Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Октябрь 2020, 14:00

Балалар ҡыуанды

Уҡыу йорттары уҡытыусылары әйтеүенсә, мәктәптәрҙең матди-техник базаһы бындай күләмдә тәүге тапҡыр яңыртыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ингән “Мәҙәни мөхит” проектының төп бурыстарының береһе – музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең матди-техник базаһын камиллаштырыу.
Ошо көндәрҙә Өфөләге Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә һәм 5-се балалар музыка мәктәбендә федераль проект нигеҙендә һатып алынған музыка ҡоралдарын, уҡыу әсбаптарын, башҡа ҡулайламаларҙы күрһәттеләр.
Уҡыу йорттары уҡытыусылары әйтеүенсә, мәктәптәрҙең матди-техник базаһы бындай күләмдә тәүге тапҡыр яңыртыла. “Музыка мәктәптәрендә уҡытыусыларҙың оҫталығын арттырыуға, танылған педагогтарҙың алдынғы тәжрибәһен киң файҙаланыуға, уҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың да төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашыуына ҙур иғтибар бирелә, ә яңы музыка ҡоралдары йәш таланттарға һәм педагогтарға профессионализм кимәлен тағы ла күтәрергә, яңы уңыштарға өлгәшергә булышлыҡ итәсәк”, – тип белдерҙеләр Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Музыка ҡоралдары менән таныштырғандан һуң мәғариф ойошмаларындағы уҡыусылар һәм уҡытыусылар байрам концерты тәҡдим итте.
Фото: vk.com
Читайте нас