Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Октябрь 2020, 08:01

Һеҙҙә тел тере, тине ғалимдар

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Рәсәйҙең төрки телле мәҙәни парадигмаһында башҡорт берҙәйлеге” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Конференцияның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, республика Фәндәр академияһы рәйесе Әлфис Ғаязов, яҡын сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән һәм республикабыҙҙан ғалимдар, тел белгестәре, тарихсылар, политологтар һәм педагогтар ҡатнашты.

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Рәсәйҙең төрки телле мәҙәни парадигмаһында башҡорт берҙәйлеге” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Конференцияның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, республика Фәндәр академияһы рәйесе Әлфис Ғаязов, яҡын сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән һәм республикабыҙҙан ғалимдар, тел белгестәре, тарихсылар, политологтар һәм педагогтар ҡатнашты.


Сараның төп маҡсаты киләсәккә тарих һәм заман күҙлегенән ҡараш ташлау тип билдәләнде. Конференцияла төрки халыҡтарҙың теле, әҙә­биәте һәм фольклоры, этнография һәм хәҙерге шарт­тарҙа тарихи хәтерҙе тергеҙеү, башҡорттарҙың һәм Рәсәй­ҙәге башҡа төрки халыҡтарҙың үҙен­сәлек динамикаһының этносәйәси аспекттарына арнал­ған өс секция эшләне. Ғалимдар төрки һәм Рәсәй парадигмаһында башҡорт халҡын үҫтереү­ҙең төп темалары буйынса фекер алышты.


Конференцияла яңғы­раған сығыштарҙың тарихи киңлек йәһәтенән дә, ғилми күҙлектән дә киң даирәле булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, төрки халыҡ­тарҙың XVII быуаттағы этник үҙаңы мәсьә­ләләренән алып башҡорт телен һәм уның диалекттарын өйрәнеү өсөн бул­дырылған Lingvodoc платфор­маһынаса ҡағылышлы сығыштар тәҡдим ителде. Әйткәндәй, уларҙың һуңғыһы үткән аҙнала Ғафури районында уҙған Башҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумынан һуң айырыуса көнүҙәк һорауға әйләнде. Был сара барышын­да Башҡортостан Башлығы Радий Хә­биров туған телдәрҙе өйрәтеүгә йүнәл­телгән ошондай платформа­лар­ҙы, мобиль ҡушымталарҙы киңерәк таратыу бурысын ҡуйғайны.


Фәнни-ғәмәли конференцияла ҡат­нашыусылар “Беҙ кем?” тигән һорауға ла яуап эҙләне. Был осраҡта бер ха­лыҡты икенсеһенән айырған үҙенсә­лектәрҙән алып өсөнсө меңйыл­лыҡ башында этник үҙаң фәлсәфәһенә тиклем һорауҙар ҡаралды. Шулай уҡ бөгөнгө заман шарттарында ҡәрҙәш телдәрҙең үҫеше, күп милләтле, мультимәҙәниәтле Рәсәй шарттарында халыҡтарҙың этник асылын һаҡлау мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙар ойошторолдо.


– Беҙҙең өсөн төрки телле халыҡтарҙың (башҡорт, татар, сыуаш һәм башҡаларҙың) тарихының һәм мәҙәниәтенең әһәмиәтен дөйөм Рәсәй киңлегенән сығып баһалау мөһим, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов.


Мәскәү профессоры, Тел ғилеме институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Юлия Норманская телдәр, шул иҫәптән башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлеге биргән һанлы платформа менән таныштырып үтте. Был про­грамманың төп маҡсаты – юғалыу си­гендә торған телдәрҙе, һирәк ҡулла­нылған диалекттарҙы һаҡлау. Әлеге ваҡытта был башланғысты республи­каның уҡыу йорттарына, мәктәптәргә индереү мөмкинлеге ҡарала.


– Башҡортостан был йәһәттән алда бара. Беҙ республика етәкселеге тарафынан ҡыҙыҡһыныу барлығын күрәбеҙ. Шуға күрә әлеге платформа тәү сиратта тап һеҙҙә ғәмәлгә ашы­рыласаҡ. Бында тел тере. Мәктәптәр яғынан да ҡыҙыҡһыныу бар. Ошоноң ише сифатлы платформаларҙың булыуы бигерәк тә әлеге шарттарҙа, йәғни дистанциялы уҡыу алымында көнүҙәк, – тине Норманская.


Конференцияла ҡатнашыусылар унда күтәрел­гән мәсьәләләрҙең мөһимлеген, көнүҙәклеген бил­дәләне. Ғалимдар, тел белгестәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡағылышлы ла төплө тикше­ре­неүҙәргә ҡоролған диалог ойошторҙо.


Ю.Н. КВАШНИН, Төмән өлкәһенән килгән ғалим:

– Мин оҙаҡ йылдар Себер татарҙарының телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, уны юғалыу хәүефенән ҡурсыу проблемалары менән шөғөлләнәм. Был йәһәттән Башҡортостандағы коллегаларыбыҙ алып барған эшмәкәрлек, улар тарафынан башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү, популярлаштырыу буйынса тәжрибә беҙҙең өсөн ҙур өлгө булып тора. Әлбиттә, республика етәкселеге тарафынан был мәсьәләгә етди иғтибар бирелеүенә, ярҙам күрһәтелеүенә һоҡланып та, бер аҙ көнләшеп тә ҡарайбыҙ, сөнки беҙ өлкә етәкселеге тарафынан ундай иғтибар-ярҙамдан әлегә мәхрүмбеҙ. Һеҙҙә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу ойошторолоу беҙҙең өсөн бик матур миҫал булды.


Ә.Ә. ЯРЛЫҠАПОВ, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты (МГИМО) доценты:

– Конференция барышында Башҡортос­тандағы коллегаларыбыҙ менән башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты тураһында йәнле фекер алыштыҡ. Әйтергә кәрәк, бындай проблема һеҙҙең республикаға ғына хас түгел, ул барлыҡ төрки донъяһында киң таралған мәсьәлә. Мәҫәлән, әлеге һорау ноғайҙарҙа ла бик көнүҙәк һанала. Был халыҡтың этник төркөмдәре, мәҫәлән, Дағстандағы сулаҡшылар ноғай теленән байтаҡҡа айырылған телдә һөйләшә, әммә үҙҙәрен ноғай тип һанай. Конференцияла ошолар хаҡында фекер алышып, параллелдәр үткәреп, киләсәккә эшмәкәрлек йүнәлештәре билдәләүгә өлгәштек, тип әйтә алам.


Фото: Башинформ



Читайте нас