Ошо көндәрҙә республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы 1920 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 100 йыл тулыу айҡанлы түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Сара онлайн тәртибендә видеоконференция булараҡ ойошторолдо. Шулай уҡ “Милли архивта халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы документтар” тип аталған күргәҙмә асылды.
Мөһим осорға арналған түңәрәк өҫтәл үтте
Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Илһам Фәтҡуллин түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп: “Халыҡ иҫәбен алыу – мөһим ваҡиға, Рәсәй тарихының әһәмиәтле өлөшө. Уның һөҙөмтәһе замандаштарға ғына түгел, киләһе быуын өсөн дә кәрәк”, – тине.
Республиканың архив хеҙмәткәрҙәре был йәһәттән революцияға тиклемге осорҙоң мәғлүмәттәрен дә һаҡлаған. Быйыл беренсе совет халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәргәнгә 100 йыл тула. Унда бер юлы ауыл хужалығы һәм сәнәғәт предприятиеларын иҫәпләгәндәр.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин да сәләмләне. Ул Башҡортостан биләмәһендә үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу саралары, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса баҫылған мәғлүмәттәр тураһында һөйләне. Шулай уҡ 2021 йылда көтөлгән ошондай сараның нисек үтәсәге тураһында әйтте.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар белдереүенсә, буласаҡ иҫәп алыу халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар илдә был сараның элек нисек үткәне һәм һөҙөмтәләре менән дә ҡыҙыҡһына. Шуға күрә тарихсылар, архив хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, статистар был ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә тейеш.
Шулай итеп, тап 100 йыл элек, 1920 йылда, Рәсәйҙә бер юлы ике иҫәп алыу үткәрелгән: Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм халыҡ иҫәбен алыу. Тик был саралар ул саҡта хәрби хәрәкәттәр барған төбәктәрҙә булмаған: Ҡырым, Төньяҡ Кавказ, Алыҫ Көнсығыш һәм ҡайһы бер башҡа урындарҙа.
Был иҫәп алыуҙың һөҙөмтәләре ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, сөнки уның мәғлүмәттәре буйынса ХХ быуат башындағы сәйәси, иҡтисади һәм социаль тетрәнештәр тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин. Шулай уҡ ул саҡта халыҡтың составы, социаль-иҡтисади көнкүреш тураһында ла белеп була.
Башҡортостандың Милли архивы фондтарында беҙҙең яҡта йәшәгән халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәре һаҡлана. Шул иҫәптән 1920 йылғы кампания буйынса ла. Был документтар бик кәрәк, улар Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен өйрәнеү сығанағы булып тора, әүҙем рәүештә ғилми һәм тыуған яҡты өйрәнеү эштәрендә ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта өйрәнеүҙе һәм тикшереүҙе талап иткән “аҡ таптар” ҙа күп.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар белдереүенсә, “Рәүәз әкиәттәре” һәм “Башархив.РФ” проекттарын тормошҡа ашырыу йәмәғәтселек араһында резонанс тыуҙырҙы. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу документтары һанлаштырылған һәм уларға ғилми-белешмә аппаратын әҙерләү дауам итә.
Илебеҙҙә артабан халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары 1923, 1926, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылдарҙа үткәрелгән. Уларҙың һөҙөмтәләре баҫылған. Барыһы ла ҡиммәтле тарихи сығанаҡ булып һанала: был документтарға ҡарап, илебеҙҙең айырым бер осорҙағы демографик, социаль-иҡтисади торошон белергә мөмкин.
Киләһе Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылда үтәсәк. Тарихта тәүге тапҡыр мәғлүмәт йыйыуҙың ил өсөн яңы төрө ҡулланыласаҡ. Кешеләр Дәүләт хеҙмәттәре порталында үҙаллы иҫәп алыу биттәрен тултырасаҡ. Шулай уҡ беренсе тапҡыр планшеттар, компьютерҙар, смартфондар ҡулланыласаҡ.
Әле был халыҡ иҫәбен алыуға әүҙем әҙерлек бара. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар ошо кампанияның һөҙөмтәләрен шул иҫәптән электрон вариантта ла һаҡлап ҡалдырырға тәҡдим итте. Был киләсәк быуын өсөн кәрәк һәм уңайлы буласаҡ. Өҫтәүенә ғалимдар был эш менән шөғөлләнгән ведомстволарҙың фондтарын ғына түгел, ә билдәле статистар Н. Барсов менән Н. Гуревичтың биографияһын да өйрәнергә кәрәк тигән фекер әйтте.
Муниципаль берекмәләрҙә халыҡ иҫәбен алыу кампанияларына арналған күргәҙмәләр, түңәрәк өҫтәлдәр, уҡыусылар өсөн викториналар ойошторорға һәм тыуған яҡты өйрәнеү конференцияһын үткәрергә тәҡдим итте.
Бында – илебеҙ һәм республикабыҙ тарихы
“Милли архивта халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы документтар” тип аталған күргәҙмәне асыу тантанаһын Архив эштәре буйынса идаралыҡ директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов алып барҙы.
Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Илһам Фәтҡуллин сарала ҡатнашҡандарҙы сәләмләне. “Рәүиз мәғлүмәттәрен нормативтарға ярашлы һаҡлау, бөтә яҡлап өйрәнеү һәм файҙаланыу – беҙҙең төп бурыс”, – тине ул.
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин да күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм дәүләт тормошонда халыҡ иҫәбен алыуҙың әһәмиәте тураһында һөйләне. Ул Милли архив хеҙмәткәрҙәренә йөкмәткеле күргәҙмә ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Крайҙы өйрәнеүсе һәм статист Николай Барсовтың тыуыуына 120 йыл тулыу алдынан республикала тарихсылар, статистар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, библиографтар эшен әүҙемләштерергә кәрәк. Юбилей саралары киң үтергә тейеш”, – тине Рөстәм Ғатауллин.
Күргәҙмә буйлап экскурсияны бүлек етәксеһе урынбаҫары, тарих фәндәре кандидаты Ф. Закирова үткәрҙе. Ул ҡунаҡтарҙы документтар менән таныштырҙы, унда рәүиз мәғлүмәттәре, метрика китаптары, устав грамоталары, төрлө йылдарҙа халыҡ иҫәбен алыу материалдары тәҡдим ителә.
Күргәҙмәлә үҙәк урынды Николай Барсовтың шәхси фонды материалдары биләне: таблицалар, диаграммалар, 1864 – 1939 йылдарҙа Өфөлә, 1920, 1926, 1939 йылдарҙа Башҡортостан буйынса үткән халыҡ иҫәбен алыуҙың дөйөмләштерелгән һөҙөмтәләре. Шулай уҡ Рәсәй халыҡтары этнографияһы альбомдары материалдары – башҡорттар, рустар, мариҙар, сыуаштар һәм башҡа милләт вәкилдәренең һүрәттәре, милли кейемдәре лә күргәҙмәне биҙәне. БАССР-ҙың Статистика идаралығы һәм уның район-ҡалаларҙағы бүлексәләрендә халыҡ иҫәбен алыу эшмәкәрлеге тураһындағы фотодокументтар йөкмәткене тағы ла байытты.
1920 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 100 йыл тулыуға арналған был күргәҙмә архив документтары буйынса әҙерләнгән, ул илебеҙ, республикабыҙ тарихын сағылдыра. Күргәҙмә Милли архивтың күргәҙмәләр залында – Өфө ҡалаһы К. Маркс урамы, 4 адресы буйынса эшләй.