Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Сентября 2020, 17:30

Гармунсылар байрам ойоштора

Иртәгә Октябрьский ҡалаһында “Уйна, гармун!” халыҡ байрамы уҙасаҡ.

26 сентябрҙә Октябрьский ҡалаһында “Уйна, гармун!” халыҡ байрамы уҙасаҡ. Сара 11 сәғәттә башлана. Тәүге сиратта ҡунаҡтарҙы урындағы Милли мәҙәниәттәр үҙәге менән таныштырасаҡтар. Унан байрамда ҡатнашыусылар “Дуҫлыҡ” паркында ағас ултыртасаҡ.
14.00 сәғәттә сағыу милли кейемдәрҙәге гармунсылар парады уҙасаҡ.
“Нефтсе” ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында “Күңелдәрҙе ас, гармун!” гармунсыларҙың асыҡ, “Баҡыр ҡыңғырау” фольклор ансамблдәре фестивалдәре, халыҡ оҫталарының һәм кәсепселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе, оҫталыҡ дәрестәре, милли уйындар, ярыштар, интерактив уйындар һәм күңел асыу саралары үтәсәк. Байрам барышында фото төшөү зонаһы эшләйәсәк. Сараны гармунсыларҙың ҙур концерты тамамлаясаҡ.
Сарала ҡатнашыу өсөн халыҡ фольклоры йүнәлешендә эшләгән профессиональ һәм һәүәҫкәр коллективтар, берләшмәләр, солистар, ижади, этно-тарихи реконструкция менән шөғөлләнеүселәр, халыҡ костюмы театрҙары, декоратив-ҡулланма ижад оҫталары саҡырыла. Һуңғылары мотлаҡ оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға тейеш.
Байрамда ҡатнашыу бушлай. Проект Президент гранттары фонды ярҙамын алған.
Фото: variant52.ru
Читайте нас