Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Октябрь 2020, 19:45

Илһөйә Йәдкәр ҡыҙына ниндәй фән уҡытыусыһы булыу килешер ине?

Танылған йырсы социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә бөгөнгө матур байрам – Уҡытыусылар көнө тураһында фекерен белдерҙе.

Танылған йырсы Илһөйә Бәҙретдинова социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә бөгөнгө матур байрам – Уҡытыусылар көнө тураһында үҙ фекерен белдерҙе.
“Уҡытыусылар көнө бөгөн! Вәт һоҡланам үҙҙәренә! Валлаһи, минең сыҙамлыҡ етмәҫ ине. Балаларҙы уҡытыу өсөн йөҙ, ике йөҙ “КамАЗ” сабырлыҡ кәрәк. Беләһегеҙ бит инде, ҡайнап китә торған ғәҙәтем бар. Шуға күрә уҡытыусыларҙы ныҡ хөрмәт итәм!
Сабырлыҡ теләйем һеҙгә, уҡытыусылар! Уҡыусыларығыҙ кешелекле һәм ҡыҙыҡһыныусан булһын!” – тип яҙҙы ул.
Шулай уҡ Илсөйә Инстаграмда тәүге уҡытыусыһының фотоһын ҡуйып, ихлас рәхмәттәрен еткерҙе.
Яҙмаһын аҙағында йырсы үҙенең фотоһына ҡарап, Илһөйә Йәдкәр ҡыҙына ниндәй фән уҡытыусыһы булыу килешер ине, тигән һорау ҡуя. Яҙылыусылары шунда уҡ комментарийҙар яуҙырған, әлбиттә. Фекерҙәр араһында иң йыш осрағаны – француз, инглиз, йәғни сит телдәр уҡытыусыһы.
Читайте нас