Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Октябрь 2020, 08:49

Иң матуры – Башҡортостан Гербы

Рәссам үлемһеҙ йәдкәр ҡалдырҙы.

Күптән түгел Интернет селтәрендә “Рәсәй Федерацияһының иң матур гербы” тип аталған конкурс уҙғарылып, сентябрь аҙағында уға йомғаҡ яһалды. Финалға Ямал-Ненец автономиялы округы менән беҙҙең Башҡортостан Республикаһының гербы үтте һәм тауыш биреүгә сығарылды. Һөҙөмтәлә 70,95 процент тауыш йыйып, Башҡортостан символы еңеү яуланы!


Герб һәм Флаг менән бәләкәстәр балалар баҡсаһында уҡ таныша, ул мәктәптәрҙең, уҡыу йорттарының, ойошмаларҙың бүлмәләрен биҙәй, Хөкүмәттең һәм ведомстволарҙың рәсми эш ҡағыҙҙарында урын алған. Гербтың авторы билдәле рәссам Фазлетдин ИСЛАХОВ булыуын барыбыҙ ҙа белә. Республика көнө алдынан Гербты эшләү, ҡабул итеү барышы, уны тыуҙырған рәссамдың тормош һәм ижад юлы менән йәнә бер яҡынданыраҡ танышайыҡ.



Мәртәбәле конкурста еңеү


Бынан теүәл 30 йыл элек, “Башҡорт­остан Республикаһының Дәүләт символдары тураһында”ғы яңы законға ярашлы, герб һәм гимнға конкурс иғлан ителә. Гербҡа бәйле ижади бәйге өс йыл дауам итә. Унда Башҡортостандан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә рәссамдар ҡатнаша. Барлығы 45 проект тәҡдим ителә. Ҡоролтай депутаттары тауыш биреү юлы менән иң яҡшы эште билдәләй һәм 1993 йылдың 12 октябрендә Башҡорт­остан Республикаһының яңы дәүләт симво­ликаһы – Гербы барлыҡҡа килә. Еңеүсе проекттың авторы ижади йәмәғәтселек ара­һында ябайлығы, эшһөйәрлеге менән бил­дәле булған, әммә бер ниндәй ҙә яңғыра­уыҡлы исемдәр яуламаған була. Кем һуң ул, шундай мәртәбәле конкурста еңеп сыҡҡан рәссам?
Фазлетдин Фәррәх улы Ислахов 1944 йылда Балаҡатай районының Монас ауылында тыуа. Атаһы рус-япон, Граждандар һуғышында ҡатнаша, әсәһе – ябай колхозсы. Ғаиләлә туғыҙ бала була, әммә шул заман­дың төрлө ауырлыҡтары, сир-сырхауы арҡа­һында өсәүһенең ғүмере сабый саҡта уҡ өҙөлә.


Фазлетдиндең ата-әсәһенең көнкүреше башҡа ауылдаштарыныҡынан бер яғы менән дә айырылмай: шул уҡ етешмәгән тормош, ризыҡ, кейем-һалым наҡыҫлығы... Әммә ма­лайҙың уҡырға теләге көслө була: башланғыс мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, күрше Яныбай урта мәктәбенә йөрөп, белем эстәй. Йәй буйы колхозда эшләй, бесән әҙерләүҙә ҡатнаша, һыйыр көтә.


Уҡыуҙы тамамлағас, һүрәт төшөрөү оҫталығы менән танылған егетте мәктәп директоры саҡырта һәм рәсем, һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта лаборант булып эшләргә тәҡдим итә. Фазлетдин, әлбиттә, уйлап та тормай ризалаша. Бер йыл эшләгәс, артабан белем алыу теләге уны Өфө сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт факультетына алып килә. Бер йылдан әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Унда ла яратҡан шөғөлөн ташламай: хәрби бурыстарҙан буш ваҡыттарында Ленин бүлмәһен биҙәй, әҙерлек майҙансығында бөйөк полководецтарҙың портреттар серияһын эшләп ҡуя.


Әрменән һуң уҡыуын дауам итеп, ҡулына диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Баймаҡ халыҡ театрына рәссам булып бара. Ленин­дың 100 йыллыҡ юбилейы алдынан бөтә ойошмаларға күпләп плакаттар, лозунгтар эшләргә ҡушыла. Йәш белгес Фазлетдин Ислаховтың тырышлығы менән бурыс ваҡы­тында, еренә еткереп үтәлә, ә рәссам бөтә Баймаҡ төбәгендә билдәлелек яулай. Уны 39-сы дәүләт һөнәри-техник училище­һына уҡытырға саҡыралар, өс бүлмәле фатир бирәләр, Горький (хәҙерге – Түбәнге Новгород) ҡалаһындағы Бөтә Союз институтына белемен камиллаштырырға йүнәлтәләр.


Әммә йәш ижадсының күңеле юғары мәҙәниәт, таланттар үҙәге булған Өфөгә тартыла, һәм ул баш ҡалаға күсергә ҡарар итә. Башта Шаҡшалағы протез һәм керамика заводтарында эшләп ала. Артабан 13 йыл ғүмерен кино сәнғәтенә арнай: “Родина” һәм “Искра” кинотеатрҙарында афишалар яһау оҫтаһы булып таныла. Эш ҡатмарлы, һәр ваҡыт ашығыс.


Артистарҙың портреттарын тормоштағына оҡшатып төшөрөргә, яңы шрифттар уйлап табырға тырыша, сөнки уның эштәрен ябай тамашасы ғына түгел, юғары мәҙәни кимәлгә эйә рәссамдар, сәнғәт әһелдәре, етәкселәр ҙә баһалай бит. Өфө халҡы “Родина” кинотеатрына ингән ерҙәге 3,5-кә 3,5 метр ҙурлыҡтағы ике реклама щитын әле лә хәтерләйҙер, моғайын. Фильм алмашынһа, элекке афишаны йыуып, аҡбур һәм елем ярҙамында нигеҙ әҙерләп, тиҙ арала яңыһын эшләү бурысы ҡуйыла Фазлетдингә. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем буяуҙарына, аҡбурға мансылып бөтә. Бынан тыш, кинотеатрҙың үҙендә фотокүргәҙмәне даими яңыртыу, 10–15 дана бәләкәй афиша эшләп, ҡала буйынса таратыу, бер нисә урында 6–12 метрлы аншлагтар яҙыу ҙа – рәссам Ислахов иңендә.



Бай мираҫ ҡалдырҙы


Эшһөйәрлеге, хеҙмәтен яратып башҡа­рыуы, оҫталығы менән хөрмәт ҡаҙана барған Фазлетдинде “Совет Башҡортостаны” гәзи­тенең баш мөхәррире Абдулла Исмәғи­лев биҙәлеш мөхәррире итеп саҡыра. Бындағы эш ювелирҙарҙыҡына тиң: үҙенсәлекле генә шрифттар, һүрәттәр ярҙамында баҫманың биттәрен биҙәй, байрам һандарына плакаттар яҙа.


Матур яҙыу оҫтаһы булып танылған Фазлетдин Ислаховҡа партияның Өлкә комитеты, Хөкүмәт, Яҙыусылар союзы төрлө эштәр ҡушып ҡына тора: бланктар, танытмалар, маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тултыра. Компьютер техникаһы төшкә лә инмәгән, бөтә полиграфия әйберҙәре ҡул ме­нән эшләнгән заман була ул. Фазлетдин Фәррәх улы – депутаттар, фән һәм техника буйынса дәүләт премияһы лауреаты, “Баш­ҡорт­ос­тандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” кеүек маҡтаулы исемдәргә лайыҡ.


1992 йылда Фазлетдин Ислахов “Китап” нәшриәтенә баш рәссам булып эшкә күсә. Ҡул аҫтындағы өс хеҙмәткәре менән бихисап китаптарҙы, уҡыу әсбаптарын биҙәй. Мәғариф министрлығының һорауы буйынса рәссам 56 яҙыусының, 14 халыҡ шағирының, 20-ләп тел ғалимының портретын яҙа. Был ижад өлгөләре республиканың барлыҡ мәктәптәренә таратыла.

2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан “Башҡортостан
Республикаһының тарихи-мәҙәни энциклопедик атласы” нәшер итеүгә әҙерләнә. Фазлетдин Фәррәх улына Аҡ батшаға илсе булып барған ырыу баш­лыҡтарының, шулай уҡ башҡорт ихтилалдары етәкселәренең, халҡыбыҙҙың билдәле хандарының, бейҙәренең портреттарын тергеҙеү бурысы ҡуйыла. Был эштең ни тиклем яуаплы һәм изге булыуын аңлау өсөн ҡайһы бер исемдәрҙе атау ҙа етә: Юрматы ырыуы башлығы Тәтегәс бей, Меңдәрҙең Ҡәнзәфәр бейе, үҫәргәндәрҙең Бикбау бейе, тамъяндарҙың Шәғәле Шаҡманы, ихтилал башлыҡтары – Һары Мәргән, Сәйет, Килмәк Нурушев, Ҡараһаҡал, Батырша һәм башҡалар. Әлбиттә, уларҙың береһенең дә тарихи портреты билдәле булмай. Рәссам Ислахов ырыуҙарҙы антропологик йәһәттән өйрәнергә тотона, Башҡортостан Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары менән берлектә байтаҡ тикшереүҙәр уҙғара. Ошо нигеҙҙә XI быуат мәғрифәтсеһе Ҡол Ғәлиҙең, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың портреттарын эшләй.


Үкенескә ҡаршы, Фазлетдин Фәррәх улының ғүмере иртәрәк өҙөлдө: 2016 йылдың апрелендә, 71 йәшендә, ул беҙҙең аранан китте. Әммә халыҡсан рәссам, Башҡортостан Гербы авторы Фазлетдин Ислахов туған халҡына баһалап бөткөһөҙ бай мираҫ, рухи йәдкәр ҡалдырҙы.


Шул мираҫтың иң ҙурҙарының береһе – һис шикһеҙ, республикабыҙ Гербы. Рәссам­дың дәүләт кимәлендәге был мөһим бурысты нисек башҡарып сығыуы, эштең барышы, үҙенсәлектәре хаҡында замандаштары ла иҫтәлектәре менән ихлас уртаҡлаша.


Ҡәҙим АРАЛБАЙ,

Башҡортостандың халыҡ шағиры:

– Фазлетдин Ислаховтың төп ижади ҡаҙанышы, моғайын, Башҡортостан Республикаһы дәүләт гербының эскизын эшләү булғандыр. Бөтәгеҙ ҙә белеүегеҙсә, уның үҙәгендә ҡалҡып килгән ҡояш фонында башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор Салауат Юлаевтың һәйкәле һынландырылған. Мәңгелек тормош символы булған ҡояш, ҡурай сәскәһе тажы, өс төҫтәге республика флагы... Бында һәр деталь тәрән уйланылған. Уларҙың һәр яҡлап ҡусҡар биҙәк менән тирәсләнеүе лә гербҡа ҡабатланмаҫ милли яңғыраш бирә. Был ҡусҡар орнамент борон-борондан бай, имен тормош символы һаналған.


Минең рәссам Фазлетдин Ислаховҡа арналған шиғырым да бар:

Етмеш төрлө һөнәр аҙ тиһәң дә,

Рәссамлыҡта астың үҙеңде.

Тормош күпме ҡағып-һуҡҡанда ла,

Еңеүеңә килдең түҙемле.

Күҙ нурыңдан балҡып китап тыуҙы,

Даның сыҡты – китап биҙәүсе.

Яҙмышыңа рәссам яҙылғандыр –

Ижад булды юлдаш-әйҙәүсең.

Аллаһыбыҙ биргән ғүмереңде

Сыраҡ итеп ғәмле яндырҙың.

Һин үҙеңдән беҙгә, йәдкәр итеп,

Башҡортостан Гербын ҡалдырҙың.

Күҙ нурҙарың һеңгән шул Гербтан

Алтын нурҙар ергә тарала,

Ил тамғаһы яҡтыһынан әлдә

Күңелдәрҙә өмөт ярала.

Ошо билдә менән республикам

Йәшәр имен, ерҙә юғалмаҫ.

Ил йәшәгән саҡта

Исемең дә

Онотолмаҫ, ваҡыт йыуалмаҫ!


Азат МӨХТӘРУЛЛИН, рәссам:

– Башҡорт дәүләт педагогия инсти­тутының художество-графика бүлеген тамамлап, “Китап” нәшриәтендә биҙәлеш мөхәррире булып икенсе йыл эшләп йөрөгән мәлем. Бер саҡ Аҡ йортҡа Фазлетдин ағай менән икебеҙҙе саҡыртып, Башҡортостан Гербының эскизын эшләргә ҡуштылар.


Әлбиттә, геральдика ҡанундарын йүнләп белеү юҡ. Башҡорттоң бар булмышы – яуҙа ла, көнкүрештә лә тоғро юлдашы ат образы күҙ алдына баҫты, унда ла ябай ат түгел, ә әкиәттәге ҡанатлы Аҡбуҙат булып. Һәм ул шул һүрәттә аҡ ҡағыҙға төштө.


Ваҡыт тар, конкурс үтте, хеҙмәт­тәшем, ҡылҡәләм оҫтаһы Фазлетдин Ислахов еңеүсе тип табылды. Әлбиттә, әкиәттәге ҡанатлы ат һыны түгел, ә күп тикшерелеп һынауҙар үткән, Ағиҙелдең текә ярына үрә баҫып торған атына менгән милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленең һыҙымы өҫтөнлөк алды.


Артабан оҙаҡ йылдар, ул хаҡлы ялға сыҡҡансы, бергә эшләнек. Ул төшөргән һүрәттәр үҙҙәренең теүәллеге, камил­лығы менән айырылып торҙо.



Читайте нас