Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Сентябрь 2020, 09:03

Ҡыҙҙарға өмөт ҙур

Күптән түгел Сибай ҡалаһында XVI төбәк-ара “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсының ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бәйгелә бик күп таланттарҙы күреп ҡыуандыҡ.

Күптән түгел Сибай ҡалаһында XVI төбәк-ара “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсының ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бәйгелә бик күп таланттарҙы күреп ҡыуандыҡ.


Улар араһында Балтас районынан йәш йырсылар ҙа бар ине. Мәҫәлән, балалар конкурсында Амалия Ғәйниәхмә­това “Өмөт” номинацияһында алдынғы­лыҡты бирмәне.
– Бәләкәйҙән йырлайым, халыҡ алдында сығыш яһау – минең өсөн ҙур шат­лыҡ, – тип һөйләй Амалия. – Ҙур үҫкәс, үҙемде сәхнәлә генә күрәм, моғайын, артист булырмын ул. Туғандарым да шулай ти. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡар­ғанда, ғөмүмән, ниндәй генә йырҙы йыр­лаһам да, үҙемде иркен тотам, айырыуса ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм, бер ниндәй ҙә тартыныу тоймайым. Мәктәптә уҡы­тыу­сылар ошо ҡыйыу сифатым өсөн ярата ла инде, һәр саҡ маҡтайҙар, улар­ҙың хуплауы миңә тағы ла дәртләнеберәк сәхнәгә күтәрелергә булышлыҡ итә.
Йәш ҡыҙ белдереүенсә, Сибай уға ныҡ оҡшаған, бигерәк тә ҡала үҙәгендәге сәғәткә иҫе киткән, шулай уҡ бында бихисап әхирәттәр тапҡан.
– Һәр бала ниндәйҙер ярышта даими ҡатнашырға теләй, – тип һөйләй конкурс дипломанты Айрина Мәхейәнова. – Әйтәйек, Балтас районынан бүтән төбәктәргә сыҡмаһаң, бер ниндәй ҙә үҫеш булмаясаҡ, һис ҡасан да. Конкурста дипломант баҫҡысына күтәрелеүем менән бәхетлемен. Быны булдыра алдым, был хыял түгел, ә ысынбарлыҡ!
Әңгәмәсем билдәләүенсә, башҡорт халыҡ йырҙары шул хәтлем моңло һәм мәғәнәле. Ул йырҙарға мөкиббән ғашиҡ, уларҙың тарихын белергә ынтылышы ифрат көслө.
Сәскә кеүек сибәр ҡыҙҙарҙы, улай ғына ла түгел, талантлы гүзәлдәрҙе мәртәбәле конкурста ҡатнаштырыу өсөн Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рая Хәмәева бар көсөн һалған.
– Ҡыҙҙар Балалар сәнғәт мәктәбендә вокал класында шөғөлләнә, конкурсҡа етди һәм оҙаҡ әҙерләндек, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Рая ханым. – Үҫтергән ағасыңдың емешенән ауыҙ итмәү яҙа атҡан йәки сәпкә тейҙермәгән уҡсы менән бер. Айринаға ла, Амалияға ла ҙур өмөт бағлайым, ҡыҙҙарҙың киләсәге бар. Уларҙың икеһе лә уҡыу алдынғыһы, бынан тыш, мәктәптәге сараларҙың да уртаһын­да ҡайнайҙар. Ваҡыттарын дөрөҫ бүлеү­ҙәре арҡаһында бар ергә лә өлгөрәләр.


Педагог Рая Хәмәева һөйләүенсә, ул балала сәнғәткә ынтылышты тойғас уҡ уның менән етди итеп шөғөлләнә башлай, өҫтәмә дәрестәр ҙә үткәрә.
Шул да мәғлүм булһын, “Ирәндек моңдары” конкурсында Башҡортостандан тыш, илебеҙҙең бик күп төбәктәренән йырсылар ҡатнашты.


Балтас районы.
Читайте нас