Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Сентябрь 2020, 09:15

Матурлыҡ поэзияһы

“Көҙгө алмалар” оло табыш һәм затлы бүләк булды.

Башҡорт теленең ысынлап та шағирҙар теле икәнлеген күрер өсөн Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шиғырҙарын уҡыу етә. Шағирә хистәр өйөрмәһен нәҡ бына үҙенең туған теленә генә хас үҙенсәлектәр менән бирә белә. Башҡорт теле ни ҡәҙәре бай, матур тел, тип һоҡланаһың. Әҙибәнең үҙе өсөн башҡорт теле “уҡсылай мәргән, ҡылыстай үткер”, әммә шул уҡ ваҡытта “ебәктәй йомшаҡ, сабыйҙай иркә” лә.


Шиғыр яҙа алыр инем микән

Күрмәй үҫһәм Мәсем, Масаҡты?

Алдарыма ҡая ҙурлыҡ итеп

Артылырға ҡуям маҡсатты!


Йылҡысыҡҡан һымаҡ уйым төпһөҙ,

Шиғыр-толпар унан күтәрәм;

Тойғоларым серле Шүлгәнемдең

Саф шишмәһе кеүек күк, тәрән.


Илһам бирә хатта Үҙәндәге

Аллы-гөллө, йәмле ваҡ таштар.

Мин Бөрйәндән булған өсөн генә

Шиғыр яҙа алам, яҡташтар! –

ти шағирә, тыуған төйәгенә, яҡташ­тарына, тәбиғәтенә сикһеҙ мөхәббәтен белдереп.
Илһөйәрлек – Тәнзилә Дәүләтбир­ҙина ижадының төп билдәһе. Ябай ғына яратыу, һағыныу хистәре түгел был. Ә үҙ халҡыңдың ғәме менән йәшәү, уның тәрән тарихын белеү, ҡаһармандары менән ғорурланыу, бөгөнгө проблемаларын үҙ йөрәгең аша үткәреү. Был бигерәк тә “Аманат” поэмаһында асыҡ сағыла.
Тәнзиләнең атаһы менән әсәһенә арналған шиғырҙары тәрән мәғәнәгә эйә. Ғәзиз кешеләрен юғалтыу аша был донъяның фанилығын таный ул.

...Ниңә яҙмыш иң ҡәҙерле

Кешеләрҙән айыра?

Ер өҫтөндәге юлдарҙы

Ер аҫтына ҡайыра?


... Мейемә ҡайғы уҡмаша,

Керпеккә йәш эленә.

Ғүмерҙең ҡыҫҡалығынан

Йөрәккәйем теленә...
Тәнзилә Дәүләтбирҙина шиғриәтен мин матурлыҡ поэзияһы, тиер инем. Хоҙай уға ҡатын-ҡыҙ гүзәллеге менән бергә матур күңел, күркәм холоҡ, йәшәйештәге гүзәллектән шиғри һүрәттәр тыуҙырыу һәләтен биргән.

Туҡ бөрө генәһен уҫаҡ

Көҙҙән әҙерләп ҡуйған.

Ҡыш буйы йән өрөп һаҡлай –

Был йәшәүҙән кем туйған?!


Үҙенең аяғы ҡарҙа,

Ә бөрөһө – юрғанда:

Бер хәсрәтһеҙ әсә һутын

Рәхәтләнеп һурғандай.


Ағастың ағасы бала

Киләсәген ҡайғырта.

...Яҙғы ел генә бөрөнө

Гел имсәктән айырта.
Т. Дәүләтбирҙина нескә лирик шағирә генә түгел, тарихсы, сәнғәтте яҡшы белеүсе, үткер һүҙле, аналитик фекерле, яугирә рухлы шағирә. Тыуған халҡының рухиәте һәм милке өсөн яуға күтәрелеүселәрҙән ул.
Шағирәнең үҙенсәлеге – көтөлмәгән темаларҙа оригиналь ассоциациялар таба белеүҙә, ижадта фәҡәт яңы һуҡмаҡ ярып килеүендә.
...Көҙҙөң алтын күлдәгенең

Итәктәре йыртыҡ – туҙған.

Уҫал елдәр үлән-сәсен

Мөнтәп, тунап, ҡырҡып ҡуйған.
Яҙмышына шөкөр итә белеү, Хоҙай­ҙың биргәненә ҡәнәғәт булыу һәм үҙен бәхетле итеп тойоу – шағирәгә иман тураһында һөйләргә ерлек тыуҙыра.

Аллам, рәхмәт һиңә һынауыңа –

Һындырмайһың, бөгөп ҡарайһың да.

Турайырға ярҙам итәһең һин,

Күҙәтеп тә йыһан һарайыңдан.


Аллам, рәхмәт һиңә, үлтермәйһең –

Һәр саҡ әҙер ауырыуға дауаң.

Үҙ мөҙҙәте еткән кеше генә

Һинең асыҡ ҡосағыңа ауа.


Аллам, рәхмәт, хаттин ашмаҫ өсөн

Бәхетемде әҙләп тамыҙаһың.

Тамсылаған алтын балауыҙҙан

Һил донъямда шәмдәл ҡабыҙаһың.
Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Көҙгө алмалар” исемле китабы әҙәбиәтебеҙ өсөн үҙенсәлекле оло табыш һәм уҡыусылар өсөн затлы бүләк булды. Талантлы, көслө шағирәнең был йыйынтығы республикабыҙҙың абруйлы наградаһына – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ тип һанайым.
Читайте нас