Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Октябрь 2020, 06:38

Мостай Кәримде һағынып...

Уның йөрәге аша үтте көндәр менән төндәр ыҙаны.

Мәғлүм булыуынса, Мос­тай Кәрим аллегорияларҙың тиңдәшһеҙ оҫтаһы ине. Уларҙа Шағирҙың был донъяны нисек күреүе сағыла, быуындар араһындағы бәйләнеште лә, ҡитғалар араһындағы юлды ла, халыҡтар араһындағы рухи яҡынлыҡты ла ул үҙенсә генә һиҙемләне һәм үҙенсә аңланы.
Бер яры – юғалған тормош, икенсеһе – мәңгелек
Образдары, хикәйәттәре һәм риүәйәттәре аша автор үҙе еткергән бер нисә миҫалды килтерәйем. “Мин... йылғаның яры ниңә икәү булыуын аңланым. Ике яр һыу ағышын тотҡан кеүек, ике яр уртаһынан Замана – Ваҡыт үҙе аға: бер яры – юғалған тормош, икенсеһе – мәңгелек. Кеше иһә, ике ярҙы ағас, таш, тимер менән тоташтырырға маташып, фекер һәм хыялдан күпер төҙөп, ошоноң хаҡына ғүмерен фиҙа ҡыла”.
Эйе, дөрөҫ хәтерләнегеҙ, килтерелгән юлдар – “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесынан өҙөк. Әйткәндәй, Мостай үҙенең әҫәрҙәрендә “күпер” тигән төшөнсәгә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта. Шағир өсөн күпер – быуындарҙы ла, кешеләрҙе лә, Ваҡыттың үҙен дә бәйләгән образ. Ул ижадының һәр осоронда, арыу-талыуҙарын онотоп тороп, кешеләр араһындағы дуҫлыҡҡа гимн яҙа килде. Шағир раҫлауынса, бөтә халыҡтар ҙа, төптәнерәк уйлағанда, бер йөрәк аҫтында йән алған, бер тамырҙан яралған. Уның инаныуынса, яңғыҙ-ярым йәшәп кенә ысын бәхеткә өлгәшеү мөмкин түгел.
Үҙенең бихисап мәҡәләләрендә, интервьюларында, сығыштарында Мостафа ағай ҙур тулҡынланыу менән уртаҡ Ватаныбыҙ – Рәсәй һәм уртаҡ яҙмышыбыҙ хаҡында әйтә килде. “Рәсәй – күп милләтле ил, – тип яҙҙы Шағир. – Уның тарихы бөтә халыҡ­тарының ҡылған эштәре һәм яҙмышынан тора”.
Башҡортостан Мостай өсөн республика ғына булманы. Шағир телендә ул – кеше рухы – Урал тауҙарынан да бейегерәк осҡан Мөхәббәт иленә әүерелде. Һәм ошо мөхәббәтте, йөрәгендә бер генә мәлгә лә һүндермәй, донъялағы бөтә дуҫтарына ла илтте. Мостайҙың Сыңғыҙ Айытматов, Михаил Алексеев, Алим Кешоков, Абдужәмил Нурпеисов, украин, грузин, бүтән ҡәрҙәштәр менән дуҫлығы, ерҙә нисек йәшәргә мөм­кинлек һәм тейешлек өлгөһө булып, күптән инде риүәйәт рәүешен алғайны. Ә шиғриәт арбаһының, рус шағиры Ярослав Смеляков әйткәнсә, дүрт тәгәрмәсен тәшкил иткән Мос­тай Кәрим + Рәсүл Ғамзатов + Ҡайсын Кулиев + Давид Кугультинов һуң? Күп милләтле Рәсәй шиғриәтенең дүрт сусағы ине улар. Дүртеһе лә ғәжәп талантлы, ләкин улар араһында Мостай иң аҡыллыһы һәм иң сабыры булды.
Мостай планетаһында уның оло (йәш яғынан) рус дуҫы, күренекле шағир Михаил Дудин айырым бер сусаҡ булып күтәрелеп торҙо. Ул Башҡортостанға күп мәртәбә килде, Мостайҙың нисәмә быуын ырыуҙаштары үткән һуҡмаҡтарҙан йөрөнө, төндәрен ай яҡтыһында дала ҡылғанының көмөш нурға ҡойоноуына һоҡланды, ләкин иң мөһиме – ҙур рус фронтовик-шағиры Мостай янына килеп, ауыр йәрәхәттәре фажиғәгә әйләнеү ихтималы булған саҡта башҡорт фронтовик-шағирына бер терәк булды.
“Элеккесә балҡый, гүйә, хыялымдың таңдары”
Ағайыбыҙ шиғриәттә булһынмы, сәсмә әҫәрендәме, донъялыҡта йәшәү асылы, ғәмәлдәребеҙҙең мәғәнәһе, мәңгелек үлсәме һәм ваҡыт ҡәҙере тураһында йыш уйланған. Мәңгелек юлында кеше ғүмере иртәнсәк яралып кис юғалған күбәләк ғүмере менән берҙер. Һәм мәңгелектең башланғысы ҡайҙа ла ахыры ҡайһы тарафтарҙа? Мәскәү вуздарының береһендә беҙгә һабаҡ биргән Пуховский атлы ҡарт профессор мәңгелек төшөнсәһен ошолай ябай ғына аңлатҡайны: “Йәйге тып-тын аяҙ төн. Кешеләр кәмәлә диңгеҙгә сыға. Диңгеҙ күккә барып олғаша. Асман йондоҙҙарға күтәрелә. Йондоҙҙар иһә мәңгелеккә китә. Ә мәңгелек кешеләргә әйләнеп ҡайта. Кешеләр диңгеҙгә сыға...” Күҙ алдына килтерҙегеҙме? Мостай Кәрим ижадындағы фәлсәфиәт, бәлки, баш ҡала профессоры һыҙған виртуаль әйләнеш менән ауаздаш та түгелдер, әммә һүҙ оҫтаһы һәм фекер эйәһе замандың тын тартышына ғәйәт һиҙгер булды.
Мәғлүмдер, Мостай ижады, ғөмүмән алғанда, көр тауышлы, оптимистик кәйефле ижад. Уның шиғырҙарында һәм поэмаларында, драмаларында һәм публицис­ти­каһында һеҙ ваҡ-төйәкте сәбәп итеп йәш түгеүҙе, уҡыусы йөрәген тырнарға тыры­шыуҙы тапмаҫһығыҙ.
“Кеше көслө. Ҡулда тота олонон ул/Был йыһандың. Кеше көслө” тип һәр ваҡыт тәҡрарлай килер булды Шағир. Мостай Кәрим өсөн төҫһөҙ үә эҙһеҙ шәүләләр юҡ. Уның ижадына төйәкләгән шәхестәр илһөйәр­лектә ирлек күрһәтә, мөхәббәтте сөсөлән­дермәй, ер һөрөүҙе йыр яҙыу дәрәжәһенә ҡуя, һәр ҡайһыбыҙға тәбиғи булырға тейешле намыҫты күҙгә төртөп күтәреп йөрөмәй.
Бөгөнгө һүҙ даирәһен ҡыҫа төшөп, Мос­тайҙың шиғриәтен генә күңел күҙе алдынан үткәргәндә (ә маңлай күҙе менән уны байҡап сығыу мөмкин түгел), әсәй-атай­ҙары­быҙға, үҙебеҙгә, балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә, аяҙ көндәрҙән бигерәк, йонсоу төндәрҙә йәшәргә тура килгәнлеген аңлап, шағир йөрәгенең ҙурлығына хайран ҡалаһың.
Һәр кемгә үҙ осоронда йәшәү яҙмышы төшә. Сәйәси мауығыуҙа йә көнитмеш рәүешендә төрлөбөҙ төрлөсә булһаҡ та, уңышҡа ҡыуана, бәлә килгәндә ҡайғырыу сифаттарыбыҙ бер үк. Ел-дауыллы, бөйөк, ҡанлы эпитеттары менән билдәләнгән ХХ быуат Мостай Кәримде яу, юғалтыуҙар, табыштар, тәрән кисерештәр аша шағир яһаған. Уның тормошоноң һәр мәле ил һәм халыҡ тормошо менән үрелеп барһа, әҫәрҙәре халҡының йөрәк ҡағышы ине.
Вафатынан бер йыл алда ағайҙың башҡорт һәм рус телдәрендә “Оҙон юл” (“Долгая дорога”) тип аталған шиғырҙар йыйынтығы сыҡты. Китапты остазыбыҙҙың шиғриәттәге ижадын бер ни ҡәҙәр йомғаҡлауы тип иҫәпләргә лә, фани донъяла ҡалғандарға васыят итеп ҡабул ҡылырға ла булалыр. Йәнә лә иғтибарҙы йәлеп иткәне шул: шағир ижадының тәүге осорҙарынан ҡәләм тота алған һуңғы көндәренә тиклемге арауыҡта уның уй-кисерештәре ниндәй үҙгәрештәр үткәреүен арыу уҡ асыҡ күрәһең.
Шағир, ҡайһы ғына ҡәүем вәкиле булмаһын, әгәр тотош кешелек ғәмдәре менән йәшәһә, донъя гражданы тигән яуаплы вазифаны үтәй. Ҡитғаларҙың һәр ҡайһыһына аяҡ баҫып, тиҫтәләрсә илгә сәфәр ҡылыуы сәбәпле генә түгел, әммә Мостай Кәрим ҡараштарының киңлеге, фекерләү ҡоласы йәһәтенән ысынлап та Донъя улы ине. Бәлки, шуғалыр ХХ быуат аҙағына ҡарай Ер шары күсәренең ҡыйшайыуын һәм ҡотоптарҙың алмашыныуын ул һыҙланыуын йәшермәй күҙәтә килде.
90-сы йылдарҙа Мостай ағай сәйәси тормошҡа иғтибарын уғата көсәйткәйне. Ләкин шағирҙарға уны административ алымдар йә ихтыяри саралар менән үҙгәртеү мөмкинлектәре бирелмәгән. Мостай Кәримдең, шартлы рәүештә алғанда, 80-се йылдар аҙағынан һуңғы көндәренә ҡәҙәр ижады арта барған хафаланыу, әрнеү, юғалтыуҙар хәсрәте менән тулы. Әүәлдән йыйыла килгән борсолоулы уйҙары ла, бәлки, һулҡылдап тулышҡан эрен шикелле, ошо йылдарҙа һытылып сығыуға сәбәп тапҡандыр?
...Яңыса китте имандар, ғәмәлдәр.
Хөкөм итә көн һөсләткән әҙәмдәр:
Йәнәһе, беҙ йәшәгәнбеҙ кирегә,
Һис бер эшебеҙ етмәгән еренә.
Беҙ ярһыған яҙҙар, имеш, – яҙ түгел,
Беҙ наҙлаған һөйөү наҙы – наҙ түгел.
Ҡағыҙ туҙа, әммә һүҙ ҡала...
Кешеләрҙең күпселеге тормоштағы кәмселектәр өсөн ғәйепте бүтәндәрҙән эҙләй, һәр ғәмәлдең сәбәбен иң тәүҙә үҙендә күрергә тырышырға кәрәк тә бит. Мостай ағай, дәүләт һәм йәмәғәт эштәренең урта­һында ҡайнап, ижтимағи тормош ҡанундарын яҡшы белгән кеше булһа ла, ерҙә дауыл ҡуптарылыуында ла, күктә йондоҙҙар боларыуында ла, публицистик пафосҡа бирелеп, кемгәлер ғәйеп таҡмай. Илебеҙ ҡоро­лошоноң тыштан килгән яуһыҙ ҡыйралып төшөүен иҡтисад ҡанундары аңлата алһа, күңелдәрҙәге тутыҡтың ҡайһы арала хасил булыуын ниндәй дәлилдәр менән нигеҙләргә? Беҙ кем инек һәм кем хәленә ҡалдыҡ? Күрмәгән-белмәгән ниндәй көстәр беҙҙе үҙебеҙ ҙә танымаҫлыҡ итеп үҙгәртте? Кисә генә “илем”, “Ватаным” тип ант килтереп йөрөгәнебеҙ ниңә шул арала һөйкөмһөҙ­лән­де? Дуҫтан яҙыу ауыр, йәрһеҙ ҡалыу – ҡа­ра ҡайғы, илеңдән йөрәгеңде айырыу – фажиғәлер. “Рәнйетәләр һине, Ватан-әсә, /Кәмһетәләр һине, изгебеҙ. /Былай булғас, йә баламы һиңә, /Йә бәләме һиңә инде беҙ?”
Ирмен тигән ир иле өсөн имгәк булып йәшәргә тейеш түгел. Был – бәхәсһеҙ әхлаҡ бурысы. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә тәүҙә иркә балалар ишәйә башланы, унан ирмәктәр үрсене, тора-бара иҫәүәндәр менән ҡулдаш булдыҡ, хәҙер иһә донъя иҫәрҙәргә ҡалып бара. “Берәү һата һинең иманыңды, /Берәү тарта алтын сәсеңдән, /Берәү рәхәт таба күҙҙәреңдән /Сәсрәп сыҡҡан тоҙло йәшеңдән”. Үкенесле, әммә йәмғиәттең рухи зәғифлеге, яман шеш һымаҡ, уны иҙә, тар­ҡата, серетә бара һәм әлегә уның сәлә­мәтләнеү билдәләре күренмәй.
Шағирҙың һуңғы йылдарҙағы бойоҡлоғон һәм ошо кәйефтең уның шиғырҙарында ла ҡайтауаз алыуын 80-се йылдар уртаһында ҡустыһы Ильястың, 90-сы йылдың майында әсәһе Вазифа инәйҙең вафаты, аҙағыраҡ хәләле Рауза Һәүбән ҡыҙының оҙайлап ҡаты сирләүе һәм ахырҙа китеп барыуы менән аңлатырға тырышыу хәлде ябайлаштырыу булыр ине.
Әлбиттә, был хәтлем юғалтыу­ҙарҙы үлсәр һәм ауырлығын самалар әмәл­дәр юҡ. Мостай ағайҙың йөрәгенә дошман минаһының ярсығы тейә яҙып үткән. Тыныс тормоштағы төрлө миналар иһә Шағирҙың йөрәген күп мәртәбә телгеләгән. Быуат аҙағы яҡынлашып, бөйөк ил харабаларында, бер-береһенең боғаҙынан алып, мөлкәт, хаким­лыҡ бүлешеү башланғас, уйыбыҙға “ниңә шулай?”, “был кешеләр ҡайҙан килгән?” һымағыраҡ яуапһыҙ һорауҙар таш булып ятты. Матбуғатта ғүмере ваҡытынан алда өҙөлгән кешеләр тураһында хәбәрҙәр күбәйҙе. Гүйә ки, Ватаныбыҙ өҫтөнә бығаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ҡара яу ябырылды. “Көнгә сыҡһам, өрә-өрә /Эттәр ҡамай, /Төнгә инһәм, берәм-берәм /Шиктәр талай. /Йылдар түгел, көндәремде /Кәкүк һанай, /Баш осомда, ҡоҙғон булып, /Әжәл янай”.
Глобаль фажиғә шарттарында тыуған трагик шиғырҙарҙы Мостай Кәрим ижадының ҡайһы кәштәһенә һалырға? Ғөмүмән, ижти­мағи, әхлаҡи трагедия шиғыр юлдары булып формалашҡанда, ул әҫәрҙәрҙе Шағир шәхе­сенә генә ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫмө икән? Ошондайыраҡ бихисап һорауға яуапты уның ижадын фәнни талаптарға нигеҙләнеп өйрәнеүселәр бирер, әлбиттә. Һеҙҙең хәбәр­сегеҙ иһә Шағирҙың ауыр мәлдәрҙә тыуған ҡайһы бер әҫәрҙәрен бизмәндең аҡыл тәрилкәһенән хис яғына күсереп һалып ултыра, уларҙы маңлай күҙе менән түгел, бәлки күңел күҙе менән уҡый. “Донъя сирле. Кемдер унан /Биҙеп китә, /Бар өмөтөн, тапап-тапап, /Иҙеп китә”, һәм йәнә лә: “Әүлиә­ләр ҡайҙа? Кемгә /Баш эйәләр? /Хәмер эсеп, зина ҡыла /Әүлиәләр. /Донъя сирле. Белеп булмай /Ни яҙаһын; /Кем һуң уҡыр был донъяның /Йыназаһын?”
Мостай ағайҙың олоғайғас яҙған шиғыр­ҙарында моңһоулыҡ мотивтары өҫкәрәк сыҡ­һа ла, ул әҫәрҙәр Шағир рухының һыныуын күрһәтмәй. Ул осорҙағы төшөнкөлөк бүтән шағирҙарҙың ижадында ла үҙен ныҡ һиҙҙер­ҙе, ләкин Мостай Кәрим шәхси кисереш­тәрендә лә ватансылыҡ тойғоһона тоғро ҡалды. Ҡарт яугир йөрәге ҡан һауҙы, ул уның уртына тулды, ләкин Шағир сәсәп барыуын һиҙҙермәҫкә тырышты. Ағайҙың юғалтыуҙар, сирҙәр менән өндәшмәй-һыҡранмай көрәшеүен беҙ күреп йөрөнөк, ләкин ҡәҙерле кешегә ярҙамыбыҙ уның хәлен белешеүҙән ары үтмәне. Бары аҙаҡ, ошо ауыр осорҙа яҙылған шиғырҙары баҫы­лып сыҡҡас ҡына, ата арыҫландың Ватаны, халҡы, уның рухы өсөн ни ҡәҙәре лә ауыр йөк, тәрән уйланыуҙар, шик-шөбһә менән йәшәгәнлеген аңлай төштөк. “Бешеп үткәс кенә, дауыл йыға /Игендәрҙе. /Нығып еткәс кенә, ҡайғы бөгә /Күп ирҙәрҙе”.
Халҡың исемеңде телдән төшөрмәгән был көндәрҙә йөрәктә – дәрт, күңелдә күтәренкелек булырға тейештер ҙә бит, әммә күҙҙәребеҙҙе әсе йәштәр ҡырҡа. Заман, ил, яҙмыш өсөн хафаланыу, үкенеү, һағыныу йәштәре...
Бәрәкәтле тағы бер көҙ килде.
Килде гөрләп уҙыр туйҙар мәле,
Ҡыр ҡаҙҙары киткән күккә ҡарап
Хушлашыуҙар мәле, уйҙар мәле...
Кеше ғүмере – бер һулыш араһы ғына.
Дәүләттәр хасил була һәм тарҡала. Тауҙар ишелә. Ҡағыҙ туҙа, әммә һүҙ ҡала.
Читайте нас