Салауат башҡорт драма театрында бөгөн мөһим ваҡиға булды – коллективты яңы баш режиссер менән таныштырҙылар. Ул – йәш актриса, режиссер, ошо мәҙәниәт усағында ҡуйған тамашалары менән абруй яулаған Лиана Ниғмәтуллина.
Лиана Кәбир ҡыҙы Ишембай ҡалаһында тыуған. 2011 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетын “Театр режиссураһы” белгеслеге буйынса тамамлағандан һуң Салауат театры труппаһында эш башлай.
2015 йылда Заманса драматургия федераль грантына ярашлы Ш. Шәкүрованың “Олюшкино счастье” пьесаһы буйынса спектакль ҡуя.
Республиканың заманса драматургия һәм режиссура семинарҙарында даими ҡатнаша. 2018 йылда Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының ижади йәштәр өсөн дәүләт стипендияһына лайыҡ була. Рифҡәт Исрафилов етәкселегендәге милли театрҙар режиссерҙары лабораторияһында ҡатнаша. Сара быйыл октябрҙә “Федерация” II Бөтә Рәсәй милли театрҙары фестивале барышында Грозный ҡалаһында үтәсәк.
Бер нисә йыл дауамында күп төрлө театр проекттары режиссеры сифатында сығыш яһай. Тамашасылар уның балалар өсөн ҡуйған “Бесәй өйө”, “Салтан батша тураһында әкиәт”, “Өс сусҡа балаһы”, “Золушка”, “Юл әкиәте”, “Ай! Яна!” спектаклдәре, “Һарығош йыры” мюзиклы буйынса яҡшы белә.
2 октябрҙә Лиана Ниғмәтуллина тамашасылар иғтибарына Ноғман Мусиндың “Ғүмерҙең бер мәле” әҫәре буйынса спектаклен тәҡдим итте.
Йәш режиссерға яңы вазифала уңыштар һәм яңынан-яңы тамашалар теләйбеҙ.
Фото: "Культурный мир Башкортостана".