Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Сентябрь 2020, 06:30

Шарапжанды таныйһығыҙмы?

Һигеҙ йыл буйы үҙенең сиратын тыныс ҡына көтөп ятҡан мыйыҡтың йондоҙло сәғәте нәҡ пандемия осоронда һуға ла инде.

Һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә, ватсапта үҙенсәлекле образ Шарапжан тураһындағы мәҙәк видеояҙмалар йөрөй. Кем һуң ул был көлкө геройы?
Актер, йырсы, тамада һәм юмор оҫтаһы 30 йәшлек Рәмил Шарапов Татарстанда йәшәй. Коронавирусҡа бәйле ҡурсаланыу режимы иғлан ителгәс, ул ғаиләһе менән Ҡазандан ауылға ҡайта. Тап шул концерттарҙан ял иткәндә интернет киңлегендә әүҙемләшә. Ул тыуҙырған Шарапжан образы халыҡҡа бик оҡшай төшә.
Райондағы фатирында элек театрҙа эшләгән саҡтан яһалма мыйыҡ ятҡан булған. Һигеҙ йыл буйы үҙенең сиратын тыныс ҡына көтөп ятҡан шул мыйыҡтың йондоҙло сәғәте нәҡ пандемия осоронда һуға ла инде. Аҡса эшләү мөмкинлеге сикләнеп, асыуы килеп йөрөгән Рәмилдең башына шәп уй килә. Мыйыҡлы образға таянып бер ҡыҙыҡ видеояҙма яҙҙыра ул. Ул саҡта әле был мыйыҡлы ирҙең исеме лә булмай.
Видеолар халыҡ араһында киң тарала. Кешеләр геройға "Шарапжан" тип исем ҡуша. Хәҙер был персонаж ҡатнашлығында 80-дән артыҡ яҙма бар.
Әйткәндәй, Шарапжанды һөйләндергән, шулай уҡ яҙмаға төшөргән кеше – Рәмилдең ҡатыны Земфира. Ул үҙе актриса түгел, һөнәре буйынса костюмер.
Земфира тәүҙә, оялам тип, эшмәкәрлектә ҡатнашмай. Беренсе миниатюраны төшөргәндә Рәмилдең иптәшенең ҡатыны ярҙам итә. Артабан, репликаларҙы әйтеп торорға гел генә сит кеше эҙләп йөрөп булмаҫ, әйҙә һөйләп ҡара, тип ҡатынын күндерә артист. Уныһы башта бер аҙ ҡаушаһа ла, һуңынан барыһы ла яҡшы килеп сыға башлай. Хәҙер инде Земфира – Рәмилдең операторы ла, коллегаһы ла, реплика әйтеп тороусы ла.
Бөгөн Шарапжанға хәтлем "Инстаграм"да 82 мең яҙылыусыһы булған Рәмилдең фанаттары 168 меңгә еткән. Уны күптәр таный, ҡеүәтләй.
Әйткәндәй, тормошта артист күпкә етдиерәк икән. Талапсан, ғәҙеллек яҡлы, яуаплылыҡты, теүәллекте яратҡан кеше. "Ике ерҙә лә йүләр булып булмай бит инде", – тип шаярта ул.
Фото: sahne.ru
Читайте нас