Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Октябрь 2020, 13:15

Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы кемдәрҙә?

Республика Йортонда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаттарын наградлау тантанаһы уҙасаҡ.

9 октябрҙә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 124 йыл тулыуын билдәләйәсәкбеҙ. Республика көнө байрамы алдынан танылған дәүләт эшмәкәренең Йорт-музейында - республика Милли музейы филиалында иҫтәлекле саралар үтәсәк.
Республика Йортонда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаттарын наградлау тантанаһы уҙасаҡ. Уларҙың исемдәре халыҡҡа яҡшы таныш. "Молодежная газета" хәбәрсеһе Эмилия Завричко (гәзиттә баҫылған социаль әһәмиәтле мәҡәләләре өсөн), "Йәшлек" гәзите хәбәрсеһе Нур Ҡәҙербаев (спорт темаһына яҙылған материалдары өсөн) һәм журналистика ветераны Зөһрә Ҡотлогилдина ("Һуғыш балалары һөйләй" тигән китабы өсөн) мәртәбәле премияға лайыҡ булды. Беҙ уларҙы ысын күңелдән еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Быйыл 11 сәғәттә Йорт-музейҙа “Ш.Хоҙайбирҙиндың биографияһы буйынса яңы документтар һәм материалдар” күргәҙмәһен асыу сараһы үткәрелә һәм музейҙың яңы баҫмалары презентацияланасаҡ. Аҙаҡ Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡәберенә сәскәләр һалыу церемонияһы башҡарыласаҡ. Сараға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары, Башҡортостан Журналистар союзы вәкилдәре, Өфө ҡалаһы китапханаларының Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәкләштерелгән системаһы һәм республика Милли музейы хеҙмәткәрҙәре саҡырылған.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас