Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 31-се ижад миҙгелен аса. Миҙгел асыу тантанаһы 17.30 сәғәттә театр алды майҙансығында концерт менән башлана.
Артабан сара театр бинаһында йылы аралашыу рәүешендә дауам итәсәк. Театр фойеһында Мөхәмәтша Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” романтик драмаһы геройҙары менән осрашыу мөмкинлеге лә бар. Ҡыллы музыка ҡоралдары квартеты классик әҫәрҙәре менән ҡыуандырмаҡсы.
Төп сара – 30-сы юбилей миҙгеленә йомғаҡ яһау һәм яңы миҙгелде рәсми асыу, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Мостай Кәримдең поэмаһы буйынса сәхнәләштерелгән "Үлмәҫбай" спектакле премьераһы театрҙың Ҙур залында барасаҡ.
3 октябрҙә яңы ижад миҙгелен асыу тамашаһын театрҙың рус труппаһы Г. Белых һәм Л. Пантелеевтың "Республика ШКИД" спектакле менән дауам итәсәк. Был хаҡта театрҙың әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре Рәзилә Ырыҫҡужина хәбәр итте.