Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Сентябрь 2020, 09:30

Радмир Туйсиндың хәле нисек?

Танылған йырсы Радмир Туйсинды бал ҡорто сағыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ысынлап та, теге ваҡытта йырсыны...

Танылған йырсы Радмир Туйсинды бал ҡорто сағыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ысынлап та, теге ваҡытта йырсыны күреп ныҡ борсолғайныҡ. Бит шарҙай булып шешкән, күҙ ҡыҫыҡ, ирендәр бүлтәйгән.
Ошо көндәрҙә уның менән тағы осрашыу бәхете тейҙе. Былай хәле яҡшырған кеүек, яңағының шешеге ҡайтҡан, күҙҙәр асылған.
– Ныҡ тетрәнеүҙән тауышың юғалғаманымы? – тип һораным.
– Киреһенсә, хәл-торошом яҡшы, илһам килде әле, – тине ул шатлығын йәшермәй.
Ижадсының кәйефе шәплеген күреп, беҙ ҙә һөйөндөк.
Ғөмүмән, Радмир Туйсиндың йырҙарын олоһо ла, кесеһе лә бик яратып тыңлай, уның концерттары һәр ваҡыт шаулап-гөрләп үтә. Айырыуса, “Фәрештә”, “Донъя бит ул”, “Һиңә килдем, иркәм” һәм башҡа йырҙары күңелдәрҙе елкендерә, уйландыра...
Илдар Аҡъюлов.
Читайте нас