Ошо көндәрҙә Тәтешле районына ла көтөп алынған автоклуб килеп етте. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә хәҙер Башҡортостандың биш районында күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәктәр барлыҡҡа килде.
Мәғлүм булыуынса, был район республиканың төньяғында, Пермь крайы менән сиктәш урынлашҡан. Уны биләмәһендә 22 меңдән ашыу кеше, 27 милләт вәкиле йәшәй. Тәтешлелә 72 ауыл иҫәпләнә, шуларҙың 32-һендә генә клуб бар. Район үҙәгенән иң төпкөл ауылға тиклем – 50 километрҙан ашыу.
Яңы автоклуб үтеп инеү мөмкинлеге булған теләһә ҡайһы биләмәлә - паркта, ял урындарында, асыҡ йәйге һәм ҡышҡы майҙансыҡтарҙа күмәк мәҙәни саралар, тамашалар ойоштороу мөмкинлеген бирәсәк. Хәҙер районда концерт ҡуйыу, ижади коллективтарҙың сығышын күрһәтеү мәсьәләһе хәл ителде.
Тәтешлеләр автоклубты 28 сентябрҙә һынап ҡарарға ниәтләй. Был көндә Яңы Ҡайпан ауылында концерт ҡуясаҡтар. Артабан күсмә клуб график буйынса эшләйәсәк.
Фото: culture.bashkortostan.ru