Октябрьский – нефткә бәйле төҙөлгән ҡала, ул "ҡара алтын" сығарыусыларҙың ҙур булмаған ауылынан барлыҡҡа килгән. Ятҡылыҡты үҙләштереү өсөн бында Рәсәйҙең бөтә урындарынан белгестәр йыйылған, һәр береһенең, әлбиттә, үҙ мәҙәниәте, йолалары. Шуға күрә элек-электән был ҡала төрлө милләт кешеләре өсөн тыуған йортҡа әйләнгән. Дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү, хөрмәт, күршеләрҙең мәҙәниәттәре, йолалары ҡушылыуы, төрлө этностарҙан булыу, шул уҡ ваҡытта үҙеңдең милли аңыңды һаҡлап ҡалыу – күп милләтле Октябрьский халҡын тап ошо сифаттар менән ҡылыҡһырлап була.
Әле был ҡалала 114 мең кеше йәшәй, улар - 50-нән ашыу милләт вәкиле.
Халыҡтарҙың этномәҙәни күп төрлөлөгөн, уларҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, телдәрен һаҡлау өсөн Милли мәҙәниәттәр үҙәге булдырылған. Халыҡтар дуҫлығы йорто янында ете милли йәмәғәт берекмәһе эшләй. Улар бергәләшеп йыл һайын күп кеше ҡатнашҡан саралар һәм матур байрамдар ойоштороп тора.
2020 йылда Башҡортостан татарҙары Милли-мәҙәни автономияһының “Уйна, гармун” милли байрамы проекты Рәсәй Президенты гранттары фонды еңеүсеһе булып танылған. Байрамдың егерме йыллыҡ тарихы бар, ул йыл һайын асыҡ һауала ойошторола. Ошо йылдарҙа унда меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 20 меңдән күберәк тамашасы ҡарарға килгән. Үҙ ваҡытында байрамдың инициаторы булып “Нур” клубының “Дуҫлыҡ” гармунсылар ансамбле торған.
Кисә был байрам сираттағы тапҡыр үтте. Уны тантаналы асыу Халыҡтар дуҫлығы йортонда башланды. Ошонда уҡ “Уйна, гармун!” байрамының тарихына, ойошторолоуына һәм үткәрелеүенә арналған матбуғат конференцияһы ла уҙҙы.
Артабан халыҡ байрамында ҡатнашҡан кешеләр “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһенә һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылды. Октябрьский ҡалаһында ике яңы аллея булдырылды: Халыҡтар дуҫлығы йорто янында урынлашҡан Дуҫлыҡ паркы биләмәһендә һәм “Нур” клубы янында. Тәүгеһендә - Милләттәр, икенсеһендә Гармунсылар аллеяһы барлыҡҡа килде.
Гармунсылар йырҙар, таҡмаҡтар башҡарып Төрөкмән биҫтәһе урамдары аша үтте. Халыҡ байрамы тап ошонда барлыҡҡа килгән булған. Костюмлы музыкаль йөрөш ваҡытында гармунсылар хөрмәтле кешеләр – халыҡ йолаларын һаҡлаусылар һәм ветерандар йәшәгән урындарҙа туҡталып китте. Һәр туҡталышта артистар яҡташтары хуплауы аҫтында ҙур булмаған концерттар күрһәтте, аҙаҡ берләшеп “Нур” клубы яғына йүнәлде.
Артабан байрамда ҡатнашыусылар “Нефтсе” ҡала паркына күсте, бында “Күңелдәрҙе ас, гармун!” халыҡ байрамы гөрләй ине. Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн тематик, анимация майҙансыҡтары, күргәҙмәләр, халыҡ кәсепселәренең оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Байрамдың иң мөһим сараһы булып гармунсыларҙың асыҡ республика фестивале торҙо. Унда билдәле йырҙар, таҡмаҡтар, бейеүҙәр башҡарылды.
Быйыл фестивалдә Әлшәй, Бәләбәй, Бүздәк, Дыуан, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Саҡмағош, Баулы, Ютазы райондары, Өфө, Октябрьский, Бәләбәй, Благовещен, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Баулы, Яр Саллы ҡалаларынан йөҙҙән ашыу артист ҡатнашты.
Байрамдың төп маҡсаты – мәҙәни-милли йолаларҙы һаҡлау, үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыу, халыҡ сәнғәтен яратҡандар араһынан талантлы музыканттарҙы асыҡлау. Фестиваль кешеләрҙең музыкаль ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмай, ә милләт-ара диалог майҙансығы ла булып тора. Октябрьский тағы бер тапҡыр шуны дәлилләне: был ҡала - ҙур Халыҡтар дуҫлығы йорто!