Был бәләкәй генә күҙәтеү мәҡәләмде алыҫ диңгеҙ ярында, уның шашып-ярһып тулҡындарын ярға ҡаҡҡан мәлендә яҙып ултырам. Гөлнара Хәлфетдинованың журналистикалағы ижады хаҡында уйҙарым. Ҡайһы берәүҙәр самалап, коллегаһының ижадын был хәҙер диңгеҙ киңлегенә йә тәрәнлегенә, йә ҡөҙрәтенә тиңләр, тип фаразлар. Эйе, тиңләргә лә мөмкин, тик миңә әлеге мәле кинәнес. Таң алды, бар донъя йоҡлай. Ҡунаҡхана тәҙрәһенән илаһи күренеш асыла: диңгеҙ бар офоҡто биләп, йәйрәп ята, ул бер үк ваҡытта ярһыу ҙа, дәрәжәһен белеп, баҫалҡы ла. Диңгеҙ өҫтөндә ысыҡ бөртөктәрен уятып-балҡытып ҡояш ҡалҡып килә. Һәм һин шул мәлдә кемдеңдер ижады, хеҙмәте хаҡында уйлана, ул кисергәндәрҙе тоя алаһың.
Бергә эшләгәс, Гөлнараның һуңғы йылдарҙа күҙ алдында тип әйтерлек яҙылған төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрен үҙ итәм, уйландыра, һыҙландыра, көлдөрә, илата алған ижадында диңгеҙ шауын да, шишмә сылтырауын да ишетәм. Уның яҙғандары, теләйһеңме-юҡмы, һине тетрәнергә, уйланырға мәжбүр итә, артабан заман ағышына, донъяға яңы ҡараш тыуа, һығымта-йомғаҡлауға килергә ярҙам итә. “Ағиҙел”дә быйыл баҫылған мәҡәләләренең һәр береһе батырлыҡ һәм мөхәббәткә йыр-ода тип әйтергә була. Генерал Шайморатовтың тормошон һәм хәрби юлын, шәхесен һәм эске донъяһын асҡан моңло-һағышлы яҙмаһын шағир Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың: “Был – ябай мәҡәлә түгел, ә Шайморатов хаҡында ысын мәғәнәһендә оло поэма”, – тип нарыҡлауында хәҡиҡәт бар. Өҫтәп тағы ла шуны әйтергә була: мәҡәләнең һиммәте моңло, образлы телдә генә түгел, ә авторҙың генералдың эшмәкәрлеген масштаблы яҡтырта алыуында ла. Уның исеме бөгөнгө
замандаштарыбыҙға ни өсөн шул тиклем ҡәҙерле һәм һыҙландырғыс та – был һорауға Гөлнара Хәлфетдинова аныҡ һәм төплө яуап бирә алған.
Шағир йә яҙыусы Хоҙай биргән һәләте һәм тырышлығы менән генә бар булмышын асып бирә алмай, әгәр ҙә янында терәк-кәңәшсе, серҙәше булмаһа. “Ижад усағының саҡматашы” тип аталған яңы рубриканы уйлап тапҡанда Гөлнара Нәжип ҡыҙы: “Илһам булмағанда яҙыусы ҡәләменән яңы әҫәрҙәр таммай. Сәнғәтте тыуҙырыусының ижад ҡомарын тоҡандырып, тере тотҡан, йәшәткән, һүнергә бирмәгән йән-юлдаштары була. Ғәҙәттә, улар күренеп бармай, күләгәлә ҡалыуҙы өҫтөн күрә, әммә әҙәбиәттә уларҙың роле алмаштырғыһыҙ. Шатлыҡ булып киләме ул яҙыусыға илһам сығанағы, әллә уй-һағыш йә хәсрәтле йөктәй елкәһенә ултырып барамы, уныһы мөһим түгел. Уның, ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, сәнғәт әҫәре тыуҙырыусыға тәьҫире саҡматаш ише дөрләткес көскә эйә”, – тигәйне. Һәм бер-бер артлы Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов һәм Факиһа Туғыҙбаеваларҙың тормош иптәштәре Фәриҙә, Дамира апайҙар, Мансур ағай менән осрашып, бик тә ҡыҙыҡлы әңгәмәләр тәҡдим итте. Журналды уҡыусылар иҫ киткес яратып ҡабул итте был рубрика яҙмаларын. Унда шағирҙарыбыҙ бөтөнләй башҡа яҡтан асылды, уларҙың ижадына ла, кешелек һәм гражданлыҡ асылдарына ла яңы биҙәк, яңы төҫ өҫтәй алды Гөлнара. Ә ул шағирҙар – милләт тотҡаһы, ғорурлығы, уларҙы онотторорға һис тә ярамай, ижадтарын да, үҙҙәрен дә төрлө яҡтан асаһы ла асаһы әле.
Гөлнара Хәлфетдинова был йәһәттән бик тә ҡомарлы – уның һәр мәҡәләһе баҫмаға ла, матбуғат донъяһына ла яңылыҡ алып килә. “Шоңҡар” журналында эшләгәндә ул 80 йәшлек Луиза инәй Әминева хаҡында ҙур мәҡәлә яҙҙы. Ниндәй яңылыҡ тиһегеҙме? Ошо һикһәнде уҙған “замана” әбейе 78(!) йәшендә генә компьютерҙы, интернет донъяһын өйрәнеп, бөгөн шуның аша йөҙҙәрсә мең һум аҡса эшләй. Аптыраҡ! Йә булмаһа, АҠШ-та йәшәгән бар донъяға билдәле моделдәрҙең береһе Гөлсинә Кәлимуллина менән ҡыҙыҡлы әңгәмә. Ә бында ниндәй яңылыҡ тиерһегеҙ тағы ла. Уңышлы модель бер кемгә лә, бер баҫмаға ла шәхси тормошо тураһында һөйләгәне юҡ. Тик Гөлнара ғына уны әңгәмәгә ризалатып, күңел донъяһын аса алған, был мәҡәлә Гөлсинә хаҡында тыуған республикаһы матбуғатында баҫылған тәүге яҙма булараҡ та хәтерҙә ҡалды.
Иҫ киткес баҫалҡы, бер ерҙә лә үҙе тураһында һүҙ әйттерергә ынтылмаған, бер үҙе бер институт башҡарырҙай эште алып барған, интернетта Глосби системаһына башҡорт телен урынлаштырыуҙы үҙ иңенә алып, унда 300 меңдән ашыу һүҙ һәм һүҙбәйләнеште индереп “ултыртҡан” Искәндәр Шакировты табып, бар ғәмгә күрһәтеүе лә – үҙе бер табыш. Табышһыҙ һәм асышһыҙ журналист – ноль ул, ти торғайны әле ағайҙар. Гөлнара был йәһәттән ун, йөҙ! “Ҡайҙан табаһың ул шундай шәп геройҙарҙы?” – тип һораным үҙенән. “Белмәйемсе, – тип йылмая ул, – нисектер юлыма бына шулай тап булалар. Хызыр Ильяс сығаралыр…”
Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр ҙә ул. Мин беләм: Гөлнараның ике ҡоралы бар: аҡыллы ҡәләме һәм бар донъяны балҡытып йылмайыуы! Хоҙай шуға үҙ күреп сығаралыр ҙа барыр юлына.
“Уфа” журналында ул байтаҡ йылдар инде “Я учу башкирский” тигән рубриканы алып бара. Рус телле уҡыусыларға башҡорт халҡының көнкүрешенә, йолаларына, аш-һыуына ҡағылышлы аңлатмалы мәҡәләләр менән сығыш яһай, башҡорт теленә өйрәткән һүҙлек тә бирә. “Үҙемдең бөйөк башҡорт теле һағында тороуым, башҡаларға туған телем серҙәрен төшөндөрә алыуым менән бәхетлемен”, – ти Гөлнара Хәлфетдинова.
Халыҡты шәхестәр күтәрә, тибеҙ. Тел, рух, милләт һағында тороу, ғүмер буйы ошо изге төшөнсәләргә әҙерәк кенә лә хилафлыҡ тейеп, бәлә килеп ҡуймаһын тип сәғәт-минут һайын һаҡта булыу, һиҙгерлек тотоу – батырлыҡ. Ә беҙ, яҙыусылар, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, милләт ҡотон, булмышын, рухын ҡәләм осонда, иңебеҙҙә, йөрәгебеҙ-зиһенебеҙҙә быуаттан быуатҡа, мәлдән мәңгелеккә күсереп, тапшыра киләбеҙ. Был – беҙҙең Хоҙай ҡаршыһындағы оло йөгөбөҙ, ата-бабаларыбыҙ һәм киләсәк быуын алдындағы мөҡәддәс бурысыбыҙ. Был бурысҡа беҙ йылдар һуҙымында аңлы рәүештә йә ҡан-йән саҡырыуы аша ғына килмәгәнбеҙ, ә Тәңре тарафынан ебәрелгән бүләк итеп тә ҡабул ҡылабыҙ.
Был уйҙарымды теркәүем шунан да ғибәрәт: урамдарҙа, интернет ихаталарында батыр һәм бахырҙарға бүленәләр, үҙеңде тауға мендереп, бәғзе берәүҙәрҙе батҡаҡҡа батырыу, бер-береңде дошманлаштырыу күренештәре йышайып китте. Ғүмер буйы косметика һатып, шәхси мәнфәғәтеңде генә ҡайғыртып йәшәп һәм бер көндө өйҙә генә ултырып, башҡаларға эйәреп, компьютер төймәһенә баҫып, “Ҡуштау, живи!” (урыҫсалап әле) тип оран һалыу ғына милләтең өсөн йәнең бирерҙәй көрәшсе икәнеңде аңлатмай. Милләт өсөн яныу ул – көндәлек фиҙакәр хеҙмәт, ҡәләмеңде ҡаныңа манып халҡың зиһене, яҙмышы менән йәшәү, милләтеңә фиҙа булып туҡтамай эшләү, фекерләү. Һәм, баяғы диван белгестәренән айырмалы рәүештә, ундайҙар бер кемде лә алышта ла, йәшәйештә лә ғәйепләмәй, кер эҙләмәй, киреһенсә, халҡын күтәремләү юлын ҡарай.
Гөлнара Хәлфетдинова ижады бына шундай уйҙарға һалды бөгөн таң менән. Серҙәремде диңгеҙгә сисмәнем, уйҙарымды тулҡынға һалдым. Ә диңгеҙ шаулай ҙа шаулай, тулҡындарын ярға ҡаға ла ҡаға...