Башҡортостанда Бөтә Рәсәй башҡорт сибәркәйҙәренең төп бәйгеһе – “Һылыуҡай”ға кастингтар дауам итә. Көньяҡ-көнсығыш зонаһы һылыуҡайҙары Сибай ҡалаһында көс һынашты. Бында Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы ҡыҙҙары ҡатнашты.
Көсөргәнешле бәйгенән һуң еңеүселәр иғлан ителде. Гран-приҙы Сибай ҡалаһынан Шәүрә Яхина яуланы. Беренсе урын – Күгәрсен ҡыҙы Зөһрә Хайсаровала, икенсе урынды Йылайырҙан Гөлдәр Сабанчина менән Сибайҙан Юлиә Мөхәмәтйәнова уртаҡлашты. Өсөнсө урында ла ике һылыуҡай – Баймаҡ районынан Наҙгөл Байғотлина менән Йылайыр районынан Айзилә Солтанова.
Һуңғы һайлап алыу туры 7 ноябрҙә Өфө ҡалаһында үтәсәк. Бәйгенең икенсе турында ҡатнашыу өсөн заявкалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Ғаризала мотлаҡ рәүештә социаль селтәрҙәге сәхифәгә һылтанма булырға тейеш.
Беренсе һәм икенсе турҙа ҡатнашҡан ҡыҙҙар конкурс сығыштары әҙерләргә тейеш. Ул – визитка (башҡорт телендә ҡыҫҡаса үҙең тураһында һөйләү, баһалама төркөмө ағзалары өҫтәмә һорау бирә ала), ижади бәйге (башҡорт бейеүе, йыры, таҡмағы), дефиле.
Киләһе кастингтар 9 октябрҙә Санкт-Петербург һәм 11 октябрҙә Мәскәү ҡалаһында уҙасаҡ.
Шуныһын күҙ уңында тоторға кәрәк, эпидемиологик хәлгә ҡарап, бәйге онлайн режимда үтеүе ихтимал.