Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Сентябрь 2020, 06:00

“Юлдаш” менән беҙ бергә!

Яратҡан радиобыҙ 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй! Ошо айҡанлы канал ниндәй бүләктәр әҙерләгән?

Һеҙҙең көнөгөҙ ҙә күптәрҙеке кеүек үк “Юлдаш” радиоһы менән башланамы? Бына инде 20 йыл улар республикабыҙ халҡын уята, көнө буйы кәйефен күтәрә, йырлы-моңло тулҡындарҙа бәүелтә, республика тормошо яңылыҡтары менән таныштыра, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс тапшырыуҙары менән ҡыуандыра.
“Юлдаш” тәүлек әйләнәһенә бөтә Башҡортостан биләмәһендә генә түгел, күрше төбәктәрҙә лә яңғырай. Ә интернет аша уны донъяның теләһә ҡайһы нөктәһендә лә тыңлап була. Бөгөн был радиоканалды ике миллиондан ашыу кеше тыңлай, айырыуса ауыл ерендә яраталар һәм үҙ итәләр.
Уларҙың маҡсаты - тыңлаусыларын оператив һәм көнүҙәк мәғлүмәттәр менән тәьмин итеү, күңел асыу тапшырыуҙары аша аң-белем таратыу, аудиторияның социаль әүҙемлеген уятыу, кешеләрҙе ыңғай маҡсаттарға йүнәлтеү. Шулай ҙа эфирҙың ҙур өлөшөн һәр кемдең зауығына яуап бирерҙәй йыр-моң тәшкил итә. Күптәр радионы һуңғы яңылыҡтарҙы белеү өсөн тоҡандырһа, аналитик һәм күңел асыуға ҡоролған тапшырыуҙарҙы үҙ иткәндәр ҙә байтаҡ.
Радио хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге эфирҙан тыш та дауам итә. Улар республика буйлап сәфәрҙәргә сығып тыңлаусылары менән осраша, мәрхәмәтлек акциялары, байрам саралары үткәрә, шефлыҡ ярҙамы күрһәтә. Ҡыҫҡаһы, улар һәр ваҡыт халыҡ араһында һәм халыҡ өсөн эшләй! “Юлдаш йыры” республика конкурсы әллә ҡасан радио сиктәренән сығып, ҙур йыр-моң байрамына әйләнде. Ун йыл эсендә унда 500-ҙән ашыу үҙешмәкәр артист ҡатнашты, улар йөҙҙән ашыуы конкурстың лауреаттары һәм еңеүселәре булды һәм республиканың ҙур сәхнәһенә юллама алды.
Профессиональ башҡарыусылар араһында “ЮлдашХит” йыр фестивале бик популяр. Был проект башҡорт эстрадаһы үҫеше күрһәткесе булып тора, сөнки төп яңы йырҙар тәү сиратта “Юлдаш”тың хит парады аша үтә.
Республиканың төп радиоканалы өс тапҡыр Волга буйы федераль округында иң яҡшы радиостанция, бик күп бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары еңеүсеһе булып танылған.
20 йыл дауамында халыҡҡа ихлас хеҙмәт иткән радиоканал “Беҙ бергә” тигән девиз аҫтында эшләй.
Әйткәндәй, “Юлдаш”тар тамашасыһы өсөн сюрприз да әҙерләгән. 21-нән 27 сентябргә тиклем эфирҙа радионың тәүге алып барыусылары эшләйәсәк. Улар Нурия Абдуллина, Зифа Нагаева, Рөстәм Ғиззәтуллин, Ләйсән Сәйфетдин, Фирҙәт Ғәлиев, Зөлфиә Рәхмәтуллина һәм башҡалар. Иртәнге тапшырыуҙарҙы Наил Йосопов менән Марсель Байдәүләтов алып барасаҡ. “Асыҡ студия” аналитик тапшырыуының ҡунағы булып компанияның 2000 йылдар башындағы генераль директоры Рәмис Дәүләтбаев торасаҡ. "Юлдаш"тың сюрприздары бының менән генә сикләнмәй. Тыңлаусыларҙы күп ҡунаҡтар, күп бүләктәр көтә.
Артабан да бергә булайыҡ!
Читайте нас