Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Октябрь 2020, 14:30

"Йәшлек шоу" - Сибайҙа

Бында Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Күгәрсен райондары һәм Сибай ҡалаһы таланттары көс һынашты. Кем еңде?

Башҡортостанда “Йәшлек шоу – 2020” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленә һайлап алыу турҙары дауам итә. Кисә бәйге Сибай ҡалаһында үтте. Бында Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр, Күгәрсен райондары һәм Сибай ҡалаһы таланттары көс һынашты.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде.
1 урын – Елизавета Овчинникова (Баймаҡ ҡалаһы);
2 урын – Айтуған Айытҡолов (Йылайыр районы);
3 урын – Нәркәс Әсәҙуллина (Сибай ҡалаһы).
Ярышта ҡатнашҡан бөтә кешеләргә лә иҫтәлекле бүләктәр, ә еңеүселәргә биш мең һумдан ун мең һумға тиклем сертификаттар тапшырылды. Бынан тыш улар 17 октябрҙә Учалы ҡалаһында үтәсәк open-air сәхнәһендә сығыш яһау мөмкинлеге алды. Бында башҡорт эстрадаһының билдәле артистары ла йырлаясаҡ.
Киләһе һайлап алыу туры бөгөн, 6 октябрҙә Учалы ҡалаһында үтәсәк. Бында Учалы ҡалаһы һәм Белорет районы артистары көс һынашасаҡ.
7 октябрҙә Төньяҡ зонала йәшәгәндәр өсөн һайлап алыу туры ойошторола. Унда Тәтешле, Асҡын, Балтас, Борай һәм Мишкә райондары ҡатнаша.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү http://yashlek-show.ru. – “Йәшлек шоу” бәйгеһенең рәсми сайтында бара. Ошонда уҡ һайлап алыу турҙарының тура трансляцияларын ҡарарға була.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, быйыл фестиваль бөтә республика һәм бөтә Рәсәй буйынса үтәсәк. Унда 16 йәштән 30 йәшкә тиклемге башҡарыусылар ҡатнаша ала. Проекттың продюсеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин.
Быйыл бәйгенең приздары бик шәп: беренсе урын яулаған кеше – 300 мең, икенсе урын – 200 һум һәм өсөнсө урын өсөн 100 мең һум буласаҡ.
Гала-концерт 20 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк. Унда билдәле артистар менән бер рәттән һайлап алыу туры еңеүселәре лә йырлаясаҡ.
Фото: kulturarb.ru
Читайте нас