25-27 сентябрҙә “Торатау” геопаркы биләмәһендә, Ишембай районының Шихан ауылы янында, этнофестиваль үтергә тейеш ине.
Матур сараға әҙерләнеп йөрөгәндә көтөлмәгән яңылыҡ билдәле булды: республикалағы эпидемиологик хәлгә бәйле этноауылды асыу кисектерелә. Күҙаллауҙар буйынса, ул 2, 3 һәм 4 октябрҙә үтәсәк. Ойоштороусылар белдереүенсә, һауа торошо ул көндәрҙә лә әлеге кеүек матур торор тип көтөлә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, өс көн дауамында унда бик күп һәм ҡыҙыҡлы саралар булырға тейеш. Башҡортостанда йәшәгән ете милләт вәкилдәре үҙ йолаларын, кәсептәрен, ижадын, сәнғәтен күрһәтәсәк.
Һәр халыҡты символлаштырып, ете тирмә ҡуйыласаҡ. Барыһы ла үҙ йолаларына ярашлы биҙәләсәк. Башҡорттар, рустар, татарҙар, сыуаштар, украина, мордва, мари милләттәре вәкилдәре оҫталыҡ дәрестәре, ижади сығыштар, уйындар күрһәтәсәк.