Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Октябрь 2020, 18:24

Аҙаштырған болан балаһы (Дауамы)

Сикәләре алһыулана башлаған Нәфисә ҡапыл тынып ҡалды. Ашъяулыҡты һыйпап ултырған Нәсимә апай ҙа, Марфуша ла эсер сәйен дә эсмәй уға төбәлгәйне. Артур ғына тынысһыҙланды.

Сикәләре алһыулана башлаған Нәфисә ҡапыл тынып ҡалды. Ашъяулыҡты һыйпап ултырған Нәсимә апай ҙа, Марфуша ла эсер сәйен дә эсмәй уға төбәлгәйне. Артур ғына тынысһыҙланды.
– Эй-й!.. Ниңә сәйегеҙҙе һыуыттығыҙ әле? Мин ни һөйләрмен ул. Бәләкәйҙәрҙе уҡытҡан кеше шундайыраҡ була.

Нәфисә инәй күҙҙәрен сылт-сылт йомоп алды, йөрәге тулҡынланыуҙан һығылғандыр инде, күрәһең. Һыуынып өлгөргән сәйен берҙе йотоп ебәрҙе лә, көлөп, тиҙ генә башҡаларҙыҡын да яңыртып яһап бирҙе.
– Ашап-эсеп ултырығыҙ. Тартынма, Марфуша, бәпәйеңде лә онотма. Һаулыҡ-бәхет бирһен үҙенә, йүгереп кенә йөрөһөн, тиҙерәк үҫеп етһен дә егет булһын беҙҙекеләр кеүек. Айырһалар ҙа… бирешкән юҡ әле. Элекке тормошто һаман да үҙебеҙҙекеләр кеүек ҡыуалайбыҙ. Атанан күргән уҡ юныр, әсәнән күргән тун бесер, тиҙәр. Беҙҙең балаларҙан тағы Йәмилә-Гөлнаралар тыуыр әле. Ана шуға ла Өфөгә китте ҡыҙым, аралашып йәшәһен, рухын нығытһын, тим. Артабан уҡыуына ла һис ҡаршы түгелмен. Шул яҡта ҡалһа, фатихамды ла бирермен. Үҙ йортобоҙ – Оло Башҡортостан.
– Ҡыуандырҙың, Нәфисә. Һеҙҙең өйҙә лә беҙҙең журналдар ята икән…

– Уҡыйбыҙ, Нәсимә апай, “Ағиҙел”де лә, “Һәнәк”те лә, гәзиттәрҙе лә.
Марфа уларҙың һөйләшкәнен ҡыҙыҡһынып тыңланы. Күңелгә яҡын талғын моң ағылған һымаҡ ине тауыштарынан. Ҡайҙалыр алыҫта, йөрәк төбөндә, һағышҡа оҡшаған тойғо һулҡылдай башланы.
Быны ул күптән һиҙә ине, шуға ҡайһы берҙә үҙе лә аптырап ҡуя. Әле лә бына, урғылып-атылып, тирә-яҡҡа һибелеп китер төҫлө… Ҡапыл тышта малайҙарҙың көлгән тауышы яңғыраны. Тиктормаҫ Артур, ҡулдарын болғай-болғай сәбәләнеп, үҙенсә әллә ниҙәр һөйләнә-һөйләнә әсәһенең итәгенән шыуып төштө лә тупылдап ишеккә ынтылды. Барып еткәс, тотоп алмаһындар тигәндәй, артына боролоп ҡараны.
– Ҡайҙа киттең, улым? Хәҙер көсөк тешләй үҙеңде. Сыҡма.
Малай иһә ҡысҡырыш сыҡҡан яҡҡа йүгергән Тузик артынан ҡалмаҫҡа тырышып, алпан-толпан баҫып эйәрергә маташты – үҙенсә ҡасты.
Һирәк-һаяҡ рәшәткәле, таҡта ҡойма менән генә кәртәләнгән күрше баҡса эсе малай-шалай менән тулғайны. Ҡайһылары эсен тотоп һеңкелдәй-һеңкелдәй көлә, ә икенселәре асыулы йөҙ менән өндәшмәй шым ғына тора. Көрәш майҙанын хәтерләткән түңәрәк эсендә таҙа кәүҙәле бер малай, салбарын сисеп, асыҡ арт һынына яңы өҙөлгән йәш редисканы тейҙереп-тейҙереп ала ла уртала торған бәләкәй баланың битенә ырғыта. Уныһы ныҡ ҡыуана, ҡулына эләккәнде иҙеүе ысҡындырылған аҡ күлдәге эсенә ашығып тыға, ҡайһы берҙәрен ауыҙын бысрата-бысрата тиҙ генә ҡомһоҙланып ашай…
Артур шул яҡҡа сығырға теләп аяғын тыпырлата, бармағы менән төртөп малайҙарға күрһәтә, хатта, иларға етешеп, танау аҫты еүешләнеп китә. “Бер үҙе үҫкән бала йә яңғыҙлыҡты ярата, йә күрә алмай”, – тип бошоноп уйлап ҡуйҙы Марфа һәм, улының янына сүгеп, йомшаҡ сәсенән һыйпаны.
– Ярамай ул яҡҡа, балаҡайым. Күрәһеңме, бик насар ҡылана был малайҙар. Асыҡҡан баланан, бахырҡайҙан, нисек көләләр… Кем икән үҙе?
Марфа Артурын күтәреп китергә, был хәлде тиҙерәк өйҙәге инәйҙәргә белгертергә уйлағайны, өлгөрмәй ҡалды. Икенсе бер йорттоң артҡы баҡса ҡапҡаһын ярһыулы асып, ҡулдарын болғап ҡысҡыра-ҡысҡыра килгән үҙе кеүек йәш ҡатын күренде. Уның йонсоу йөҙө, ҡаҡ һөйәккә ҡалған кәүҙәһе шаҡ ҡатырлыҡ ине. Аптырауҙан ҡалтыранып киткән Марфа улын тағы ла нығыраҡ күкрәгенә ҡыҫты.
– Нисек оялмайһығыҙ?!. Ауырыу баланан ниңә шулай көләһегеҙ? Беләһегеҙ бит уның хәлен! Дошман балаһына ла күрһәтмәһен Хоҙай был ғазапты. Ул бит ғәйепле түгел сиренә. Йәлләргә кәрәк үҙен! Ә һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Барыһын да белеп, ишетеп тораһығыҙ бит. – Ситтәрәк торған малайҙар оялыпмы, әллә бәхәскә ҡушылыуҙы урынһыҙ күрепме, тиҙ генә сығып тайҙы. Бындай хәл хужа малайҙы оторо ҡыҙҙырып ебәрҙе шикелле: екеренеп, әшәке һүҙҙәр ҡысҡырып, йоҙроғон төйгән килеш әсәгә ҡаршы атланы.
– Ул үҙе минең баҡсама редиска урларға ингән! Кем саҡырған уны? – Малай ҡулдарын бөйөрөнә ҡуйҙы. – Был – минең биләмәм! Үҙем генә хужа! Бер кемгә лә башбаштаҡлыҡ ҡылырға ирек бирмәйәсәкмен! Йөрөтмә балаңды бында! Һорауһыҙ ингәне өсөн теләһә нәмә эшләтә алам мин бурҙарҙы. Белеп ҡуй шуны, ерһеҙ хәйерсе! Ҡайҙан килдең – шунда олаҡ! Йөрөмәгеҙ бында ауыл кешеләренә ауырыу таратып!
Хужа тағы әҙәпһеҙ һүгенә башланы. Уның янында тороп ҡалған бер нисә малай ҙа, ҡулдарын һелтәп, тиҙ генә таралышты. Тегенең яңғыҙ ҡалыуы ҡатынға көс бирҙе һымаҡ: ҡара янып, устарын йоҙроғона төйгән килеш, ҡурҡыныс ҡиәфәт менән эргәһенә яҡынлашты.
– Беләһеңме нимә?! Малайыма бирелгән медсправка менән үҙеңде судҡа бирәсәкмен! – Тегенең күҙенә текәлде. – Мине оятһыҙ, әшәке һүҙҙәр менән йөҙөмдән алғаныңды, ауырыу баланан көлгәнеңде иптәштәрең күрҙе! Был беренсе тапҡыр түгел, мин һине иҫкәрттем!
Хужа малай ауыҙын ҡыйшайтты, әҙәпһеҙ итеп көлдө.

– Ә улар – минекеләр! Беҙ – йәш казактар ойошмаһы! Үҙем төҙөнөм! Мин нимә бойорам, шул буласаҡ!
– Атаман аҡыллы, башлы булырға тейеш! Ә һин кем?.. Ана баҡса буйында, балаһын ҡосаҡлап, минең кеүек әсә тора. Ул шаһит был ҡылығыңа!
Марфа үҙе лә һиҙмәҫтән баш ҡаҡты, асығыраҡ яҡҡа сығып торҙо. Әсәһенең ҡыланышын Артур ҙа ҡабатланы: асыулы йөҙөн күрһәтте.
– Ана күрҙеңме? Мин бер үҙем түгел, яңғыҙ йәшәмәйем был ерҙә!
Йәш ҡатын илап торған малайын йыуатырға тотондо, яулығын сисеп, бысраҡ ауыҙын һөрттө, ҡулындағы редискаларының бөртөгөн дә ҡалдырмай, ҡәһәрләнеп ергә быраҡтырҙы, хатта тибеп осорҙо.
– Тағы берҙе генә көлөп ҡара! Көлкөңдө яңыртырмын!
– Һеҙ... Ә ниңә беҙ психтар менән йәшәргә тейеш? Кешеләр араһында урын юҡ һеҙгә! Әҙәм ҡалдыҡтары! Юғалығыҙ күҙемдән! Кем һеҙҙе бында ҡунаҡҡа саҡырҙы, тоҡомоғоҙ ҡайҙа, килмешәк-ишәктәр?!.
Марфаның был күренешкә иҫ-аҡылы китте. “Ҡунаҡ беҙҙеке булһа, берәй ваҡыт күргән булыр инем. Тимәк, ҡайҙандыр килгән”, – тип уйланы.
Илап торған малай ниңәлер ҡапыл тартыша башланы. Әсәһе уны күтәреп алды ла, күперекләнгән ауыҙының шайығын тиҙерәк һөртә-һөртә, баҡсанан сығып китергә ашыҡты. Бер аҙҙан үҙенең һулҡылдап илағаны ишетелде.
– Ә һин нимә ҡарап тораһың?! – тип ҡысҡырҙы хужа малай, Марфа яғына тексәйеп. – Әллә алйоттарға туғанлығың бармы? Психтар сығып киткәнсе һерәйеп торҙоң. Судьяға уҡып ҡайттыңмы әллә? Бар яҡла, больницаға һал, арт яғыңдан килә торған булһа! Ундайҙарға бер генә юл – бер генә укол етә теге яҡҡа!
Марфаның асыуы әлеге йәш ҡатындың ярһыуына барып тоташты. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡоймаға “ласҡ” итеп төкөрөп ебәрҙе.
– Тфү, полицай!..

Әсәһенең ҡыланышын күргән Артур ҙа быны ҡабатланы, иренен ҡабартты.
Был малайҙы бөтәһе лә белә ине. “Мин – казак тоҡомо!” – тип маһайып, үҙе кеүектәрҙән төркөм төҙөп алды. “Полицай” тигән ҡушаматты кем таҡҡандыр – билдәһеҙ. Башта ул исем оҡшаһа ла, аҙаҡ йәнен көйҙөрҙө малайҙың. Ишетһә, һуғышырға тотондо. Башта был атамандың “хәрби” командаһында дуҫтары арыу уҡ ине, һуңынан һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе. Ни өсөн тигәндә, ошоға тиклем бер бөтөн булып аралашып йөрөгән ауыл балалары төркөмдәргә айырыла башлағайны. Бәрелештәр ҙә булды. Был күренеш ата-әсәне һағайтты, улар малайҙарын тыйҙы, ҡатнаштырманы.
Әле иһә “полицай” таш алды ла, Марфалар яғына төбәп, бар көсөнә киҙәнеп, тондороп ебәрҙе. Тейҙерә алмағас, тирә-яғына ҡарана-ҡарана икенсеһен эҙләргә тотондо. Тапмағас, бер түгел, ике йоҙроғон төйөп, ажғырып тороп ҡалды.
– Ниндәй тауыш сыҡты, ҡыҙым, оҙаҡлап киттең, – тип ҡаршы алды уны Нәфисә инәй, – сәйеңде лә эсеп бөтмәнең.

Марфа күргәндәрен һөйләп биргәс, Нәфисә инәй ауыр көрһөндө.
– Мин кисә генә Нәсимә инәйеңә шул ауырыу малай тураһында һөйләгәйнем. Үҙен күрһәм, йөрәгем өҙөлөп, һығылып-һығылып китә… Башҡа ҡабатланмаһын инде ундай афәт. Хоҙайҡайым, Үҙең һаҡла. Боронғо ҙур башҡорт ауылдарын ҡапыл үлем йотто шул… Бер ниндәй ярҙам күрмәй, ҡоро һөйәген һөйрәп, беҙҙең яҡтарға таралды халыҡ. Ҡанын да, сыҡмай ҡалған йәндәрен дә тартып, үҙ иттек үҙебеҙҙекеләрҙе. Ә теге “полицай” – пионерияның бөтөү һөҙөмтәһе. Тимур командаһы ла юҡ бит хәҙер мәктәптә, башҡа төрҙәре лә. Шуға ошондайҙары ҡалҡа. “Атанан күргән – уҡ юнған”, тиҙәр бит беҙҙә. Ололары шулай ҡылана башлағас…
Марфа һүҙҙең нимә тураһында барғанын аңламаны, инәйҙәрҙең сер йомғағын һүтеүен түҙемһеҙләнеп көттө. Артур ҙа, әсәһенең тубығында бәүелеп, бер аҙ шымғандай булды.
– Эйе, ағас башы шаулаһа, урманда тыныслыҡ бөтә. Ниндәй генә партияларға бүленмәнеләр, илде туҙҙырып… Балалар күрә, шунан үрнәк ала.
Инәйҙәр, бергәләп сәй һауыттарын йыуып, һөртә башланы. Марфа ҡыйыуһыҙ ғына йәш ҡатын тураһында һорашты.

– Малайының ауырыу икәне күренеп тора… Әллә тыумыштанмы?
Инәйҙәр икеһе бергә ауыр көрһөндө.

– Эй, ҡыҙым, ул ҡатындың күргәнен башҡа берәүгә лә күрһәтмәһен. Аяныслы хәл был. Алтмышҡа етмәйенсә атаһы, аҙаҡ әсәһе анау яман шештән үлеп китте. Улар торған яҡта, атом тигән нәмә шартлаған саҡта, ҡыҙҙың әсәһе ҡорһаҡта булған. Ә беҙҙең ауылға Зәйтүнә ошо ғәрип балаһы менән быйыл ғына күсеп килде. Кеше башына төшкән бөтә ҡаза шул үлемесле болғаҡтан инде. Ҡәһәр һуҡһын ул атом тигәндәрен, кеше үҙ башына булдырған бит. Һуңғы шартлауҙа Ҡарасәй күле ағыулы ҡара туҫтаҡҡа әүерелгән, тиҙәр. Үҙең уйлап ҡара... Өсөнсө быуынға ла ҡулын һуҙған атом шәүләһе!
Марфа йәш ҡатындың фажиғәһен аңланы, тәненә ҡайнар боҫ бәрелгәндәй булып, улын тағы ла нығыраҡ үҙенә тартты, сәсенән үбеп-үбеп алды.
– Был шартлау хаҡында үҙҙәре күрмәгән, ҡайғы кисермәгән халыҡтан башҡа берәү ҙә белергә тейеш булмаған икән… Ҡаты сер төйөлгән башҡалар өсөн, ләкин, энә тоҡто барыбер тишә тигәндәй, ҡасан булһа ла беленә шул.
– Эйе, ишетелде, Нәсимә апай, һиҙҙек барыбер. Таралғандарҙың ашарына ашы, кейергә кейеме, торорға торлағы булманы. Халыҡтың үҙенә төштө бөтә ауырлыҡ, бигерәк тә беҙҙекеләргә. Ҡырҙан күсеп килгәндәр кире ҡайтты ла китте, тыуған ере шул тирәлә булғандар иһә әле булһа ағыу йотоп йәшәй бирә. Ә был йәш ҡатын әсәһе менән бында күсеп килде, атайҙары вафат булғас. Йәлләнек, һыйындырҙыҡ, донъя кәрәк-ярағы өләштек. Рәхмәт инде үҙебеҙҙең оҫта ҡуллы Тимербай ҡустыға: ҡулында булмаған нәмәләрҙе табып, бер ҡарт әбейҙән ҡалған иҫке йортто яңы кеүек итеп йүнәтеп бирҙе.
Мин Зәйтүнәнең әсәһенең йөҙөндә бер тапҡыр ҙа йылмайыу күрмәнем… Эй, йөрәгенә һыймаған ҡара ҡайғынан ниндәй шатлыҡ нуры тыуһын инде? Йылы мөнәсәбәткә мохтаж бит улар. Ауылдары шартлау сыҡҡан урындан алыҫ булмаған шул. Минең ныҡ ҡатын икәнемде күреп, бер кемгә лә атом серен асмаҫымды аңлап, илай-илай быуылып, ҡыҙын яңғыҙ ҡалдырмауҙы үтенеп һөйләгәйне үҙенең ҡайғы-хәсрәтен бахыр мәрхүмә… Әсәһе баҡыйлыҡҡа күскәс, үле ҡиәфәткә ингәйне Зәйтүнә лә. Беҙ уны ташламаныҡ, һәр саҡ янында булдыҡ.

Читайте нас