Радио, телевидение эше ситтән генә еңел һәм ябай күренә. Ашаған белмәй, тураған белә, тип бик дөрөҫ әйтәләр шул. Һөнәрең кешеләр, уларҙың күңел торошо менән туранан-тура бәйле булғанлыҡтан, яуаплылыҡ ифрат ҙур. Әҙер ҡалыптар ҙа яраҡһыҙ бында – һәр осраҡта ла ижади эш итергә тура килә. Йыш ҡына ҡара таңдан төнгәсә ашығыс тапшырыуҙар әҙерләйһең, нисек кенә килеп сығыр, нисек ҡабул итерҙәр тип янып-көйәһең. Һөнәрең күңел талабы булғанда ғына, шөғөлөңдөң ауырлыҡтары һиҙелмәйәсәк. Шундай эшенә тоғро оҫталарҙың береһе – өс тиҫтә йыл дауамында ижади хеҙмәт тәжрибәһе туплаған “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы “Ашҡаҙар” радиоһының өлкән мөхәррире Фәнүзә Баһауетдинова.
– Ысынлап та, беҙҙең эш бигерәк тынғыһыҙ, әммә мауыҡтырғыс: ваҡыт, хатта йыл артынан йылдар уҙыуы һиҙелмәй тиерлек. Иң мөһиме – эшеңдең ҡәнәғәтлек биреүе, башҡаларға кәрәкле булыуы. Шөкөр, быйыл ғүмер тауымдың 55-се баҫҡысындамын. “Ашҡаҙар” радиоһының эфирға сыға башлауына ла 10 йыл тулды, – тип ихлас йылмая Фәнүзә.
Эшенән рухи кинәнес табып йәшәй ул. Шулай булмайса! Бала сағынан уҡ диктор йә актриса, йә уҡытыусы булам тип хыял иткәйне. Яҙмыш ҡушыуылыр, тап ошо хеҙмәте аша барлыҡ хыялдары ла тормошҡа ашты бит.
1987 йылда Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы Баһауетдинова БДУ-ның химия факультетын тамамлап, Өфөләге 20-се башҡорт мәктәбендә эш башлай. Ҡулына яңы ғына юғары белем тураһында диплом алған йәш белгес пионерҙар, комсомолдар менән дәртләнеп төрлө саралар ойоштора. Әйткәндәй, миңә, кинйә улым мәктәптә уҡыған сағында, Фәнүзәнең балалар менән төрлө кисәләр ойоштороуына шаһит булырға тура килгәйне. Ҡыҙыҡлы сараларға ул ата-әсәләрҙе лә йәлеп итә ине. Шундай итеп үтенеп һорай, ниндәйҙер мәшәҡәттәреңә һылтанып, ялтанып ҡалырға бер нисек тә мөмкин булмай торғайны.
Быға ата-әсәләр генә түгел, башҡалар ҙа иғтибар иткән икән. Мәктәп тормошо тураһында тапшырыу әҙерләргә килгән радиожурналист Фәрғәт Ҡунафин, йәш уҡытыусының балалар менән бирелеп эшләгәнен күреп, туған телендә саф һөйләшкәнен ишетеп, интервью ала. Эш урынына ҡайтып тапшырыуҙы эфирға әҙерләгәндә, Башҡортостан радиоһы режиссеры Альбина Закирова, яңы тауышҡа иғтибар итеп, Фәнүзәне үҙҙәренә тапшырыуҙар әҙерләшергә саҡыра. Шулай йәш уҡытыусы республика балаларына әкиәттәр, кескәйҙәр өсөн гәзит-журналдарға күҙәтеүҙәр уҡый. Йылдан ашыу ике урынға йүгереп эшләп йөрөгәндә, бер мәл уны радиоға күсергә күндерәләр. Хеҙмәт юлында Фәнүзәгә музыкаль бүлектә, балалар, йәштәр редакцияларында эшләргә насип була. Мәктәп уҡыусылары өсөн “Йәйғор”, “Юлдаш” тапшырыуҙарын әҙерләй, йәштәр өсөн “Етегән” программаһы эфирға сыға. Ул йылдарҙағы талаптар буйынса, тапшырыу ниндәйҙер проблемаға ҡоролорға тейеш була.
Шул ваҡыттарҙа Фәнүзә Баһауетдинова БДУ һәм Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары менән фольклор ансамбле төҙөп, республика райондары буйлап йәштәр менән осрашыуҙар, концерттар ойоштора. Ҡырмыҫҡалы, Стәрлебаш, Белорет, Нуриман, Архангел райондары йәштәре менән танышып, уларҙы баш ҡалалағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға саҡыралар, һорауҙарға яуап бирәләр. Йыл һуңында ошо сараны йомғаҡлап, Өфө йәштәре, студенттар өсөн Башҡорт дәүләт филармонияһында “Етегән” дуҫтарын йыя” тигән ҙур тамаша ойоштора. Унда Башҡортостан радиоһының етәкселәре, журналистары һәм дикторҙар Лира Фәйзуллина, Рәсимә Кәримова Наилә Ғәләүетдинова ҡатнаша.
Кисәнең маҡсаты йәштәрҙе радио-телевидение өлкәһенә яҡынайтыу, мәғлүмәт менән ярҙам итеү, уларҙа ышаныс тыуҙырыу, ҡыйыулыҡ, дәрт өҫтәү ине, тип хәтерләй Фәнүзә. Радио-телевидение хеҙмәткәрҙәре менән бындай йәнле осрашыуҙар бик үткәрелмәгән саҡ ине әле, шуға ла был матур кисәне бөгөн дә һағынып иҫләүселәр бар.
Шулай дәртләнеп эшләп йөрөгән йәшлек йылдарында Фәнүзә күптәнге тағы бер хыялын тормошҡа ашыра. Ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инеп, икенсе юғары белемгә эйә була, режиссура нескәлектәрен өйрәнә.
Хеҙмәт юлын телеүҙәктә дауам иткән арала уға “Радио-2” (шунан нигеҙ алған хәҙерге “Юлдаш” радиоһы), Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” программаларын ойоштороуҙа һәм алып барыусы ролендә тәүгеләр рәтендә булыу бәхете тейә. Телевидениеға уны билдәле журналист, “Сәләм”гә нигеҙ һалыусы Шәүрә Ғилманова саҡыра. Ә тәүге эфирға диктор Валерий Ермоленко алып сыға. Уларҙың кәңәштәренә бөгөн дә ҡолаҡ һалып эшләй Фәнүзә.
– Коллегаларым Гөлдәриә Йосопова, Ришат Миңдейәров, Фәриҙә Дүсәлинова, Илшат Зарипов (мәрхүм), Рөстәм Саҙретдинов, Рима Мөхәмәтшина, Дилара Зарипова һәм башҡалар менән бергә эшләгән саҡтар иң матур мәл булып күңелдә һаҡлана. Ул йылдарҙағы телевидение директоры Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа, бергә эшләгән дәртле, ижади ҡарашлы коллегаларыма рәхмәт. Шул йылдарҙа командировкалар менән республиканың барлыҡ райондарын йөрөп сыҡтыҡ, төрлө өлкәнән видеояҙмалар әҙерләй инек. Бөгөнгө эш шарттары менән сағыштырғанда, элек ауырыраҡ ине. Ҙур видеокассеталарҙы үҙебеҙ күтәреп йөрөйбөҙ, монтаж эшләүе күпкә ҡатмарлы һәм оҙайлы ваҡыт ала, суфлер булманы, яңылыҡтарҙы, һауа торошо тураһында мәғлүмәтте тәржемәләп әҙерләргә кәрәк ине. Һәм ошо эштәрҙе иртән йүгерә-йүгерә әҙерләп, үҙеңдең төҫ-ҡиәфәтеңде, сәсеңде шартына килтереп, кейемеңде үтекләп өлгөрөп, эфирҙа йылмайып ултырырға, тамашасыға яҡшы кәйеф өләшергә кәрәк. Хәҙер бит күлдәк-костюмдарға тиклем алдан хәстәрләйҙәр. Бөгөнгө шарттар, техник мөмкинлектәр менән кинәнеп эшләргә лә эшләргә генә, – ти ул, ғәҙәттәгесә, мөләйем йылмайып.
Шулай итеп, “Ашҡаҙар” радиоһына Фәнүзә Баһауетдинова ныҡлы әҙерлек һәм яҡшы тәжрибә туплап килә. Бәлки, шуға ла яңы урында айырыуса дәртләнеп эшләй.
Эйе, журналистика – бик яуаплы, ҡатмарлы һәм мауыҡтырғыс өлкә. Һәр әйткән һүҙеңә яуап бирергә тейешһең, көн дә республика яңылыҡтарын тәүгеләрҙән булып беләһең, яңы осрашыуҙар, абруйлы шәхестәр, шағирҙар, яҙыусылар, артистар, ниндәй генә һөнәр эйәләре менән танышмайһың да ниндәй генә темаға бәйле уйланмайһың… Айырыуса “Ашҡаҙар”ҙа яңғыраған “Ижади портрет” программаһын әҙерләгәндә 70-95 йәшлек инәй-олатайҙар менән осрашҡанда, үҙеңә лә бик күп тормош һабағы алаһың, һорауҙарыңа яуап табаһың. Нәжиб Асанбаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Наил Ғәлиев, Салауат Fәлин, Таһир Таһиров (Ахунйәнов), Абдулхаҡ Игебаев, Әлфиә Әхмәтова, Хашим Мостаев, Фәрит Бикбулатов, Мәғфирә Fәлиева, Шәүкәт Макулов, Флүрә Ноғоманова, Миләүшә Мортазина, Фәрдүнә Ҡасимова һәм башҡа өлкән быуын вәкилдәре менән осрашыуҙар уйландыра, һоҡландыра.
– Һәр тапшырыуыма күңел биреп, геройҙарымды яратып әҙерләйем. Бигерәк тә “Ижади портрет”ты әҙерләгәндә, сәнғәт институты уҡытыусылары Ғабдулла Ғиләжев, Рафаил Әйүпов, Фәрдүнә Ҡасимова, Тамара Хоҙайбирҙина өйрәткәнсә, тапшырыуҙарымды ла ваҡиға үҫеше, кульминация һәм сиселеш булырға тейеш тигән тәртиптә төҙөргә тырышам. Һәр геройым менән осрашыу хаҡында күңелемдә матур хәтирәләр, ә радионың алтын фондында тапшырыуҙар, уларҙың тауыштары һаҡлана.
Ете йыл дауамында тура эфирҙа “Беҙҙең донъя”, “Матбуғат” программаһын, гәзит-журналдарға күҙәтеү алып барҙым. Көн һайын яңғыраған концерт программаһын төҙөп, алып барыу тағы ла мауыҡтырғыс, бөтә йырсыларҙың репертуары менән танышаһың. Ижад ҡумтамда шулай уҡ “Еңеү юлы”, “Еңеү һалдаттары”, “Сәм” тапшырыуҙары ла бар. “Ашҡаҙар” радиоһының дуҫтары арта барыуына ҡыуанам. Ул – күңел талабына ҡоролған, халыҡ йырҙарын пропагандалаған, быуындар сылбырын дауам иткән мәҙәни канал. Тәжрибәнән сығып шуны әйтке килә: йыш ҡына студия ҡунаҡтары ни эшләптер тура эфирҙан ҡурҡа. Минең тәҡдимем, теләгем – мәктәп программаһына “Нәфис һүҙ” йәки “Матур һөйләү оҫталығы”н өйрәтеүҙе лә индереү. Йыш ҡына юғары вазифа биләүселәр ҙә, микрофонға һөйләп өйрәнмәгәнбеҙ, тиҙәр. Етмәһә, улар араһында туған телендә һөйләшеүселәрҙе табыу – айырым мәсьәлә... Ғөмүмән, аңламайым, нисек инде ошо ерҙә үҫеп, ошонда йәшәп-эшләп, балаларыңды үҫтереп, уларға белем биреп, шул республиканың телен белмәҫкә, өйрәнмәҫкә була ул?! Танышым Италияға сығып китте, бер ваҡыт унда эшләргә теләгәндәргә итальян телен белеүҙе шарт итә башлағандар, белмәйһең икән, рәхим итеп киске мәктәпкә бараһың да өйрәнәһең, ти. Етмәһә, имтихан тапшырып, танытма алырға кәрәк. Өйрәнә алмайһың, итальян телен белмәйһең икән, килешеү өҙөлә. Ашарға, йәшәргә теләһәң – өйрәнәһең инде, ти.
Минеңсә, тормош, хеҙмәт – ул көрәш майҙаны ла. Шул майҙанда бирешмәй, тик алға, еңеүҙәргә һәм уңыштарға ынтылып йәшәүҙәлер йәшәү мәғәнәһе! – ти Фәнүзә Баһауетдинова.
Шундай матур уй-хыялдар, яңы план-ниәттәр менән янып йәшәй хәбәрсе. Ныҡышмал шәхестең алда ла еңеүҙәре булырына шикләнмәйем, сөнки уның тапшырыуҙарын, шәхсән белеүемсә, бик күптәр көтөп ала. Уңыштар һиңә, тынғыһыҙ журналист!