Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Октябрь 2020, 18:17

“Һеҙ милли мәҙәниәтегеҙгә ихлас һоҡлана беләһегеҙ”

Башҡа милләт вәкилдәре – башҡорттар тураһында.

Бүтән милләт вәкилдәре араһында Башҡортостаныбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, телебеҙгә ғашиҡ замандаштарыбыҙ байтаҡ. Улар республикабыҙға ҡарата ихтирам хисен эштәрендә, ижадтарында асыҡ сағылдыра.


Беҙ кемдән кәм?


Өфөлә йәштәр өсөн үҙенсә­лекле ижади майҙан пәйҙә булды: “100LB” проекты сиктәрендә тауыш яҙҙырыу студияһы асылды. Уның маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, башҡорт мәҙәниәтен киң майҙанға сығарып, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә танытыу.
– Минең дуҫтарым араһында башҡорттар бик күп, – ти проект етәксеһе Леша Амодеус (ошоларҙы һөйләгәндә егеттең күҙҙәре яна – авт.). – Башҡортостанда лайыҡлы видеоконтенттың булмауы хаҡында күп һөйләйҙәр. Эйе, тәбиғәтебеҙ матур, ғорурланырлыҡ урындар бар, әммә медиа өлкәһендә лә эште яйға һалырға кәрәк.
“100LB” проекты сиктәрендә яңы асылған тауыш яҙҙырыу студия­һында йәш йырсылар йырҙарын яҙҙыра, аранжировка эшләтә ала, шулай уҡ бында йырҙарға клип төшөрөү ҙә ҡаралған.
– Йәш быуын сәнғәт эшмә­кәр­ҙәренә ярҙам итергә әҙербеҙ, улар­ҙы айырыуса ҡолас йәйеп ҡаршы аласаҡбыҙ, – ти Леша һәм компью­терын аса, – беҙ билдәле йырҙарға кавер-версиялар яҙҙырабыҙ. Мин һеҙгә хәҙер “Despasito” йырының кавер вариантын тыңлатам. Был йыр заманында бик популяр ине, шул уҡ ваҡытта уның башҡортсаһы сыҡһа, ул иғтибар үҙәгендә булыр ине.
Йырҙың башҡортса вариантын Айтуған Ғәйзуллин башҡара.

– Мин башҡортса беләм, тик һөйләшергә оялам, – тип йылмайҙы Леша Амодеус.
“100LB” студияһында бере­һенән-береһе һәләтлерәк йәштәр эшләй. Тимур Зәкәриев – видеомонтаж оҫтаһы.
– Төрлө клиптар эшләйбеҙ, әле­ге ваҡытта инстасериал төшөрөү менән мәшғүлбеҙ, уның хаҡында мәғлүмәтте “Инстаграм”да @100lb_official адресы буйынса табырға була, – тине ул.
Әйткәндәй, был проект Башҡорт­остан Башлығы Гранты ярҙамында дәүләт телдәрен һәм беҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Стәр­летамаҡ ҡалаһындағы Мәғарифҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды ярҙамында бойомға ашырыла. Уның төп маҡсаты – йәш быуында блогерлыҡ мәктәбендә видеодәрестәр, ҡыҙыҡлы роликтар, клиптар, сериалдар төшөрөү алымы менән туған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телен популярлаштырыу.
Шәхси күҙәтеүҙәремдән сығып әйтәм, һуңғы ваҡытта йәш быуын вәкилдәренең туған теленән ситләшеү күренеше йышайҙы. Ата-әсәһе менән туған телдә аралашһа ла, балалар, йәштәр уҡыу йорттарында, балалар баҡсаларында йыш ҡына урыҫса һөйләшә.
Туған телгә һөйөү, ихтирам һәм иғтибарҙы заманса алымдар менән яуларға кәрәк, бында ҡоро һүҙ йәки дәрестәр генә етмәй. “100LB” проектының эшмәкәрлеге, Леша Амодеус атлы егеттең башҡорт теленең киләсәген ҡайғыртыуы күңелгә май булып яғыла, өмөт осҡондарын ҡабыҙа.
Маҡсат – үҙ асылыңды табыу


Бер нисә ай элек интернетта “ишек туҡылдаттылар”: фотопроект өсөн башҡорт халҡының милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен һынлан­дырырға кәрәк. Был Мәскәү ҡалаһынан Надежда Титова исемле фотограф ине.
Надежда Мурманск өлкәһенең Апатиты ҡалаһында тыуып үҫә, артабан яҙмыш еле уны Петрозаводск, Мәскәү ҡалаларына илтә. Голландияла уҡығандан һуң Мәскәүгә әйләнеп ҡайта.
– Ун йылға бер тапҡыр урын-ер алмаштырам, – тип йылмая ул быларҙы һөйләгәндә.

Был проекты өсөн Надежда махсус рәүештә Өфөгә килде, тиҙ арала моделдәр табып, Башҡортос­тандың Милли музейында кис ултырыу йолаһын күрһәттек, Надежда уны фотоаппаратына мәңге­ләштерҙе.
– Башҡортостанға беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡас, тәү сиратта аэропорттан Өфө ҡалаһына илткән юл ғәжәпләндерҙе. Яҙ миҙгеле, әлбиттә, сәйәхәт өсөн ҡулайлаш­ты­рылмаған – ҡар ирей, ағастар япраҡ ярмаған, бөтә ер яланғас. Шулай ҙа юл ситендәге ҡайын сауҡалыҡтары иғтибарымды йәлеп итте – улар тәбиғәттең был халәттә булыуына ҡарамаҫтан, матур күре­неш тыуҙыра ине, – тип Башҡорт­остандан алған тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.
Берҙәйлек, йолаларҙың хәҙерге быуынға тәьҫир итеүе, мәҙәни код – Н. Титова эштәрендә ошоларҙы сағылдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
– Голландиянан Рәсәйгә әйлә­неп ҡайтҡас, артабан нимә менән шөғөлләнеүем хаҡында етди уйлана башланым. Эҙләнеү процесында бүрәт милләтле әхирәтем­дең һүҙҙәре иғтибарымды йәлеп итте: “Мин бүрәт, шуға күрә нимә генә эшләһәм дә, барыһы ла – бү­рәт сәнғәте. Бүрәт ауылында тыуып үҫкәнмен, ошо милләт ҡанун­да­рында тәрбиәләнгәнмен һәм бүтән милләт кешеһе булыуымды күҙ алдыма ла килтереү мөмкин түгел”.
Үҙемдең ошолай аяҡ терәп тәғәйен милләт кешеһе икәнемде иҫбат итә алмауыма төшөндөм, сөнки ауыҙ тултырып мин карел йәки рус ҡыҙы тип әйтә алмайым, миндә төрлө милләт ҡаны аға. Тәғәйен милли нигеҙемдең булмауы күңелемдә башҡа милләттәргә, уларҙың йәшәйешенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ошондай кисерештәрҙән тыуа Надежданы Башҡортостанға һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә илт­кән проект. Уның төп маҡсаты – тарих төпкөлөнән килгән йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр аша үҙ асылыңды табыу.
Әйткәндәй, Надежданың был эшмәкәрлегенең тағы ла бер үҙен­сәлеге бар: ул төрлө милләттәрҙең йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡатын-ҡыҙҙар аша һынландыра: “Өй эштәрен, милли үҙенсәлектәрен сағылдырған тәғәйен әйберҙәр аша уларҙың асылын кәүҙәләндереп, кем икәндәрен асыҡлағым килә. Төрлө милләттәрҙең төрлө исемдәренең яңғырашы оҡшай.

Үҙеңдең кемлегеңде белеү ерҙә ныҡлы баҫып тороу тигәнде аңлата. Асылыңды белһәң, рухың да ныҡ була.


Минең өсөн алға барыу, даими үҫеш мөһим, әммә хәҙерге заманда киң таралған берҙәйлек көрсөгө был үҫешкә ҡамасау булырға мөмкин, был бигерәк тә ижади кешеләргә ҡағыла тип уйлайым”.
Надежданы Башҡортостанда әсир иткән сираттағы күренеш – ул да булһа милли кейемдәр.

– Милли кейемегеҙгә ҡарата мөнәсәбәтегеҙ әсир итте, Мәскәүгә ҡайтҡас, уның хаҡында күп академик хеҙмәттәр уҡыным. Мәктәп­тәр­ҙә тарих дәрестәрендә төрлө төбәк мәҙәниәттәрен, йолаларын да өйрәтһәләр, үҫмерҙәргә был бик ҡыҙыҡлы булыр ине, тип уйлайым.
Был фотопроект сиктәрендә Надежда Титова бөтә Рәсәйҙе урап сыға тиерлек, Карелияла ла, Яҡут Республикаһында ла, башҡа төбәк­тәрҙә лә унда йәшәгән халыҡтың милли үҙенсәлектәре менән таныша. Уның менән аралашҡанда тап Башҡортостанда, башҡорт мәҙә­ниәтендә ниндәй үҙенсәлектәргә иғтибар итеүе менән ҡыҙыҡһынмай ҡалманым, әлбиттә.

Тәү сиратта Надежданы баш­ҡорт­тарҙың үҙ мәҙәниәте тамырҙа­ры­на ҡарата тәрән һөйөүе, оло иғти­бары һәм ихтирамы һоҡландыра.
– Һеҙ милли үҙенсәлектәрегеҙҙе, йолаларығыҙҙы хәҙерге заманға ҡулайлаштырғанһығыҙ, ошо рәүеш­ле уларҙы һаҡлап ҡалыуға өлгә­шә­һегеҙ. Башҡорт ҡыҙҙарының элекке стилдә тегелгән күлдәк кейеп йәки заманса кейем өҫтөнән тү­шелдерек тағып йөрөүҙәре оҡша­ны. Ҡунаҡсыллығығыҙ әсир итте – сәй эсергә килгән һәр кемгә үҙе менән күстәнәс һалып ебәрәһегеҙ.

Һеҙ милли мәҙәниәтегеҙ, уның үҙенсәлектәренә ихлас һоҡлана беләһегеҙ, – тине ул.
Читайте нас