Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Сентябрь 2020, 06:00

Гөлназ тамашасыларын йыуата

"Кинәт кенә хәлем насарланды. Вилдан "Ашығыс ярҙам" саҡыртты, мине дауаханаға алып киттеләр..."

Йырсы Гөлназ Асаева Инстаграмда 24 сентябрь төнөнә табан үҙе менән ни булғанын һөйләп, ижад һөйөүселәрен йыуатҡан.
"Ниһайәт, һеҙҙең менән бәйләнешкә сыға алам. Барыһы ла яҡшы, дауаханаға эләгеүгә һәм минең хәлемә ҡарата һорауҙар бик күп. Кинәт кенә хәлем насарланды, Вилдан "Ашығыс ярҙам" саҡыртты, дауаханаға алып киттеләр. Дөйөм алғанда, барыһы ла яҡшы кеүек. Әле бына уйлап ултырам, иртәгә Өфөгә концертҡа барып булырмы? Әлегә тауыш юҡ, аңлайышһыҙ тоям үҙемде", - тип белдергән Гөлназ.
Йырсының ижадын һөйөүселәр менән бергә беҙ ҙә уға сәләмәтлек, күңел тыныслығы, яҡшы кәйеф теләйбеҙ.
Фото: artist.v-yanaule.ru
Читайте нас