Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Октябрь 2020, 09:30

Зиләрә Юлтаева йырлай башлаған

Ул “Бәйләнештә” социаль селтәрендә үҙе башҡарыуында “Шишмә буйы” тигән йырҙы һалған.

Артистарҙың төрлөһө бар. Кемдер, образдарҙы бар тулылығында сағылдырыу менән бер рәттән, нәфис һүҙ оҫтаһы, ул һөйләгәндә бөтә тамашасылар тик ауыҙына ғына ҡарап ултыра. Икенселәр шулай уҡ оҫта уйнап, өҫтәүенә күңел ҡылдарын сиртерлек итеп йыр һуҙһа, алҡыштар тик уныҡы.
Мәҫәлән, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Зиләрә Юлтаева ниндәй генә ролде башҡармаһын, бәләкәйме ул, ҙурмы, һәр саҡ уңышҡа ирешә. Әйткәндәй, ул йырлай башлаған, тиҙәр. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә үҙе башҡарыуында “Шишмә буйы” тигән йырҙы һалған.
Унда шундай юлдар бар:
Толом-толом ҡара сәстәреңде
Таратырмы таң елдәре.
Сит елдәрҙә, сит ерҙәрҙә
Һағынмаҫ кемдер үҙ илен?
Был йырҙы тыңлаған һайын тыңлағы килә. Таланттар хаҡында, һандуғас тауышлы йырсы, тибеҙ. Был осраҡта ла шулай юғары баһаларға мөмкин.
Сәхнәне бер итеп уйнаған да, матур итеп йырлаған да артистар икеләтә уңышҡа өлгәшә. Беҙ ҙә, үҙ сиратында, Зиләрә Юлтаеваға яңы үрҙәр һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас