Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Сентябрь 2020, 11:16

Театрҙың тылсымсыһы

“О, быны Нестеров эшләгән!”

Ғәҙәттә, театр тиһәк, тәү сиратта актерҙар күҙ алдына килеп баҫа, шунан ғына – режиссерҙар, артабан – һәр нәмәнең төбөнә төшөп уйларға күнеккәндәр, йәғни сәхнәлә сағыу күренеш тыуҙырған рәссам, декораторҙар, грим оҫталары иҫкә төшә. Ә театрҙа тылсымлы мөхит тыуҙырыусылар тап улар бит.


Мәжит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма теат­рының баш рәссамы Альберт Нестеровты күптәр “Ҡара йөҙҙәр” спектакле арҡылы белә. Тап ошо спектакль уға Бөтә Рәсәй “Алтын битлек” премияһын бүләк итә.
Быларҙан тыш, Альберт Нестеров оҙаҡ йылдар театр сәхнәһендә уйналып килгән “Бирнәһеҙ ҡыҙ”, “Аҡ пароход”, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”, “Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр”, “Ҡатын-ҡыҙ сюитаһы”, “Әбейүшкә.ру”, “Ҡаһым түрә”, “Йүгер, Харис, йүгер”, “Хыялға ҡаршы”, “Зөләйха күҙҙәрен аса”, “Мин – Марат”, “Сыңғыҙхандың аҡ болото”, “Гөлбостан”, “Ҡыҙ урлау” һәм башҡа спектаклдәр менән эш итә.
Башҡорт дәүләт академия драма театрынан тыш, уның ижад өлгө­ләрен Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, Салауат, Стәрлетамаҡ театрҙарында күрергә була. Быларҙан тыш, Альберт Нестеров башҡа республикалар һәм өлкәләр менән дә хеҙмәттәшлек итә: Татарстандың Ғәлиәскәр Камал исемендәге академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылған “Һыйыр”, “Иҫ­кән елдәр көйөнә”, Ырымбурҙа Максим Горький исемендәге өлкә теат­рындағы “Шикарный мужчина”, “Лебединая песня” спектаклдәренең биҙәлеше лә – уның хеҙмәт емеше.
Альберт Нестеров Өфө ҡала­һында донъяға килә. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Театр донъяһына студент сағында уҡ аяҡ баҫа – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ул ваҡыттағы баш рәс­самы Т.Г. Еникеевтың ярҙамсыһы була, ошо рәүешле эш айышына төшөнә. Рәссам хеҙмәт юлын 2000 йылдар башында Салауат башҡорт драма театрында рәссам-ҡуйыусы булараҡ башлай, аҙаҡ ошо уҡ театрҙа баш рәссам вазифаһына тәғәйенләнә.
2012 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Оҫта бар ерҙә лә оҫта: Альберт Нестеров спектаклде сәхнәгә әҙерләү арауығында сценограф та, яҡтылыҡ һәм костюмдар буйынса рәссам да, театрҙың реклама продукцияһының дизайнеры ла. Әйткәндәй, Альберт Нестеров Өфө дәүләт сәнғәт инс­титутында режиссерлыҡҡа белем ала.

“Беҙ уҡыған курс тәжрибә курсы тип атала ине, рәссамдар ҙа, режиссерҙар ҙа, актерҙар ҙа бер ағымда булды. Беҙҙең художество етәксеһе Рифҡәт Исрафилов ине. Уҡыу йортон тамамлап, ҡулыма драма режиссеры дипломын алдым, был театр сәхнәһендә уйнау, спектаклдәр ҡуйыу йәки шул уҡ сәхнәне биҙәү мөмкинлеген бирә”, – тип иҫкә ала ул.
Рәссамдың тәүге эше – Мольер­ҙың “Һаран” спектакле. Институттың һуңғы курсында был спектаклде диплом эше итеп һайлай ул.
“Эш барышында иң ҡыҙығы – барыһын да уйлап сығарыу, әммә был дөйөм хеҙмәттең ун процентын ғына тәшкил итә. Идея тыуа, эскиз һәм макеттар яһала, әммә быларҙың барыһын да бойомға ашырырға ла кәрәк. Һәр спектаклгә яңыса мөнәсәбәттә булырға тырышам, шуға “О, быны Нестеров эшләгән!” тип минең хеҙмәт емеш­тәремде таныһалар, ҡыйын булып китә хатта. Спектаклдәр бер-береһенән айырылып торорға, ҡабатланмаҫҡа тейеш”, – ти Альберт.
Рәссамға “Алтын битлек” алып кил­гән “Ҡара йөҙҙәр” спектакленә әй­ләнеп ҡайтҡанда, бындағы сәхнә костюмдары сағыулығы менән дә, үҙенсәлеклелеге менән дә арбай. Күп әйберҙәр ямаулыҡтар ярҙа­мын­да эшләнгән, Альберт үҙе был ҡа­рарҙы: “Элек ҡатын-ҡыҙға туҡыма киҫәктәрен бүләк итеү яҡшы йола һаналған”, – тип аңлата. Ҡыҙыл төҫ – мөхәббәт, йәшел төҫ – һаулыҡ, оҙон ғүмер теләү. “Ҡара йөҙҙәр”ҙәге туҡыма киҫәктәренең дә үҙ сере бар икән: улар кешенең Алла, тәбиғәт, ата-әсә тарафынан бар­лыҡҡа килгәнен һынландыра.
“Тап ошо киҫәктәр кешенән тулы ҡанлы шәхес яһай. Әйткәндәй, беҙ башҡорт фольклорын өйрәнгәндә, борон ауырыу кешегә, ҡара көстәрҙе ҡыуыу өсөн, ямаулыҡтарҙан торған кейемдәр кейҙереүен белдек”, – ти Нестеров.
Туҡыма киҫәктәренән тыш, был спектаклдәге кейемдәр матурлығы менән дә арбай. Шул уҡ ҡатын-ҡыҙ күлдәге, тәү ҡарашҡа ябай, әммә ҡараған һайын ҡарағы, аҙаҡ кейеп йөрөгө килә. “Ҡара йөҙҙәр” спектак­ленән дә, ундағы сәхнә костюмдары­нан да тәү сиратта зауыҡ һирпелә.
Күптән түгел Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы сыҡты. Тамашасының тәү сиратта иғтибар иткән әйбере, моғайын да, күҙ яуын алырлыҡ костюмдар булғандыр. Спектакль, дөйөм алғанда, уҙған быуат аҙа­ғында популяр булған “стилягалар” стилендә эшләнгән, һәм сәхнәләге тиҫтәләрсә актерҙың кейеме бер-береһен ҡабатламай. Күлдәк, салбар, пинжәк – һәр ҡайһыһы үҙен­сәлекле лә, зауыҡлы ла, затлы ла.
Ғөмүмән, Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы Альберт Нестеровты ошо театрҙың тылсымсыһы тип атарға булалыр – үҙе күҙгә күренмәй, ә тылсымы күптәрҙе әсир итә.

Читайте нас