Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Сентябрь 2020, 10:00

Кәләпүш бәхәс тыуҙырҙы

Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов быға бәйле ниндәй аңлатма бирҙе? Ә һеҙ кәләпүш тураһында ишеткәнегеҙ бармы?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә Сахалин башҡорттарының «Гөлдәр» ансамбленең фотоһын ҡуйҙы. Ансамблдә ҡатнашыусылар үҙенең сығышы менән Көньяҡ Сахалин ҡалаһының 138 йыллығына арналған тантананы йәмләгән. Ҡыҙҙарҙың баш кейеме иһә социаль селтәрҙәрҙә ҙур бәхәс тыуҙырҙы.
Күптәр башҡорттарҙа бындай баш кейеме булмаған, тигән фекерҙе еткерҙе. Бәхәскә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов та ҡушылып, кәләпүш тип аталған баш кейеменең тарихын бәйән итте:
- Был бик зиннәтле баш кейеме "кәләпүш" тип атала. Бик ҡыйбатлы булғаны өсөн ул халыҡта һаҡланып ҡалмаған тиерлек, сөнки уларҙы халыҡҡа ауыр ваҡытта сауҙагәрҙәр осһоҙға ғына һатып алып бөткән. Күбеһе коллектвизация ваҡытында трактор, косилка, молотилка алыр өсөн йыйып алынған. Һуғыш ваҡытына тиклем килеп еткәндәре самолет, танк эшләп фронтҡа ебәреү өсөн тапшырылған. Шуға күрә был милли баш кейеме онотолған тиергә мөмкин. Берҙән-бер данаһы Петербург этнография музейында һаҡлана. Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле өсөн ҡуйылған "Тархандар" бейеүендә лә был матур баш кейеме сәхнәгә сығарылды.
Бәлки өләсәйегеҙҙең һандығында кәләпүш һаҡланалыр, ентекләберәк ҡарағыҙ әле? Һеҙҙең кәләпүш тураһында ишеткәнегеҙ бармы?
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Читайте нас