Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Сентябрь 2020, 06:53

Зөһрә Ҡотлогилдинаның матбуғат мәктәбе

Рәсәй матбуғатының тамырҙары тәрән. Ана шул ҙур донъяла Башҡортостан, башҡорт матбуғаты үҙ урынын алып тора. Федератив дәүләттә тәүгеләрҙән булып үҙ республикаһын булдырған халыҡтың киләсәген тәрбиәләү, уның йәш быуынында быуаттар буйы һаҡланып килгән юғары рухи кимәлде һаҡлау, зауыҡ төшөнсәһен булдырыу, заман арбаһында үҙ йырыңды көйләп барыу кеүек сифаттарҙы булдырыу, аңлап торабыҙ, һәр кемдең ҡулынан, рухи һәләтенән, егәренән килә торған эш түгел.

Бының өсөн, нисек кенә пафослы яңғырамаһын, үҙ халҡыңды тәрән яратыу, уның тарихын башҡалар менән сағыштырып өйрәнә белеү, фиҙакәр профессионал булыу мөһим. Бына инде ярты быуаттан ашыу Башҡортостан матбуғатында хеҙмәт иткән Зөһрә Ҡотлогилдина тап ана шундай сифаттарға эйә.

Уны, журналистика ветеранын, “Һуғыш балалары һөйләй” тигән китабы өсөн “Йәншишмә” гәзитенең ижади коллективы Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһына тәҡдим итте. Хәйер, был бүләккә Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы күптән лайыҡ икәнде лә, әллә нисәмә тапҡыр тәҡдим ителеп тә, иғтибарҙан ситтә ҡалғанын барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Төрлө сәбәптәре булғандыр, ләкин шуныһы факт – Зөһрә Ҡотлогилдина республикала танылған журналист ҡына түгел, ә үҙ журналистика мәктәбен булдырған шәхес.

Уның барлыҡ тормош юлы, йәшәйеше, тын алышы матбуғат менән бәйле. Бөгөн Башҡортостандың ғына түгел, күрше республиканың да билдәле журналистары, республика етәкселегендә танылған шәхестәр заманында барыһы ла “Башҡортостан пионеры” тигән баҫманан хаттар алды. Улар беҙҙең өсөн маяҡ төҫлө ине. Әле булһа ул яҙмалар һәр беребеҙҙең архивында һаҡлана, сөнки тап ошо хаттар беҙгә ҡанат ҡуйҙы, хаталарыбыҙҙы аңлатты, баҫма менән бәйләнеште өҙмәҫкә саҡырҙы, беҙгә өмөттәр бағланы.

Был яҙмаларҙың күпселеген йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә Зөһрә апай Ҡотлогилдина яҙа торғайны. Бөгөнгө республиканың милли матбуғатын кадрҙар менән тәьмин иткән кеше – ул Зөһрә Ҡотлогилдина. Бына был эште бер ниндәй махсус бүлек тә, махсус программа ла түгел, ә бер нисә кеше эшләне – шуларҙың иң аҫылы, фиҙакәре – Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияны биреү буйынса комиссия ағзаларының ғәҙел ҡарашына һәм профессиональ кимәленә тәрән ышанып ҡалам. Премия лауреаттары исемлеген биҙәр шәхес ул Зөһрә Ҡотлогилдина.
Читайте нас