Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Сентябрь 2020, 09:17

Халыҡ һөйөүен яуланы

Ҡалыптарға һыймаған спектаклдәре менән әсир итә.

Айрат Абушахмановты башҡорт сәнғәтен һөйөүселәр яҡшы белә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә сағыу спектаклдәрҙе ҡуйыусы ла, ошо уҡ театрҙың баш режиссеры ла ул. “Зөләйха күҙҙәрен аса”, “Ҡара йөҙҙәр”, “Мулла”, “Шәүрәкәй”, “Руди – never off…”, “Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр”, “Мин – Марат”, “Ай тотолған төндә” – был спектаклдәр театрҙың бер премьераһын да ҡалдырмай йөрөгән тамашасыларҙың яратҡан сәхнә әҫәрҙәре рәтендә.


“Кәкүк ояһы”


2006 йылда Айрат Абушах­ма­нов­тың “Кәкүк ояһы” спектакле сәх­нә­гә сыға. Кен Кизиның “Пролетая над гнездом кукушки” тигән донъяуи әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль төрлө кешелә төрлө тәьҫир ҡалдыр­ҙы. Ҡалыптарға һыймаған сценарий, экцентрик образдар, урыны-урыны менән ысынлап аптырарға мәжбүр иткән күренештәр – был спектаклдән битараф сыҡҡандар бөтөнләй булманы, тип әйтеү һис хата булмаҫ. Психик ауырыуҙар клиникаһында барған хәлдәрҙе һүрәтләгән спектакль юғары баһалана.
“Туғанлыҡ-2006” халыҡ-ара төр­ки телле театрҙар фестива­лендә “Кә­күк ояһы”, Гран-при яулауҙан тыш, “Иң яҡшы спектакль”, “Иң яҡ­шы ир-егет роле” номинацияларына лайыҡ була, ә Айрат Абу­шахма­новҡа “Иң яҡшы режиссер” титулы бирелә. Бынан тыш, “Кәкүк ояһы” Рәсәйҙең төрлө фестивал­дәрендә ҡатнаша, театр тарихында беренсе булып Бөтә Рәсәй “Алтын битлек” милли театрҙар фести­валендә өс номинацияға тәҡдим ителә.


“Зөләйха күҙҙәрен аса”


Был спектакль – бөгөнгө көндә репертуарҙың фавориты. “Айрат Абушахманов баштан уҡ дөйөм кешелек тарихы өҫтөндә эшләргә тәҡдим итте. Тәғәйен дин, милләт, идеология менән сикләнмәгән, дөйөм кешелекте сағылдырған милли тарих: роман да баштан уҡ шулай уйланылғайны”, – ти “Зөләйха күҙҙәрен аса” романының авторы Гүзәл Яхина.
Был идея спектаклдә лә тулы сағылыш тапҡан: Ангара буйын­дағы һөргөнсөләрҙән үҫеп сыҡҡан ҡасабала кем генә юҡ: агроном, доктор, рәссам, башҡа һөнәр эйәләре – уларҙың барыһының да аяныслы яҙмышы һүрәтләнә сәхнәлә, һәр образ сағыулығы менән иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә.
“Зөләйха күҙҙәрен аса” Башҡорт дәүләт академия драма театрына күп еңеүҙәр алып килде. Шуларҙың иң мөһиме – спектакль Бөтә Рәсәй “Алтын битлек” милли театрҙар фестивалендә бер юлы алты номинацияға лайыҡ булды.


“Мин – Марат”


Айрат Абушахмановтың башҡа киң ҡоласлы спектаклдәре менән сағыштырғанда, “Мин – Марат” тәү сиратта бәләкәй сәхнәлә ҡуйылыуы менән иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте, ә спектаклде ҡарағанда башҡа үҙенсәлектәре лә күҙгә салынды.
“Мин – Марат” – 3D форматында ҡуйылған спектакль. Ул сәхнәлә күрһәтелгән мәлдә ҡайһы бер тамашасылар сәхнәне ҡырлап ултыра. Геройҙар – һинең күҙ алдыңда, улар ҡул һуҙымы арала ғына елеп үтеп китә, нимәлер кисерә: ҡайғыра, шатлана, илай, бейей... Был тарих, үрҙә һүрәтләгән спектаклдәр кеүек, дөйөм ил, халыҡ тарихы түгел, бында тәү сиратта шәхси уй-кисерештәр һүрәтләнә.
Бәләкәй сәхнәгә барыһы ла һыйған: төп герой Марат эшләгән дауахана ла, ике-өс фатир ҙа, хатта уның ҡатыны – завуч тир түккән мәктәптең кабинеты ла күренә. Был уңышлы алым ярҙамында спектакль түгел, кино ҡарап ултырғандай булаһың.


“Ҡара йөҙҙәр”


Мәжит Ғафуриҙың ошо уҡ исемле повесы буйынса сәхнә­ләш­те­релгән спектакль дә үҙенең ғәҙәти бул­маған ҡуйылышы менән кү­ңелде арбай: бында бар тамашасылар ҙа театрҙың бейек сәхнә­һендә ултыра, геройҙар улар менән бергә шул уҡ сәхнәлә уйнай.
“Ҡара йөҙҙәр” ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен яулай алды, шул уҡ “Алтын битлек” премияһын һәм фестивален ойоштороусылар тарафынан да юғары баһаға лайыҡ булды: спектаклдең төп рәссамы Альберт Нестеров “Костюмдар буйынса иң һәйбәт эш” номинацияһында еңеү яуланы.
Читайте нас