М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, шулай уҡ моңло тауышлы йырсы булып танылған Гөлшат Ғайсина “Бәйләнештә” социаль селтәрендә матур яңылығы менән уртаҡлашты.
“Дуҫтар! Эйе, мин тәүәккәлләнем! Тормошомда өсөнсө соло концертымды ҡуйырға ваҡыт етте буғай”, - тип яҙҙы ул.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлшат Ғайсинаның “Күперҙәр” тип аталған концерты 7 ноябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтәсәк.
Донъялар имен бул8ын, хәл-торош ҡатмарланмаһын, "тажлы" вирус яратҡан артистарыбыҙ менән осрашырға ҡамасауламаһын, тип теләйек.
Фото Г. Ғайсинаның “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенән.