“Урал батыр уты” башҡорт мәҙәниәтенең асыҡ төбәк-ара марафоны концерттар серияһын Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнаясаҡ.
8 – 11 октябрҙә барлыҡ район-ҡалаларҙа киң күләмле мәҙәни саралар уҙғарыла. Уларҙа сәнғәт оҫталары, коллективтар ҡатнашасаҡ. Популяр йырсылар Радик Юлъяҡшин, Рөстәм Ғиззәтуллин, рок-башҡарыусы Альберт Исмәил, “Арғымаҡ”, “Дәрүишхан”, “Алтынай” төркөмдәре, "Зәйнетдин" этно-шоу проекты, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Сибай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Учалы филармониялары артистары сығыш яһаясаҡ.
Марафонды ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, “Урал батыр уты” символы шуны аңлата: тотош тарихында башҡорттар яуҙа ла, фәндә лә, мәҙәниәттә лә, ғөмүмән, һәр йәһәттән үҙҙәренең легендар батыр тоҡомдары икәнлеген иҫбатланы. Урал батыр уты Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Мифтахетдин Аҡмулла, Муллаян Халиҡов, Кәрим Хәкимов, Муса Гәрәев, Миңлеғәле Шайморатов һ.б. данлы яҡташтарыбыҙ йөрәгендә янған. Республикабыҙҙың һәр төбәгендә яҡташтарыбыҙ ғорурланған ҡаһармандар бар. Улар йөрәгендә - батырыбыҙ рухы. Урындарҙағы концерттар шул ерҙән сыҡҡан легендар шәхестәргә бағышланасаҡ.