Илебеҙҙең киләсәге уның иҡтисади ҡеүәтенән тыш, ошонда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм телдәре һаҡланыуы менән дә бәйле. Һәр халыҡтың үҙенсәлекле булыуы тотош Рәсәйҙе үҙенсәлекле итә. Беҙ шуның менән көслөбөҙ ҙә. Традициялар, мәҙәни байлыҡтар халыҡтың именлеген ҡурсалап, иң ауыр мәлдәрҙе үткәреп ебәрергә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә ярҙамлашҡан. Тарихыбыҙҙы белеү беҙҙе аҡыллыраҡ, белемлерәк итә, үткәнгә таянып ҡына киләсәккә өмөт менән ҡарай алабыҙ.
Улар үҙ иңенә яуаплы бурыс йөкмәгән
Ошо йәһәттән тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың бер төркөм ғалимдар тарафынан нәшер ителгән Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары тураһындағы китапта әйткән тәрән мәғәнәле һүҙҙәрен килтерге килә: “Һәр халыҡ айсбергка оҡшаш – океан өҫтөндә гигант ҡаяның ни бары өҫкө өлөшө генә сығып күренеп тора (әлеге мәлдә тереләр күҙ уңында тотола), ҙур өлөшө һыу аҫтында йәшеренгән (беҙгә тиклем ерҙә йәшәп киткәндәр)”. Рус философы Владимир Соловьевтың уйландырырлыҡ ошо фекере тарихсыны ла ныҡ тетрәндергән. “Соловьев кеше ырыуының ике өлөшөнөң дә (тереләрҙең һәм баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең) рухи берҙәмлеге бөтә донъяның таҙарыныуы, һауығыуы өсөн мотлаҡ шарт булыуын иҫкәрткән”, – ти Салауат Хәмиҙуллин.
Икенсе бер философтың һүҙҙәре менән дә килешмәй булмайҙыр: “Консерватизм, мәңгелек башланғыс булараҡ, йәмғиәт, дәүләт һәм мәҙәниәттәр яҙмышын хәл иткәндә тереләрҙең генә түгел, үлгәндәрҙең тауышын да тыңлауҙы талап итә...” Тимәк, Николай Бердяев әйткәнсә, бөгөн Ер йөҙөндә йәшәгән “аҙсылыҡ” кисәге “күпселек”тең фекерен кире ҡағырға тейеш түгел. Тарихсылар, ысынлап та, үҙ иңдәренә үтә яуаплы бурысты йөкмәгән: замандар араһында ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында өҙөлгән нескә бәйләнештәрҙе тергеҙеү йөгөн күтәргән, сөнки унһыҙ халыҡтарҙың меңәр йыллыҡ тарихы мәғәнәһеҙгә әүерелеүе ихтимал.
Минең ҡулда 800-ҙән ашыу биттән торған ҡалын китап – башҡорт этносының Ҡырғыҙ ырыуы тарихы тупланған том. Был фундаменталь хеҙмәтте ентекләп эшләүҙә, һәр мәғлүмәтте өйрәнеүҙә һәм тикшереүҙә белемен һәм ваҡытын сарыф иткән, тарихҡа ҡағылған һәр һүҙҙе, терминды сүпләп йыйған тарихсылар Әнүәр Әсфәндиәров, Раил Кузеев, Салауат Хәмиҙуллин, бер төркөм ғалимдар, археографик эште, документтарҙы өйрәнгән Наталья Демидова, төрлө архивтар хеҙмәткәрҙәре, район етәкселәре, төбәк тарихын өйрәнеүселәр – барыһы ла, һис һүҙһеҙ, оло баһаға лайыҡ.
Бөгөн һүҙ Илеш районының илһөйәрҙәре, ғүмерҙәренең күп өлөшөн, төп эштәренән һәм донъяуи мәшәҡәттәрҙән тыш, нәҫел ептәрен барлауға, Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының тарихын өйрәнеүгә, шәжәрәләр төҙөүгә арнаған ике уҙаман хаҡында. Рөстәм Мәғрүф улы Камалов һәм Фидан Садиҡ улы Мәрүәров – үрҙә әйтелгән оло хеҙмәткә лайыҡлы өлөш индергән, тыуған төйәген һәм халҡын ысын күңелдән яратҡан, ата-бабаларын хөрмәт иткән ил ағалары.
“Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһындым...”
Рөстәм Мәғрүф улының тарих, тыуған яҡты өйрәнеү менән ҡыҙыҡһыныуы мәктәп йылдарында уҡ башлана һәм был шөғөлгә бирелгәнлек һаман да дауам итә. Яңынан-яңы тарих биттәрен саң-туҙандан ҡаҡҡылап-һуҡҡылап тергеҙеү өсөн хәҙер мөмкинлектәр ҙә арта төшкән.
Мәктәптә, комсомол эшендә ул документтар йыйыу менән шөғөлләнә, һәр яңы мәғлүмәт уның күҙ уңынан ысҡынмай, туплана бара. Тарих уҡытыусыһын тыуған яҡ атамалары ла, унда тыуып үҫкән шәхестәр, һуғыш һәм хеҙмәт батырҙары тормошо ла ҡыҙыҡһындыра.
– 1988 йылда райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына ғилми хеҙмәткәр итеп тәғәйенләнгәс, яңы идеялар менән рухланып, эшкә тотондом. Мәктәптә лә тарих дәрестәрен алып барҙым. Балаларға нәҫел-нәсәптәрен өйрәнеү, ата-әсәләренән һорашып белешеү буйынса өйгә эш бирә торғайным. Улар ҙа бер заман был эш менән дәррәү ҡыҙыҡһынып китте, тик күбеһе ике-өс быуындан башҡа нәҫел-нәсәбен белмәй булып сыҡты. Хәтерҙә, бер уҡыусы ғына биш быуындан торған ырыу ағасын төҙөй алды. Ишеткән-күргән легенда һәм риүәйәттәрҙе бөртөкләп йыя башланыҡ. Халыҡ хәтерендәге хазинаны ваҡытында теркәү ҙә зарур.
1991 йылда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ Муса Гәрәевтең музейында эш башланым. Уны ойоштороу эше киң ҡоласлы ла, мауыҡтырғыс та булды.
Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазифаһына тәғәйенләнгәс, шәжәрәләр төҙөү эшенә ныҡлап тотондоҡ. Йәркәй ауылы шәжәрәһен баннерҙа эшләнек. Республикала үткәрелгән тәүге Шәжәрә байрамында ҡатнашып, танылыу алдыҡ. Яҡташыбыҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең шәжәрәһен Фидан Садиҡ улы менән бергәләп төҙөнөк, Шәжәрәләр буйынса үткәрелгән республика конкурсында беренсе урынды алдыҡ. Ә Геройҙың музейын ойоштороуҙа, документаль материалдар туплауҙа ниндәй генә ойошмалар, архивтар, музейҙар менән бәйләнешкә инмәнек.
Оборона министрлығы, киностудиялар, яҡташыбыҙҙың ғаиләһе ярҙамға килде. 2012 йылда Муса Ғайса улының тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап “Помним и гордимся” тигән китап сығарҙыҡ. Унда батырҙың шәжәрәһе лә бирелгән, – тип Рөстәм Мәғрүф улы ҡолас еткеһеҙ эштәре тураһында ҡыҫҡаса ғына бәйән итте.
Күп авторҙар, тарихсылар, тел белгестәре тарафынан нәшер ителгән ҡалын томдар – Елдәк, Йылан, Бөрйән, Ҡырғыҙ башҡорт ырыуҙары китаптарына ла ике уҙамандың бөртөкләп йыйған тарихи материалдары, шәжәрәләре ингән.
– Егерменән ашыу ауыл тарихын тергеҙеп, яҡташтарыбыҙға еткерҙек, китап итеп баҫтырып, киләһе быуынға ла мираҫ итеп ҡалдырҙыҡ, – ти тыуған төйәген өйрәнеүсе Рөстәм Мәғрүф улы. – Халыҡ та бик әүҙем беҙҙең. “Хәтер китабы”н мәғлүмәт менән байытыуҙа, фотолар менән тулыландырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Ҡайһы берәүҙәр фронтта ҡатнашҡан туған-тыумасаһының яҙмышын асыҡлау, белешеү өсөн дә мөрәжәғәт итте. Йыш ҡына документтарҙа исем-фамилияларҙа, ауыл-район исемдәрендә хаталар ебәрелеүе эҙләү эштәрен тотҡарлай. Әммә тәжрибәле тарихсылар башҡа сығанаҡтар аша дөрөҫ юлды таба белә. Үҙҙәренең тыуған ырыуының шәжәрәһен төҙөүҙә ярҙам һорағандар ҙа булды, сөнки уны төҙөүҙең дә үҙенсәлеге, рәте бар, – ти Рөстәм Камалов.
Элекке Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары тоҡомо хәҙер Баҡалы, Илеш, Краснокама, Туймазы һәм Шаран райондары биләмәһендә, шулай уҡ Татарстандың бер нисә районында йәшәй. ХVI быуаттан башлап ХХ быуат башына тиклемге боронғо бөтә документтарҙа, сығанаҡтарҙа был биләмәләрҙә башҡорт ырыуҙары йәшәүе билдәле. Тик ХХ быуатта төньяҡ-көнбайыш райондарҙа уҡытыуҙы татар теленә күсереү этник билдәләнеште үҙгәртеүгә килтергән. Әммә архив документтары менән танышыу мөмкинлектәре киңәйеүе, тарихты, үҙ тамырҙарыңды өйрәнеүгә ынтылыш көсәйеүе күптәргә үҙҙәренең башҡорт ырыуы вәкиле булыуын асыҡлауға ярҙам иткән. Бала саҡта был хаҡта өлкәндәр ауыҙынан ишетеү – бер, ә документтарҙың был фактты раҫлауы – бөтөнләй башҡа, ысын мәғәнәһендә асыш!
Фидан Садиҡ улы Мәрүәров тарихсы ла, музей хеҙмәткәре лә түгел, ул – инженер-механик. Тыуған ауылының тарихын, Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен төҙөүгә уны нимә этәргән? “Тап инженерҙарҙан бына тигән эҙәрмәндәр, тикшеренеүселәр сыға ла инде. Был һөнәр кешеләренең асылы ла шунан ғибәрәт – ғүмер буйы эҙләнә, ваҡ-төйәктәрҙә ҡаҙына, үҙ маҡсатына ирешмәй туҡтамай”, – тип көлөмһөрәп яуап ҡайтарҙы ул һорауыбыҙға.
2011 йылда баҫылып сыҡҡан “Иҫке Күктау ауылы тарихы” китабын әҙерләү, Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары тураһында мәғлүмәттәр туплау, ауылдың барлыҡҡа килеүе, милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы, ХХ быуатҡа аяҡ баҫыуы, халыҡ иҫәбен алыу, ер-һыу атамаларын өйрәнеү, асыҡлау өсөн архивтарҙа аҙ ултырырға тура килмәй уға. 1993 йылда башланған ҡатмарлы, мәшәҡәтле эш, ниһайәт, 2011 йылда китап булып баҫылып сыға.
– Шәжәрә менән танышыу теләге миндә бәләкәй саҡта уҡ һалынғайны. Атай-әсәй үҙ-ара һөйләшкәндә кемгә кемдең нисек туғанлығы хаҡында бәхәсләшеп тә киткеләй ине. Институт тамамлап Йәркәйгә эшкә ҡайтҡас, ауылдашым Камалов Мирзағабдрахман ағай менән күрешкәндә, ул: “Беҙҙең боронғо бабабыҙ Ғайсар исемле булған, уның улы – Мөхәмәтрәхим, уныҡы – Әхмәтша, Әхмәтшаның улдары Камалетдин, Аҡмалетдин, Әхмәтдин исемле булған. Әхмәтдин менән Камалетдин һинең атайың Садиҡтың һәм минең ҡартатайҙарыбыҙ”, – тип әйтте. Атайымдың бер туған апаһы Миңлекамал туғанлыҡ сылбырын тағы ла оҙайтып, 14-се быуынға – Күккүҙ бейгә тиклем һанай торғайны.
1993 йылда тарихсы, ғалим Ә. Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” китабы менән таныштым. Беҙҙең нәҫел башы Ғайсарҙың ХIХ быуат башында хәрби хеҙмәттә булған ейәндәре тураһында ла мәғлүмәт бар. Өҫтәүенә Башҡортостан телевидениеһында Ә. Әсфәндиәровтың бик ҡыҙыҡлы “Шәжәрә” тапшырыуы барған саҡ. Ошо хәлдәрҙең барыһы ла миңә ауыл шәжәрәһе, тарихы менән ҡыҙыҡһыныуға этәргес бирҙе.
– Әйтеүегеҙсә, һеҙгә тиклем дә ауыл шәжәрәһен төҙөргә тырышҡандар булған. Ул боронғо яҙмалар ниндәй мөғжизә менән һаҡланып ҡалып, һеҙҙең ҡулға килеп эләкте һуң?
– Был боронғо яҙманың һаҡланыуы, ысынлап та, ҙур асыш булды. Ауыл шәжәрәһе 1912–1915 йылдарҙа ауыл старостаһы булған Әхмәтдинов Ғәрәфетдиндең ҡыҙы Фатима апайҙа һаҡланған. 1967 йылда, Октябрь революцияһының 50 йыллығына бағышлап, ауылдар тарихын өйрәнгән саҡта атайымдың ҡустыһы Әнғәм Мәрүәров уны алып өйрәнә башлаған. Аҙаҡ был яҙыу ауылдашым, Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡытҡан Илшат Насиповта булып сыҡты. Ғәрәп телендәге яҙыуҙарҙы уҡыу еңел бирелмәне. Үҙебеҙҙәге телде белгән кешеләргә күрһәттек, тулыһынса уҡыта алмағас, Өфөләге ғалимдарға мөрәжәғәт иттек. Барыбер яҙыуҙарҙың йөкмәткеһе аңлашылып бөтмәгәс, Ҡазандағы белгестәргә хат яҙҙым. Әле лә тулыһынса асыҡланды, тип әйтә алмайым.
– Һеҙҙең был үҙенсәлекле шөғөлгә тотоноуығыҙҙы яҡташтарығыҙ нисек ҡабул итте?
– Шәжәрә – ғәрәп һүҙе, “ағас” тигәнде аңлата. Бер нисә быуын кешеләренең туғанлыҡ теҙмәһен алып ҡараһаҡ, ул, ысынлап та, үҫеп ултырған тармаҡлы ағасты хәтерләтә: боронғо ата-бабаларыбыҙ – уның көслө тамырҙары, унан һуң килгән быуындар – йәйелеп киткән эре ботаҡтары йәки япраҡтары. Шәжәрәнең насар һаҡланыуы һәм ХХ быуатта тыуғандарҙың бөтөнләй яҙылмаған булыуы сәбәпле, быуындар тулыһынса ялғанып бөтмәне. Яҙманы тулыландырыу маҡсатында республиканың архивында һаҡланған ХIХ быуатта һәм 1917 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу материалдарын файҙаландым. Өлкән кешеләр менән һөйләшелде.
Өй беренсә йөрөп, материал тупланым. Өс-дүрт кеше генә нәҫеленең биш-алты быуынына тиклем әйтә алды. Ата-бабалар, ауыл тарихы быуындан-быуынға бөтөнләй тапшырылмаған тиерлек. Өлкән йәштәгеләр “сауаплы эшкә тотонғанһың, бик кәрәкле шөғөл”, тип минең эшмәкәрлекте хупланы, үҙҙәренсә ярҙам итергә, белгәндәре менән уртаҡлашырға тырышты. Йәшерен-батырын түгел, ҡайһы берәүҙәренең йөҙҙәрендә “үткәнде ниңә болғатырға инде” тигәнерәк фекер яҙылғанын да һиҙҙем. Улар ҙа бит шуны аңларға тейеш, йорт стенаһын нигеҙ һалмайынса күтәреп булмаған кеүек, үткәндәрһеҙ, баҡыйлыҡҡа күскән шәхестәрһеҙ, тарихһыҙ киләсәккә юл юҡ.
– Фидан Садиҡ улы, шулай итеп, һеҙ үҙегеҙҙең нәҫел-нәсәбегеҙҙең нисә быуынын белә алдығыҙ?
– Ата-бабаларының шәжәрәһен, туған-ырыуын белмәгәндәрҙе һис ғәйепләп булмай. 1917 йылғы революциянан һуң яңы власть быға тиклем булған тарихты иҫкелек ҡалдығы тип онотторорға тырышты, ләкин халыҡтың хәтере ныҡ. Шәжәрәләге 1859 – 1917 йылдар араһындағы өҙөклөктәр 1869 йылғы ауыл йыйыны (сходтар) протоколынан һәм 1894 йылғы метрика дәфтәренән алып тулыландырылды. Шулай итеп, Иҫке Күктау башҡорттарының 21-22 быуынынан торған шәжәрәһе барлыҡҡа килде. Быларға төрлө сығанаҡтарҙан билдәле Ҡандыр бейҙең атаһы Болом бей һәм бабаһы Баҫман бейҙе лә өҫтәһәк, 23–24 быуын килеп сыға.
Тимәк, бөгөн Ҡандыр бейҙән алып ейәнем Робертҡа тиклем 22 быуынымды яҡшы беләм, тип ныҡлы әйтә алам.
– Белеүебеҙсә, һеҙҙең уй-пландарығыҙ һис кәмемәй, арта ғына...
– “Ғүмер ҡыҫҡа, үткәрмә бушҡа”, тигәндәй ашығырға кәрәк. Райондағы элекке МТС-тар тарихы, уларҙа эшләгән шәхестәр тураһында яҙырға теләгем бик ҙур. Тыуған төйәгем Иҫке Күктау ауылы тарихы тураһындағы китабымды рус телендә сығарыу уйы ла бар. Эҙләнеү, архивтарҙа ҡаҙыныу эштәренә ваҡыт та, һаулыҡ та кәрәк. Барыһын да эшләп ҡалырға өлгөрөргә ине...
– Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, илһөйәр ил ағалары ! Һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, көс-ҡеүәт, сәләмәтлек насип итһен!