2024 йылға тиклем Башҡортостанда күп функциялы 26 ауыл клубы асырға һәм ун автоклуб йөрөтә башларға ниәтләйҙәр. Был эштәр “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы башҡарыла. Быйыл Башҡортостандың биш районында күсмә мәҙәни үҙәктәр (автоклубтар) барлыҡҡа киләсәк. Күптән түгел Йылайыр районына ла “Тәгәрмәсле клуб” ҡайтарылды. Был – республикалағы өсөнсө автоклубтың береһе. Ул яҡтылыҡ, тауыш һәм видеоҡоролмалар менән йыһазландырылған. “Тәгәрмәсле сәхнә”ләр халҡы 300 кешегә тиклем булған ауылдарға йөрөп тамаша күрһәтәсәк.
Автоклуб парктарҙа, ял урындарында, асыҡ йәйге һәм ҡышҡы майҙансыҡтарҙа, райондың һәр ауылында йөрөп, төрлө мәҙәни байрам саралары, тамашалар күрһәтеү мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ күсмә концерт программалары, ижади коллективтар сығыштары өсөн мобиль сәхнә ойоштороу мәсьәләһе лә хәл ителгән.
Йылайыр районында 53 ауыл иҫәпләнә, шуның 22-һендә мәҙәниәт усаҡтары бар. Тимәк, был “Тәгәрмәсле клуб” район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауыл халҡына мәҙәни нур таратыусы “тәгәрмәсле сәхнә” булып та хеҙмәт итәсәк. Әйткәндәй, район буйлап автоклуб үҙ эшен башлап та ебәрҙе, тәүге концерт Һаҡтау ауылында ҡуйылды.
Һаҡтауҙар ауылдарында ҡасан клуб булғанын хәтерләмәй ҙә, шуға күрә “район артистары концерт ҡуя” тигән хәбәрҙе лә ышанып ҡабул итмәйҙәр. Тәғәйенләнгән көндә автоклуб, ауылға килеп, концерт өсөн ҡулай урын һайлап ултырғас ҡына, ҡыҙыҡһыныуҙарын еңә алмайынса, артистар янына йыйылалар.
“Көҙгө моң” тип аталған концерт ауыл халҡының күңеленә ысын мәғәнәһенә моң һәм дәрт өҫтәй: нисәмә йыл мәҙәни саралар, концерт күрмәгән һаҡтауҙар һәр сығышты көслө алҡыштар менән оҙата. Автоконцерт ысын мәғәнәһендә ауыл халҡында онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар уята, хатта ҡайтырға ла ашыҡмайҙар. Район мәҙәниәт үҙәгенең артистары менән бергәләшеп ритайымға баҫып, бер аҙ йырлашып та алалар.
“Тәгәрмәсле клуб” артабан Ишбулды, Мәҡсүт, Исҡужа, Васильевка ауылдарына юл тотто.