Әҙәбиәттә психологизм – геройҙарҙың күңел донъяһын, уларҙың хис-тойғоһон, кисерештәрен, кәйефен, уй-фекерҙәрен, йәғни кешенең психик, рухи тормошон художестволы һүрәтләү алымы ул. (Гәрәева Г.Н. Башҡорт прозаһында оҫталыҡ мәсьәләләре: юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбабы. – Өфө: БашДУ, 1996. – 1-се б.). Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә әҫәрҙәре тәрән психологизм менән һуғарылған яҙыусылар күп. Шулар араһында билдәле яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың ижады айырыуса иғтибарға лайыҡ. Беҙ уны “Ғүмер бүләк итәм”, “Ҡаршы сығып ал”, “Офоҡтағы йондоҙ яҡтыһы”, “Әсәйемдең аҡ күлдәге”, “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” китаптары, гәзит-журналдарҙа даими баҫылып торған әҫәрҙәре аша яҡшы беләбеҙ.
Хәйҙәр Тапаҡов – хәҙерге башҡорт прозаһы өлкәһендә иң әүҙем эшләгән яҙыусыларҙың береһе. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәшит Солтангәрәев исемендәге әҙәби премия лауреаты. Әҫәрҙәренең үҙәгендә тәрән кисерештәр, ҡапма-ҡаршылыҡлы хис-тойғолар солғанышында ҡалған бөгөнгө заман кешеһе образы тора. Уларҙа геройҙарҙың эске донъяһы, эргә-тирәләге кешеләргә, хәл-ваҡиғаларға мөнәсәбәте нескә психологизм аша бирелә.
Х. Тапаҡовтың ижадында ҡатын-ҡыҙ образы төп урынды биләй, тиһәк, яңылыш булмаҫ. Авторҙы ҡатын-ҡыҙ геройҙарының индивидуаллеге, эске донъяһы, хис-тойғоһо, уй-фекерҙәре ҡыҙыҡһындыра. Геройҙарҙың социаль ябайлығы уларҙың күңел донъяһын асыуҙа мөһим әһәмиәткә эйә. Геройҙарының рухи матурлығын, батырлығын асыу өсөн яҙыусы уларҙы ҡатмарлы хәл-ваҡиғалар алдына ҡуя (яҡындарының үлеме, хыянат, бала ҡайғыһы һ.б.)
Әҙиптең яңы донъя күргән “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” повесының үҙәгендә лә тәрән кисерештәр, ҡапма-ҡаршылыҡлы хис-тойғолар солғанышында ҡалған бөгөнгө заман кешеһе образы тора. Әҫәр тәүҙә “Ағиҙел” журналында донъя күреп, унан айырым китап булып баҫылып сығып, китап һөйөүселәр араһында ҡыҙыҡһыныу уятырға өлгөрҙө. “Замандаштарымдың тәрән кисерештәрен, эске донъяһын, көнитмешен сағыу образдар, проблемалар аша уҡыусыға еткерергә тырыштым”, – ти автор үҙе был әҫәре тураһында.
Әҫәрҙә замандаш образын тыуҙырыуҙа Х. Тапаҡов психологизм алымдарын оҫта ҡулланыуға ирешкән. Мәҫәлән, повестың төп героиняһы Янаның эске һәм тышҡы донъяһын автор портрет һүрәтләмәһенә һала: “О-о-о, ул һылыу ҡатын! Сибәр генәме – ханбикә, күптәр үрелеп тә буйҙары етмәҫ алиһә! Зауыҡлы, килешле итеп, урын-еренә еткереп кейенеүе, етеҙ ҡоралайҙай текә баҫып, талғын хәрәкәтләнеп атлап йөрөүе, әйләнә-тирәһендәгеләрҙе һанға һуҡмай, бар тип тә белмәй, ғорур ҡиәфәттә юғарынан аҫҡа ҡараш ташлауы үҙе ни тора!”
Шул рәүешле тәүҙә уҡыусының күҙ алдына үҙен тәкәббер һәм эре тотҡан рус ҡатыны образы килеп баҫа, әҫәр башында уның эске донъяһы, уй-кисерештәре тураһында бер ни белмәйбеҙ. Уның булмышы ваҡиғалар үҫешендә асыла.
Һүрәтләү алымдарын оҫта ҡуллана
Яҙыусы повеста Янаның күңел донъяһын асыуҙа монолог формаһын да оҫта ҡуллана. Ауырыуға һабышҡан героиня, үҙенең тамырҙарына әйләнеп ҡайтып, Азаматҡа күңел төбөндә йөрөткән бала саҡ хәтирәләрен, уй-кисерештәрен асып һала: “Исемем дә Яна түгел – Йәнбикә, ҡыҙ фамилиям – Тимербулатова. Шул тимер менән ҡаты ҡоростан ҡойолған фамилиям рухи донъяма, ихтыяр көсөнә йоғонто яһағандыр, бәлки, йәшәүем көрсөккә килеп терәлгәндә лә бирешмәҫкә тырышам”.
Баҡтиһәң, тәкәббер һәм ғорур Янаның битлеге артында ауыр бала саҡ кисереп, тормош һынауҙарын үткән, сит ғаиләгә ылыға алмаған, кейәүгә сығып та мөхәббәт утында янмаған моңһоу башҡорт ҡатыны Йәнбикә йәшеренгән була.
Янаның эске хис-тойғоларының, кисерештәренең тәрәнлеген күрһәтеп, автор уның әсәһе бала сағында йырлаған, иҫендә ҡалған берҙән-бер башҡорт йырын ала:
Йоҡла, балам, йом күҙеңде,
Янаның, түшәктә ятҡан килеш, Азаматтан башҡортса йыр йырлауын үтенеүендә үҙенең асылына кире ҡайтҡыһы килеүе күренә. Шуға ла Азамат тарафынан башҡарылған йыр уның өсөн ғүмерендә иң затлы бүләктәй күренә:
Баҙарҙарға барһаң, аҡ тун
Хаҡҡынаһын үҙем түләрмен.
Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә,
Һинең өсөн үҙем түләрмен.
Күреүебеҙсә, әҫәрҙә геройының образын бөтә тулылығында асыуҙа автор башҡорт йырҙарына уңышлы һәм урынлы мөрәжәғәт итә.
Янаның күңел торошон үҙенсәлекле һәм тулы асыуҙа автор тарафынан хат элементы ла уңышлы ҡулланылған. Янаның Азаматҡа яҙылған бәхилләшеү хатында был ҡатындың рухи батырлығын, үлемдән ҡурҡмағанын, бөтә йөрәге менән ярата алыу һәләтен (боҙоҡ уйҙарһыҙ) күрәбеҙ: “Элгәре үлем тигән һүҙҙән, төшөнсәнән ҡотом оса ине, ә хәҙер ҡурҡыу, һуңғы минуттарымды һуҙырға теләгән сәбәләнеү тойғоһо юҡ. ...Моңһоу йылмайыуыңды, ипле холҡоңдо, бай, йомарт күңелеңде, йылы, йомшаҡ ҡулдарыңды, ҡабалан атлап килгән аяҡ тауыштарыңды яратам. Яратам, тиһәм дә, мин бер тапҡыр ҙа ҡосағыңа һыйынманым, ирендәреңде наҙлап үпмәнем. Алла тарафынан ошондай саф, гонаһһыҙ һөйөү яҙылған минең өлөшкә”.
Хаттың аҙағында Янаның исем-шәрифен Йәнбикә Тимербулатова тип яҙыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Тимәк, Янаның бәхетһеҙлеге уның асылынан, милләтенән ситләшеүенән булған. Шуға ла, етеш тормошта йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул рус ғаиләһенә ылығып китә алмаған, иғтибарлы, тәртипле, үҙен үлеп яратҡан рус ирен ярата алмаған. Башҡорт егетендә ул үҙенең мөхәббәтен табып, асылына ҡайта.
Образды психологик һүрәтләүҙә художестволы деталдең әһәмиәте ҙур. Повеста шундай деталь булып Янаның һуңғы көндәрендә төшөргән картинаһы тора. Бала сағында ҡыҙҙың теләге менән иҫәпләшмәйенсә, ата-әсәһе уны музыка йүнәлешендә уҡыта. Әммә, ауырып түшәккә йығылғас, ул барыбер үҙенең яратҡан шөғөлөнә тотона, “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” тип аталған картина төшөрә. Был картинала уның бар булмышы, тормошҡа ашмаған хыялдары символик һүрәтләнә: “Түңәрәк бишектә йоҡоға талған талдарға, ҡамыштарға, томбойоҡтарға йылымыс екәт ел ҡағылһа, хәҙер, күҙ алдында бөйөк, ҡабатланмаҫ симфония башҡарылыр. Ярға терәлгән аҡ ҡая таш өҫтөндә егет менән ҡыҙ менеп баҫҡандар ҙа сихырланғандай офоҡта тимгелләнгән асыҡ зәңгәрлеккә баҡҡандар. Бар йәһәттән гармониялы илаһи һүрәттә үлем дә, бәлә-ҡаза ла, һағышлы юғалтыу ҙа юҡ, унан бары мөхәббәтле йәшәүгә бағышланған һәм һис ҡасан тынмаҫ, тамамланмаҫ моңло көй ағыла”.
Аҡ йәки ҡара ғына түгел...
Психологизм алымдарын яҙыусы Азамат образына ҡарата ла ҡуллана. Мәҫәлән, уның Янаның үлеменән һуң, өмөтһөҙлөк упҡынынан ҡотолоп, мөхәббәтле тормош өсөн яңынан терелеүе тәбиғәт күренеше аша бирелә: “Көтмәгәндә баш осондағы ҡабарынҡы аҡ болоттан гәлсәр ынйылар тағатылып ҡояшлы йылы ямғыр һибәләй башланы. Тирә-яҡ шифалы тамсыларға кинәнеп битен йыуып, һары күлдәген паклыҡта сайҡатҡас, бар тирә-яҡ сафланып, таҙарып китте, ә көҙ ялҡынында гөлтләп тоҡанған ағастар, теге ғашиҡ йәндәр шашып-ярһып, ямғыр вальсында әйләнергә тотондо. Ерҙә тормош дауам итә. Мөхәббәтле тормош...”
Әҫәрҙең психологизмы уның геройҙарының схематик рәүештә “яҡшы” һәм “насар” образдарға бүленмәйенсә, бөтә яҡшы һәм кире яҡтары менән һүрәтләнеүендә лә сағыла. Янаның ир ҡатыны була тороп, икенсе кешегә ҡарата мөхәббәт утында яныуы, быны бер кемдән дә йәшермәүе, Азаматтың да Елизавета Петровна, Слуквиндың киҫәтеүҙәренә ҡаршы ир ҡатынына ғишыҡ тотоуы, Елизавета Петровнаның, бер яҡтан, Янаны үҫтереп, кеше итеүе, икенсе яҡтан, уға ҡарата ҡаты мөғәмәләлә булыуы – былар барыһы ла тормошто аҡҡа йәки ҡараға ғына айырып булмағанлығын күрһәтә. Һәм ошо күренештәрҙе автор оҫта итеп повесында сағылдыра ла инде.
Шулай итеп, Хәйҙәр Тапаҡов, “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” тип исемләнгән повесында замандаш образын тыуҙырып, уның тәрән кисерештәрен, эске донъяһын, көнитмешен үҙенсәлекле, нескә психологизм менән һуғарып һүрәтләүгә ирешкән. Йыр, хат, монолог, картина аша сағылдырыу кеүек психологизм алымдары һәм художестволы деталдәр әҫәрҙе ҡыҙыҡлы һәм эмоциональ итә.
Дөйөм алғанда, яҡташыбыҙ, оҫта прозаиктың әҫәрҙәрен көтөп алабыҙ. Ни өсөн тигәндә, улар тормошсан һәм көнүҙәк проблематикалы булыуҙары менән айырылып тора. Уның хикәйә һәм повестарының геройҙары йөҙөндә беҙ яҡындарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы таныйбыҙ. Улар йәнле һәм яһалмалылыҡтан азат.
Хәйҙәр Тапаҡов менән беҙҙең Сибай институты студенттары йыш осраша. Төрлө конференцияларҙа фекер алышабыҙ, авторҙың әҫәрҙәре буйынса бәхәстәр ҡорабыҙ, яҙыусының хикәйәләрен аудиокитап форматына күсереү буйынса эштәр алып барабыҙ.
Оҫта прозаик Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡовтың “Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә” исемле китабы Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡлы тип иҫәпләйбеҙ һәм яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!