Өфөнөң башҡорт мәктәптәрендә “Урал батыр” йәнһүрәтенең исем туйы үтте. Ниһайәт, балалар өсөн лайыҡлы башҡортса анимациялы фильм бар, тип әйтә алабыҙ.
Башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар даими рәүештә Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ була. Улар төрлө мөхиттә төрлө аудитория менән эш алып бара: кемдер тауыш яҙҙырыу студияһы аса, ошонда уҡ видеоклиптар, инстасериалдар (“Инстаграм” селтәрендәге бер минутлыҡ сериялы видеояҙмалар) сығарыу менән шөғөлләнә, яңыраҡ бер төркөм тел белгестәре ошо уҡ грант ярҙамында “Эшлекле башҡорт теле” уҡыу әсбабын нәшерләүгә өлгәште.
“Урал батыр” йәнһүрәте иһә киләсәктә башҡорт балаларын да туған телендә аралашыуға булышлыҡ итер, юғиһә “Ниңә бала туған телен белмәй?” тигән һорауға: “Башҡортса йәнһүрәттәр юҡ, улар хәҙер бар нәмәне русса ҡарап үҫә”, – тип яуапларға күнеккәнбеҙ.
Уның тарихы бынан ике йыл элек “Аҡбуҙат” журналы “Урал батыр” эпосы буйынса комикстар һәм йәнһүрәттәр ярҙамында Башҡортостандағы дәүләт телдәрен һәм республикала йәшәгән халыҡтар телдәрен һаҡлау буйынса Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булыуына барып тоташа.
2018 йылдан алып “Урал батыр” эпосы буйынса эшләнгән комикстар журналды биҙәп кенә ҡалмай, айырым китап булып та баҫылып сыға.
Ике йыл эсендә рәссам Дамир Мөхәмәтйәров етәкселегендәге ижади төркөм ошо уҡ исемле йәнһүрәт өҫтөндә эшләй, фильмды музыкаль яҡтан йәштәр араһында киң танылыу алған билдәле йырсы РНТ (Ринат Ниғмәтуллин) биҙәй. Ринатты телгә алып үтеүем осраҡлы түгел – йәнһүрәттәге музыка башҡорт халыҡ көйҙәре үҙенсәлеген дә, заманса яңғырашты ла үҙ эсенә алған.
Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында: “Ниңә йәнһүрәт шулай ҡыҫҡа ғына? Артабан нимә булған?” – тип һорау бирҙе балалар, экранда һуңғы кадрҙар балҡығас. Баҡтиһәң, әкиәт күп серияларға бүленгән, исем туйында шуларҙың берәүһе генә күрһәтелгән икән. Ысынлап та, дүрт мең юллыҡ эпосты бер сәғәтлек фильмға һыйҙырып бөтөрөү мөмкин түгел, уны сериал рәүешендә балаларға тәҡдим итеүе күпкә отошлораҡ бит.
Хәйер, балаларҙан тыш, өлкәндәр ҙә бирелеп китеп ҡараны йәнһүрәтте. Исем туйында Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, билдәле режиссер Булат Йосопов, “Тамыр” балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина кеүек мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Әйткәндәй, Гөлназ Фәрит ҡыҙы – “Урал батыр” йәнһүрәтенең мөхәррире лә.
Әкиәт экранда күрһәтелеп бөтөп, ижади төркөм сәхнәгә күтәрелеү менән, балалар, шуны ғына көтөп ултырғандай, уларға һорауҙар яуҙырҙы.
“Урал батырҙың ҡылысы нисек ялтырай?”, “Дейеүҙәр ниңә уларға һөжүм итә?”, “Аҡбуҙат ни өсөн шундай етди?”, “Һомай ниңә йәшел сәсле?”, “Урал батыр нилектән буйға бәләкәй?”
Һуңғы һорауға “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина яуап ҡайтарҙы: “Урал бит һеҙҙең тиҫтерегеҙ, ул да һеҙҙең кеүек шуҡ бала!”
Был йәһәттән Урал, Шүлгән, Һомай, Айһылыуҙың һәм башҡа персонаждарҙың бала сүрәтендә күрһәтелеүе уңышлы, ниндәй кескәйҙең ололар хаҡында йәнһүрәт ҡарап ултырғыһы килһен? Мәшһүр “Урал батыр” эпосын йәш быуын араһында популярлаштырыу, ғөмүмән, башҡорт халыҡ ижады аша телгә, мәҙәниәткә һөйөү уятыу өсөн был алым бик уңышлы һайланған. Малайҙарға – Уралды, ҡыҙҙарға Һомайҙы үҙ тиҫтере итеп күреүе ҡыҙыҡ.
Йәнһүрәттең исем туйынан тыш, сарала балаларҙың үҙҙәренә лә һүҙ бирелде: шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған, балалар араһында ойошторолған “Бабич һүҙе” шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыусылар сығыш яһаны, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Йәрмәкәй районынан килеп еткән Эвелина Тимербулатова Шәйехзада Бабичтың “Башҡортостан-гөлбостан” шиғырын төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында һөйләп ишеттерҙе, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары Наҙгөл Ғәбитова менән Азамат Абдуллин да Бабич шиғырҙарын яттан һөйләне.
Ә “Аҡбуҙат” журналы тарафынан ҡыҙыҡлы викторина ойошторолдо. Дөрөҫ яуап биргән һәр уҡыусыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла барҙы. Балаларҙың әүҙем, дөрөҫ яуап биреүе, күккә сөйөлгән ҡулдары күңелгә май булып яғыла – улар телен белә, тарихын белә, ҡыҙыҡһына тигән һүҙ был.
Шул уҡ көндә “Урал батыр” йәнһүрәте Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында ла күрһәтелде. Залға мәктәпкә быйыл ғына уҡырға ингән балалар йыйылғайны. Улар ҙа викторинала ихлас ҡатнашты, премьера һуңынан ижади төркөмгә һорауҙар яуҙырҙы.