәм Асаев бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Ҡасандыр Башҡортостандың мәҙәни донъяһында, дөрөҫөрәге опера сәнғәтендә ярайһы уҡ билдәлелек яулаған йырсы бынан 14 йыл элек Ҡазанға күсеп, күрше республикала ижад итә.
Рөстәм Асаев менән Лилиә Биктимерованың йәшләй генә ҡорған ғаиләһендә тыуған ҡыҙҙары Гөлназ – бөгөн үҙе танылған сәхнә йондоҙо. Гөлназ әсәһенең әлеге тормош юлдашы – Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев менән дә, шул уҡ ваҡытта атаһы Рөстәм Асаев менән дә матур мөнәсәбәттәр һаҡлай.
“Matbugat.ru” баҫмаһына биргән интервью мәлендә Рөстәмдән “Ҡыҙың икегеҙгә лә “атай” тип әйтә икән...” тип һорайҙар. Быға яуап итеп ул: “Әлбиттә, ул үҫтерҙе бит. Ҡыҙым миңә “атай” тимәй, “папа” ти. “Үҙегеҙ шулай өйрәттегеҙ”, ти”, - тип яуаплай.
Бөгөн Рөстәм яңы ғаиләһендә бәхетле ир һәм атай. Тормош юлдашы Айгөл – уның яҡташы, Благовар ҡыҙы. Улар Мөслим һәм Әминә исемле балалар үҫтерә.
Йырсыны тыуған көнө менән ҡотлап, ижадында уңыштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Фотолар: Р. Асаевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән һәм akcharlak.com сайтынан.
Икенсе фотола: Рөстәм Асаев ҡыҙы Гөлназ менән.