Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Сентябрь 2020, 07:27

Ҡайҙа халыҡ – шунда “Юлдаш”!

Һеҙҙең көнөгөҙ ҙә күптәрҙеке кеүек “Юлдаш” радиоһы менән башланамы? Бына инде 20 йыл улар республикабыҙ халҡын уята, көнө буйы кәйефен күтәрә, йырлы-моңло тулҡындарында бәүелтә, республика яңылыҡтары менән таныштыра, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс тапшырыуҙары менән ҡыуандыра.

Һеҙҙең көнөгөҙ ҙә күптәрҙеке кеүек “Юлдаш” радиоһы менән башланамы? Бына инде 20 йыл улар республикабыҙ халҡын уята, көнө буйы кәйефен күтәрә, йырлы-моңло тулҡындарында бәүелтә, республика яңылыҡтары менән таныштыра, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс тапшырыуҙары менән ҡыуандыра.


“Юлдаш” тәүлек әйләнәһенә бө­тә Башҡортостан биләмәһендә генә түгел, күрше төбәктәрҙә лә яңғы­рай. Ә интернет аша уны донъяның теләһә ҡайһы нөктәһендә тыңларға була. Бөгөн был радиоканалды ике миллиондан ашыу кеше тыңлай, айырыуса ауыл ерендә яраталар һәм үҙ итәләр.
Уларҙың маҡсаты тыңлаусы­ларын оператив һәм көнүҙәк мәғлү­мәттәр менән тәьмин итеү, күңел асыу тапшырыуҙары аша аң-белем таратыу, аудиторияның социаль әүҙемлеген уятыу, кешеләрҙе ыңғай маҡсаттарға йүнәлтеү. Шулай ҙа эфирҙың ҙур өлөшөн һәр кемдең зауығына яуап бирерҙәй йыр-моң тәшкил итә. Кемдер радионы һуңғы яңылыҡтарҙы белеү өсөн тоҡандырһа, аналитик һәм күңел асыуға ҡоролған тапшы­рыуҙарҙы үҙ иткәндәр ҙә байтаҡ.
Радио хеҙмәткәрҙәренең эшмә­кәр­леге эфирҙан тыш та дауам итә. Улар республика буйлап сәфәр сығып, тыңлаусылары менән осраша, мәрхәмәтлек акциялары, байрам саралары үткәрә, шефлыҡ ярҙамы күрһәтә. Ҡыҫҡаһы, улар һәр ваҡыт халыҡ араһында, улар менән бергә һәм кешеләр өсөн эшләй!
Улар ойошторған “Юлдаш йыры” республика конкурсы әллә ҡасан радио сиктәренән сығып, ҙур йыр-моң байрамына әйләнде. Ун йыл эсендә унда 500-ҙән ашыу үҙешмәкәр артист ҡатнашты, шуның йөҙҙән ашыуы конкурс лауреаттары һәм еңеүселәре булды, республиканың ҙур сәхнәһенә юллама алды.
Профессиональ башҡарыу­сылар араһында “ЮлдашХит” йыр фестивале бик популяр. Был проект башҡорт эстрадаһы үҫеше күрһәткесе булып тора, сөнки тап яңы йырҙар тәү сиратта “Юлдаш”тың хит-парады аша үтә.
Республиканың төп радиоканалы өс тапҡыр Волга буйы федераль округында иң яҡшы радиостанция тип танылған, бик күп Рәсәй һәм республика конкурстары еңеүсеһе.
20 йыл дауамында халыҡҡа ихлас хеҙмәт иткән радиоканал “Беҙ бергә” тигән девиз аҫтында эшләй.
Әйткәндәй, “Юлдаш”тар тама­ша­сыһы өсөн сюрприз да әҙер­ләгән. 21-енән 27 сентябргә тиклем эфирҙа радионың тәүге алып барыусылары эшләйәсәк – Нурия Абдуллина, Зифа Нагаева, Рөстәм Ғиззәтуллин, Ләйсән Сәйфетдин, Фирҙәт Ғәлиев, Зөлфиә Рәхмәтул­лина һәм башҡалар. Иртәнге тап­шырыуҙарҙы Наил Юнысов менән Марсель Байдәүләтов алып ба­расаҡ. Компанияның 2000 йылдар башындағы генераль директоры Рәмис Дәүләтбаев “Асыҡ студия” аналитик тапшырыу ҡунағы буласаҡ.
Байрам саралары бының менән генә сикләнмәйәсәк. Тыңлаусы­ларҙы күп ҡунаҡтар, күп бүләктәр көтә.

Артабан да бергә булайыҡ!

Читайте нас