Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Октябрь 2020, 09:31

Быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе

Балаҫ һуғыу – халҡыбыҙҙың боронғо милли шөғөлдәренең береһе. Элек ҡыҙҙы кейәү йортона оҙатҡан саҡта мотлаҡ рәүештә бирнәлек балаҫ һалғандар. Йылдар үтеү менән һуғылған бирнәлек балаҫтар ҙа онотола барған, оҫталар ҙа йылдан-йыл кәмей төшкән. Был хаҡта “Башҡорт халыҡ сәнғәте” китабында бик матур һүҙҙәр бар: “Бынан күп быуаттар элек, һарыҡ күп үрсетелгән заманда, башҡорттарҙың көнкүрешендә өбөрөһөҙ балаҫ һәм келәм һуғыу ныҡ үҫешкән булған. Уларҙы торлаҡты йыһазландырыу өсөн файҙаланғандар. Балаҫтарҙы кейеҙгә беркетеп тегеп, тирмә иҙәненә, үлән йәки септә өҫтөнә түшәгәндәр.

Балаҫ һуғыу – халҡыбыҙҙың боронғо милли шөғөлдәренең береһе. Элек ҡыҙҙы кейәү йортона оҙатҡан саҡта мотлаҡ рәүештә бирнәлек балаҫ һалғандар. Йылдар үтеү менән һуғылған бирнәлек балаҫтар ҙа онотола барған, оҫталар ҙа йылдан-йыл кәмей төшкән. Был хаҡта “Башҡорт халыҡ сәнғәте” китабында бик матур һүҙҙәр бар:

“Бынан күп быуаттар элек, һарыҡ күп үрсетелгән заманда, башҡорттарҙың көнкүрешендә өбөрөһөҙ балаҫ һәм келәм һуғыу ныҡ үҫешкән булған. Уларҙы торлаҡты йыһазландырыу өсөн файҙаланғандар. Балаҫтарҙы кейеҙгә беркетеп тегеп, тирмә иҙәненә, үлән йәки септә өҫтөнә түшәгәндәр.


Һуңыраҡ улар ҡунаҡ бүлмәһен­дә күренекле урын алған. Кейеҙгә тегелгән ҙур булмаған балаҫтарҙы түшәк итеп тотонғандар. Көндөҙ уларҙы урындыҡ мөйөшөндәге урын аяғына юрған, мендәрҙәр араһына таҫлап өйөп ҡуйғандар.
Малсылыҡ менән шөғөлләнгән көньяҡ башҡорттарында үткән быуаттың урталарына тиклем балаҫ һуғыуҙың боронғо традициялары һаҡланған. Уларҙы тар шөйтөллө станокта иңен 18-25 сантиметр итеп өҙлөкһөҙ буй һалып һуҡҡандар. Эш аҙағында туҡыусының аяғы аҫтында әҙер балаҫтың ҙур ғына төргәге ятҡан. Уны 3-4 метр оҙонлоғондағы киҫәктәргә бүлгеләгәндәр. Биш-ете буйҙы бергә тегеп, келәм яһағандар.
Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш тө­бәктәрҙә һуғылған балаҫтар үҙ­ҙәренең арҡыры һалынған буй биҙәге менән айырылып торған. Уны буялмаған еп менән аралаштырып, төрлө төҫтәрҙән туҡы­ған­дар. Туҡыусының оҫталығы төҫ­тәр­ҙең аралашып килеүен күҙал­лап, еп әҙерләнгән саҡта уҡ күренгән.
Боронғораҡ балаҫтарға аҡ-көрән һәм аҡ-һоро-ҡара төҫтәрҙең ярашып килеүе хас. Уларҙы һирәк кенә һалынған ҡуйы ҡыҙыл йәки һары һыҙыҡ менән күркәмләп ебәр­гәндәр. Артабан төҫтәр гөлләмәһе төрләнә барған. Йәшел, ҡуйы һары, шәмәхә, күк, зәңгәр буяуҙар файҙаланылған. Анилин буяуҙар биҙәккә яңы төҫмөрҙәр өҫтәгән. ХХ быуаттың урталарында һуғылған буй балаҫтар төҫтәренең төрлөлөгө менән айырылып торған. Һәр саҡ биш-алты төҫлө еп файҙа­лан­ғандар. Һарыҡ йөнөнә кәзә йөнөн ҡушыу епте йылҡылдатып ебәр­гән. Арҡау ебенә ағартылмаған киндер ҙә барған, һуңыраҡ кизе-мамыҡ еп тә ҡулланылған, тик йөндән генә һуғылған келәмдәр ҙә булған”.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың онотола барған милли шөғөлдәре ҡайтанан яңы һулыш ала, уны өйрәнеүселәр һәм өйрәтеүселәре лә табыла, биҙәкле, аҫалы, буйлы балаҫтарҙы, һуғылған шәлдәрҙе, кейеҙ баҫыуҙы тергеҙеүселәр күбәйә. Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөнөң данын арттырыу маҡсатында Сибай ҡалаһының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Башҡорт балаҫтары” тип аталған конкурс ойошторолдо.
Балаҫ һуғыу серен мин бәләкәйҙән беләм. Бала саҡтан Маһира өләсәйемдең төрлө ептәрҙән балаҫ һуғыуын күреп, хатта ярҙамлашып үҫтем. Ул беҙгә, дүрт ейәнсәренә, тип бағышлап, үҙ ҡулдары менән төрлө сағыу төҫтәрҙәге күҙҙең яуын алырлыҡ балаҫтар һуғып ҡуйҙы. Һәр беребеҙ ҡәйнә йортона өләсәйебеҙ һуҡҡан бик матур балаҫтар менән килен булып төштөк, әле лә уның күңел нурын һалған ҡомартҡыбыҙ һәр беребеҙҙең йорт түрендә һаҡлана.
Һарыҡ ҡырҡып, йөнөн тетеп, аҙаҡ сиратып, йыуып ҡуйыр ине өләсәйем мәрхүмә. Аҙаҡ иң ҡы­ҙығы башлана: аласыҡтағы ҡаҙан­ға буяу һалып, уны бер нисә сәғәт ҡайнатабыҙ. Йөндә кәрәкле төҫ килеп сыҡһа, уны йыуып кипте­рә­беҙ. Аҙаҡ төрлө төҫтәге балаҫ­тарҙы һуғырға тотонор ине, шуға күрә “Башҡорт балаҫтары” конкурсында ҡатнашыусыларҙың конкурс-күргәҙмәһендә өләсәйемдең шөғөлөн ҡайтанан хәтергә тө­шөрөп, уны иҫләп, һәр оҫтаның эшен ентекле ҡарап сығырға тырыштым.
Кемдер төрлө балаҫтарҙы бер­гә йыйып, күргәҙмәгә алып килгән, икенселәре үҙҙәренсә, яңыса эшләргә тырышҡан. Сибай урамына йәм һәм биҙәк өҫтәп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торған аҫалы балаҫтарҙан күҙ ҡамаша. Һәр береһендә ҡабатланмаҫ ила­һи серҙәр ята, биҙәлештәре, төҫө, эшләнеше менән бер-береһен ҡабатламай. Береһенән-береһе матурыраҡ балаҫтарға әллә күпме күҙ нуры түгелгәнен, күп­ме күңел йылыһы һалынғанын уны эшләү­селәр үҙҙәре генә беләлер. Башҡорт балаҫтарының үҙенсә­леге шунда: сағыу һәм тоноҡ төҫтәр сиратлашып килә. Ырыу тамғаларын һалыусылар ҙа бар.
Күргәҙмә-конкурсты ойош­тороусыларҙың береһе, Сибай ҡалаһының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина белдереүенсә, йыл һайын музей хеҙмәткәрҙәре тарафынан бихисап конкурс үткәрелә. “Башҡорт балаҫ­тары”нда ҡатнашырға теләүселәр бик күп булған. Урал аръяғы райондарынан башҡа, республиканың төрлө район оҫталары үҙҙәренең эштәрен тәҡдим иткән, конкурста ҡатнашҡан.
Мәҫәлән, Әлшәй районының Иҙрис ауылынан “Аҫалы балаҫ” һуғыу оҫтаһы Светлана Сәйето­ваны республикала ғына түгел, ситтә лә яҡшы беләләр. “Мин һуҡҡан балаҫтар хәҙер бөтә донъяны урап сыҡты”, – тип йылмая үҙе лә. Әйткәндәй, Әлшәйҙең иң оҫта балаҫ һуғыусыһы конкурстың I дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Бәйгенең йәнә бер еңеүсеһе Сәғирә Йәнбирҙина Әбйәлил районының Яңауыл ауылынан килгән. Уның күргәҙмәһендә боронғо балаҫтарҙан алып хәҙергеһенә тиклем эшләнгәндәре бар. Ул байрамға тарихи экспонаттарҙың береһе – дүрт быуын балаҫын алып килгәйне.
Һуңғы ваҡытта һарыҡсылыҡ тармағында үҙ эшен асыусылар йөндөң хаҡы булмауына йыш зар­лана. Боронғо шөғөлөбөҙҙө тергеҙеү, уны таратыу һәм һатыуға сығарыу ошо проблеманы ла хәл итеүгә булышлыҡ итер ине лә бит. Был йәһәттән райондарҙа халыҡ кәсептәрен тергеҙеү буйынса аныҡ эштәр планын төҙөү кәрәк. Мәҫәлән, балаҫ һуғыу станоктарын эшләү йәки уны һатып алыу ҙа еңелдән түгел. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн һарыҡ ҡырҡыуҙан башлап әллә күпме эште атҡарып сығырға тура килә. Иң мөһиме – күпме ҡул көсө, күҙ нуры һәм күңел йылыһы һалына. Ә инде әҙер әйберҙәрҙе һатыу ҙур проблемаға әйләнеүсән.
Киләһе йыл беҙҙең республика Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршыларға йыйына. Донъя халыҡтарын башҡорт халҡының төрлө ҡул эштәре, шөғөл-кәсептәре, милли кейеме, биҙәүестәре менән яҡындан таныштырыу, танытыу һәм һатыу маҡсатында эш алып барыуҙы бөгөндән, тап ошондай конкурс-күргәҙмәләрҙән башларға кәрәк, ти уны ойоштороусылар ҙа, конкурста ҡатнашыусылар ҙа.
Һөнәри оҫталыҡты, боронғо шөғөлдө үҫтереүсе һәм пропагандалаусы бындай саралар – ҡул эштәре оҫталарына бер-береһе менән аралашыу, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашыу майҙансығы ла, эшкә дәрт һәм көс өҫтәүсе, еңеүгә ынтылыш һәм сәм биреүсе бик кәрәкле күңел байрамы ла ул. Киләсәктә бындай күргәҙмә-конкурстар йышыраҡ үткәрелһен, тигән теләк менән таралышты һәр кем.


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас