Башҡортостандың көнбайышында урынлашҡан Туймазы ҡалаһы һәм районы һуңғы йылда тарихи яңырыу кисерә тип әйтһәк, хата булмаҫ, моғайын. Был төбәктә ауыл-ауыл булып үҙ тарихи тамырҙарын барлайҙар – шәжәрәләрен өйрәнәләр, асылдарына ҡайталар. Бында Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге индергән өлөш айырыуса ҙур. Ошо бүлек етәксеһе Рәмзин ӘБСӘЛӘМОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Мәҙәниәт, сәнғәт менән тормошоғоҙҙо бәйләгәнгә күпме ваҡыт үтте?
– Быйыл 21 йыл тулды, Өфө дәүләт сәнғәт институтын 1999 йылда тамамлағас, юллама буйынса Октябрьский ҡалаһындағы музыка училищеһына эшкә ебәрҙеләр. Фольклор бүлегендә уҡыусыларҙы ҡурай серҙәренә төшөндөрҙөм. Ҡурайсылар ансамбле төҙөнөк, артабан ҡала башҡорт гимназияһында ла ансамбль барлыҡҡа килде, музыка мәктәбендә ҡурай класы астыҡ.
Ҡурай менән аҙнаһына бер тапҡыр ғына шөғөлләнһәләр ҙә, уҡыусыларым араһында халҡыбыҙҙың милли ҡоралында оҫта итеп уйнарға өйрәнгәндәр күп. Рөстәм Ханнанов, Руслан Сәләхов, Денис Суфиянов кеүек егеттәр Баҡалы, Бишбүләк, Шаран райондарында ҡурайсылар ансамблдәренә етәкселек итә.
2004 йылда шул осорҙағы Туймазы районы хакимиәте башлығы Рәшит Хәйруллиндың саҡырыуы буйынса Туймазы ҡалаһына күстем, әммә Октябрьский ҡалаһындағы эшмәкәрлегемде лә дауам иттем. Ошо уҡ йылда Туймазылағы “Родина” мәҙәниәт һарайында ҡурайсылар түңәрәге ойошторҙом, педагогия колледжы студенттары менән фольклор ансамбле төҙөнөк.
2005 йылда – Туймазы, 2006 йылда Октябрьский ҡала музыка мәктәптәрендә ҡурай кластары астым.
2012 йылда Туймазы ҡалаһының музыка мәктәбендә директор вазифаһын тәҡдим иттеләр. Мөмкинлектәр күбәйҙе, милли ҡоралдарға иғтибар бүлә башланыҡ – думбыра класын, фольклор бүлеген астыҡ, ҡурай класын киңәйттек, махсус рәүештә “Таныш моңдар” башҡорт халыҡ музыка ансамблен ойошторҙоҡ.
Былтыр район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә эшкә күсерҙеләр.
– Һеҙҙең яҡтарҙа башҡорт мәҙәниәтенең үҫеш кимәле нисек?
– Түбән тип әйтмәҫ инем. Мәскәү, Сочи, Абхазия тарафтарында үткән халыҡ-ара бәйгеләрҙә лауреат исемен яулаған “Сәхәр” балалар бейеү ансамбле бар. Беҙҙең районда “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” асыҡ республика конкурсы уҙа, үткән бәйгелә меңдән ашыу бала ҡатнашҡайны.
Туймазыла оҙон көй башҡарыусылар күп кенә. 1996 йылдан бирле “Оҙон көй” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһе үтә. Уның үҙенсәлеге – йәште сикләү юҡ, теләгән һәр һәүәҫкәр халыҡ йырҙарын нисек бар шулай башҡара ала. Йыл һайын Туймазының үҙенән 20-30 кеше ҡатнаша, араларында балалар ҙа күп.
Ҡурайсыларыбыҙ ҙа һынатмай. Ун биш йәшлек Радмир Ғүмәров исемле ҡурайсыбыҙ бар, ул боронғо халыҡ оҙон көйҙәрен тиҙ отоп ала. Уға заманса көйҙәр тәҡдим итһәм дә, баш тартып, оҙон көйҙәр башҡара, халыҡсанлыҡ оҡшай, ти. Республика кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа тәүге урындар яулай.
Альберт Лотфуллин исемле ҡурайсыбыҙ Башҡортостандағы алдынғы ҡурайсылар рәтендә. Венер Төлкөбаев бөгөн Мәскәү ҡалаһындағы башҡорт ойошмаһында ҡурайсы булып йөрөй.
2015 йылдан Туймазы ҡалаһында һәүәҫкәр ҡурайсылар араһында “Тылсымлы ҡурай моңдары” республика асыҡ конкурсы ойошторолоп килә. Уның сиктәрендә боронғоса уйнау традицияларын тергеҙәбеҙ, уларға ҡарап балалар өйрәнә.
– Районығыҙҙа даими үткән Шәжәрә байрамдары, шәжәрәләргә бүленгән иғтибар хаҡында ентекләберәк һөйләһәгеҙсе.
– Һәр ауылда һәр кем үҙ тамырҙарын белһен тигән маҡсат менән эш башланыҡ был йүнәлештә. Мәҙәниәт бүлегенең быйылғы планы буйынса Шәжәрә байрамдары Туймазы районының һәр ауылында үтергә тейеш ине, пандемия арҡаһында туҡталып ҡалды. Ғинуарҙа Кәкребаш ауылында ҙур Шәжәрә байрамы булды, күптән түгел Төмәнәк ауылында ҙур байрам ойошторолдо.
– Үҙ тамырҙарың менән танышыу ниндәйерәк тәртиптә үтә?
– Ауылдарҙағы һәр ара үҙ шәжәрәһен төҙөй, өйрәнә башлай.
– Ә төҙөгән ваҡытта мәғлүмәт етмәһә?
– Улар архивтарға мөрәжәғәт итә. Эш барышында яңылышыуҙар ҙа килеп сыҡҡылай. Беҙ оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ, һәр ауылға барғанда шул ауылдың элекке документтарының күсермәһен үҙебеҙ менән алабыҙ. Байрам ваҡытында һәр кем үҙ шәжәрәһе менән таныштыра, яңылышлыҡтар булһа, ошо күсермәләргә мөрәжәғәт итәбеҙ, “Һеҙҙең ауылда шундайыраҡ мәғлүмәттәр бар, ҡыҙыҡһыныусылар булһа, танышығыҙ”, – тибеҙ. Аҙаҡ киләләр, танышалар.
Сара байрам рухында үтә, шәжәрәләр хаҡындағы сығыштар концерт номерҙары менән үрелеп бара.
– Йәш быуынды ҡурай уйнау серҙәренә өйрәтәһегеҙ. Ә үҙегеҙҙең балаларығыҙ музыка ҡоралдарының телен беләме?
– Өс бала атаһымын. Өлкән ҡыҙым Рушанаға быйыл 18 йәш тулды, Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡыл-ҡумыҙ бүлегендә уҡый. Бәләкәй сағында ҡумыҙҙа уйнай ине, телевизорҙан ҡыл-ҡумыҙҙа уйнағандарын күреп, был ҡоралға ғашиҡ булған. Бик ярата, дөрөҫ юлдан барам тип ҡыуана.
– Ҡыҙығыҙҙың музыка йүнәлешен һайлауына ҡарашығыҙ нисек булды?
– Әсәһе – ҡатыным Динә бәләкәй сағында тормошон музыка менән бәйләргә хыялланған, әммә ауылда музыка мәктәбе булмаған, шуға күрә Рушананың был һайлауы өсөн ҡыуанабыҙ, яратҡан һөнәре бит. Кешене мәжбүрләп табип, юрист итеп булмай.
– Ҡалған балаларығыҙ ҙа музыканы яратамы?
– Уртансы улым Юлайға – 14 йәш, быйыл музыка мәктәбенең ҡурай класын тамамланы. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнаша, мәҙәниәт һарайында музыка кисәһен алып барғайны, был шөғөл оҡшап та ҡалды үҙенә. Мәктәптәге бөтә музыкаль сараларҙы алып бара, хәҙер килеп район һәм ҡала кимәлендә лә сығыш яһай башланы. Теләге – журналистика бүлегенә уҡырға инеп, артабан телевидениела эшләү.
Бәләкәй улым Заһирҙың да музыкаға ынтылышы бар, уға һигеҙ йәш. I класты фортепьяно буйынса тамамланы, аҙаҡ “Атай, мин ҡурайға күсәм” тине (йылмая – авт.).
– Ҡатынығыҙ ҙа музыка хеҙмәткәреме?
– Юҡ, ул әйҙәүсе методист.
– Балаларығыҙға сәхнәгә, ҡурайға, моңға һөйөү һеҙҙән күскән. Ә үҙегеҙҙә был хисте кем тәрбиәләне?
– Атайым йырларға, гармунда уйнарға яратты. 4-5-се кластарҙа уҡығанда гармунда уйнаным. Артабан атайым миңә – баян, ағайыма гитара алып бирҙе, был ике музыка ҡоралында ла уйнарға өйрәндем, һеңлем менән йырлай ҙа торғайныҡ.
5-се кластар тирәһендә уҡый инем, беҙгә билдәле ҡурайсы Әҙһәм Исҡужин – атайымдың дуҫы, хеҙмәттәше ҡунаҡҡа килеп төштө.
Беҙҙең яҡта ул ваҡытта ҡурайҙа уйнаусылар һирәк ине (Рәмзин Әбсәләмов сығышы менән Баймаҡ районының Темәс ауылынан – авт.). Әҙһәм Исҡужиндың ҡурайҙа уйнағанын ҡарап ултыра торғас, был ҡоралдың оҡшап ҡалыуын төшөндөм, “Өйрәтегеҙ әле” тигәс, ул мине ҡурайҙа һыҙғыртырға өйрәтеп китте.
Тауыш сығарырға өйрәндем, ә тишектәренә нисек баҫырға, көй сығарырға белмәйем. Әҙһәм олатайҙың кире килеүен бер йыл көттөм. Тағы килде, был юлы ул көй сығарырға өйрәтте. “Үҙән буйы” көйөн отоп алдым, артабан музыка мәктәбенә барҙым, унда әмәлгә ҡалғандай, ҡурай класы асылғайны.
– Һеҙ Баймаҡ районынан. Башҡортостандың бөтөнләй икенсе тарафында йәшәүегеҙ, эшләүегеҙ осраҡлыҡмы, әллә?..
– Туймазы, Октябрьский төбәктәренең ҡайҙа икәнен генә түгел, барлығын да белмәгәйнем. Учалы музыка мәктәбен тамамлағас, юллама буйынса Октябрьский ҡалаһын тәҡдим иттеләр, әммә мин Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылын һайланым, әммә Айбулат ағай Рәхмәтуллин миңә сәнғәт институтына уҡырға инергә тәҡдим итте. Имтихандарҙы тапшырҙым, әле һөҙөмтәләре билдәле түгел, һаман Иҫке Сибайға эшкә йыйынам. Шулай ҙа институтҡа шылтыратып белешергә булдым. Уҡырға ингәнмен. Ҡыуандым да, Өфөгә юлландым. Аҙаҡ, бая әйтеүемсә, юллама менән Октябрьскийға, һуңынан Туймазыға эләктем. Яҙмыштыр, күрәһең.
– Август айында Туймазы районының Ҡандра ауылында яңы быуын китапханаһы асылды. Уның хаҡында ла һөйләһәгеҙсе?
– Китапхана “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы төҙөлдө. Ноябрҙә үҙгәртеп ҡороу башланды, ете ай эсендә китапхана әҙер ине. Элекке балалар китапханаһы – бөгөн килеп моделле яңыртылған урын. Китапханаға туғыҙ мең данаға яҡын яңы китап алдыҡ, унда балаларҙы ылыҡтырыу өсөн интерактив мөйөштәр асылды.
– Бөгөн башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау хаҡында күп һөйләйбеҙ. Был тәү сиратта ғаиләнән башланырға тейеш. Балаларығыҙ башҡортса һөйләшәме? Уларҙы бөгөнгө заман шарттарында башҡорт рухында тәрбиәләү ауырмы?
– Балаларҙың телдәре башҡортса асылды, әлбиттә. Әлеге көндә бик матур итеп туған телдә һөйләшәләр. Шулай ҙа балалар баҡсаһына барғас, русса һүҙҙәр ҡыҫтыра башланылар. Туған телде боҙоу юҫығында балалар баҡсаһы беренсе баҫҡыс булып тора, артабан мәктәп килә. Был исемлеккә интернетты ла индереү зарур.
Өлкән ҡыҙыбыҙ бәләкәй саҡта интернет та, мобиль телефондар ҙа киң ҡулланылышта түгел ине, ул бәләкәйҙән туған телдә һөйләште. Хәҙер кинйә улыбыҙ менән ауырыраҡ, ғөмүмән, хәҙерге быуын балаларына ҡыйынға тура килә.
Ауылдарҙағы балалар ҙа хәҙер башҡортса һөйләшә һалып бармай. Бөрйән районына барып, аптырап ҡайтҡайным. Ҡотан ауылына килеп төшкәс, урамдағы балаларҙан һораным: “Һаумыһығыҙ, күпер ҡайһы яҡта?” “А мы не понимаем”, – тинеләр...
– Был мәсьәләне нисек хәл итергә һуң?
– Өйҙә балалар менән башҡортса һөйләшәбеҙ, урамға сыҡһалар, руссаға күсәләр. Ҡатыным менән уларҙы туған телдәренән оялмаҫҡа өйрәтәбеҙ, был һеҙҙең ерегеҙ, туған телегеҙ, уның менән ғорурланырға кәрәк, тибеҙ. Тәүге икәүһе менән бындай проблема булманы, кескәй улыбыҙ менән ауырыраҡ. Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр, интернетта башҡортса контент етмәй.
– Интернет балаларҙы боҙа, тиһәк тә, унда милли контент булырға тейештер, әлбиттә.
– Һис һүҙһеҙ, булырға тейеш, кеше заман менән бергә бара, интернетһыҙ йәшәп булмай. Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Мәҫәлән, башҡорт теле уҡытыусылары араһында бер таныштарыбыҙҙың 4-5 йәшлек балалары бар. Башҡортса белмәйҙәр. Балаларына русса һүҙ ҡушҡандар күп, улар ялға ауылға ҡайтҡанда өләсәйҙәренә тиклем ейән-ейәнсәрҙәренә русса өндәшәләр...
Балаларға гел дә: “Был һеҙҙең туған телегеҙ, һеҙ башҡортса һөйләшмәһәгеҙ, балаларығыҙ бөтөнләй белмәйәсәк, тел бөтә бит”, – тип әйтеп торам.