“Бөгөн "Ҡурай" телеканалы ойошторған проектта коллегаларыбыҙ менән осрашып, башҡорт халыҡ йырҙарынан торған концерт төшөрҙөк!” – тип ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Яратҡан йырсыларыбыҙ – Азамат Тимеров, Хәсән Усманов, Бибисара Азаматова, Алһыу Бәхтиева, Лилиә Ишемйәрова, Әлфиә Юлсурина, Резидә Әминева, Гөлсөм Бикбулатова, Венера Юлгилдина, Зәлиә Нурлы, опера йырсыһы Гөлнара Вәлеева яңы проект өсөн башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған.
“Билдәле йырҙар менә бер рәттән, һирәк башҡарылған йырҙар ҙа яҙҙырылды. Мин шундайҙар рәтенән "Малбай" исемле йырҙы башҡарҙым, ул Учалы районында яҙып алынған. Сығышымды ҡурайсы Илшат Ишморатов биҙәне.
Коллегаларыбыҙ менән күптән осрашҡаныбыҙ юҡ, хатта һөйләшеү, аралашыу өсөн ваҡыт етмәй ҙә ҡалды! Тамашасыларыбыҙ менән тиҙҙән осрашырбыҙ тип өмөт итәбеҙ. Уларҙы ла, гастролдәрҙе лә бик һағындыҡ. 8 октябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының яңы миҙгелен асырға әҙерләнәбеҙ. Унда бөтә ижади төркөм ҡатнаша, әлбиттә, яңы йырҙар әҙерләйбеҙ һәм барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөт итәбеҙ!” - тине Лилиә.
Фото Л. Ишемйәрованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.